Ҡорбан ғәйете көнөндә Исламда бәрәкәтле йәшәү нигеҙе, һатыу итеү ҡанундары тураһында һөйләргә теләйем. Беҙ тормош көтөү өсөн килемде Аллаһ хәләл иткән юлдар менән табырға һәм шул уҡ йүнәлештә тотонорға тейешбеҙ. Сауҙа эшен һайлаған кешегә, Раббыбыҙ ҡушҡандарҙан тайпылмайынса, барыһынан да элек мәңгелекте ҡайғыртыу зарур.Биргән ҡул
алғандан юғарыБер заман пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм иген һатҡан кешене осратып, сауҙаның нисек барыуы менән ҡыҙыҡһына. Кәсепсе эше хаҡында һөйләй башлай. Шул ваҡыт Рәсүлуллаһҡа Аллаһ Тәғәләнән вәхи төшөрөлә: “Ҡулыңды игенгә тыҡ!” Ҡушылғанды үтәгәс, Пәйғәмбәребеҙ ашлыҡтың кипмәгәнлегенә төшөнә һәм былай ти: “Еүеш игенде өҫкә һалһаң ине һин! Алдаусылар беҙҙән түгел”. Хәҙистән күреүебеҙсә, Исламдың иҡтисади нигеҙе, сауҙаның төп принцибы – йәмғиәткә хеҙмәт итеүгә йүнәлтелгән намыҫлылыҡ, ғәҙеллек.
Һатыу – тауарҙың етештереүсенән ҡулланыусыға күсеүе, ул башланғыс капитал булыуын да, хеҙмәт һалыуҙы ла талап итә. Был йәһәттән килем алыу, шулай уҡ зыян күреү мөмкинлектәре бергә йөрөй. Табыш килтергән сауҙа шәриғәт тарафынан рөхсәт ителә генә түгел, ә хупланған эшмәкәрлеккә ҡарай. Пәйғәмбәребеҙҙең “Килемдең ундан туғыҙ өлөшө – сауҙанан” тигән һүҙҙәренең асылын аңлау был кәсептең өҫтөнлөгөнә төшөнөргә ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта хаж һәм зәҡәт – Исламдың биш бағанаһының икәүһе – хәлле мөьминдәргә ҡағыла, улар ҙа шәриғәт хуплаған юл менән байыуға бер этәргес. Хәҙис-шәрифтә әйтелгән: “Биргән ҡул алғандан юғары”. Ул үрҙә әйтелгәндәрҙе тағы бер ҡат дөрөҫләй.
Милек һәм байлыҡ сығанағы булған сауҙа тураһында һүҙ барғанда, йәнә бер хәҙисте күҙ уңында тотоу зарур: “Һәр өммәттең үҙ һынауы бар. Минең өммәтемдең һынауы – байлыҡ”.
Сауҙала аҡса эшләү ниәтенең эске булмышыңды әсирлеккә алған фетнәгә әйләнеүе ихтимал. Ҡомһоҙ әҙәм көршәк кеүек: ҡорһағы тулһа ла, ауыҙы ябылмай. Уға тотош йылғаны ҡойорға уйлаһаң да, фәтүә юҡ – ташып ағасаҡ ҡына. Бындай әҙәм усаҡ йәки мейес тә һымаҡ: утын һәм күмер ташлаһаң, ут һүнмәй, артабан ялҡынланып яна. Пәйғәмбәребеҙ ҡомһоҙлоҡ хаҡында былай тигән: “Әҙәм балаһының ике үҙәнде тултырырлыҡ байлығы булһа, ул өсөнсөһөн һорар. Ер генә уның ҡомһоҙлоғон баҫыр”.
Ошо гонаһлы әүәҫлеккә эйәрһә, әҙәм ҡылған хәйлә-этлектәрҙең осо-ҡырыйы күренмәҫ. Күпме халыҡтың юҡҡа сығыуына сәбәпсе булған был ҡомһоҙлоҡ! Һанһыҙ байлыҡ йыйып та, хәйерселәр, йәберләнгәндәр, яңғыҙҙар, тол ҡатындар, етемдәр, мохтаждар файҙаһына хәйер-саҙаҡа таратырға, зәҡәт түләргә, изге эштәр атҡарырға мөмкинлеге булып та, күпме кеше һаранлыҡ һаҙлығына батҡандан-бата, башҡаларҙы талауҙы, рәнйетеүҙе хуп күрә...
Тәнебеҙ рухыбыҙға йөк булған хәлдә, дин донъялыҡта бәхет, ләззәт вәғәҙә итмәй. Шуның өсөн нәфсебеҙҙе ауыҙлыҡлап торорға тейешбеҙ. Сауҙа һәм коммерция, ҡомһоҙлоҡто бәйҙән ысҡындырып, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә фанилыҡта ла, ахирәттә лә бөлдөрөүе ихтимал. Аллаһ Тәғәлә изге Ҡөрьән аша Шөғәйеп ҡәүеменә ҡараған Мәдйән һәм Әйкә халҡын сауҙаның әхлаҡи нигеҙҙәрен боҙғандары өсөн юҡ иткәне хаҡында иҫкәртә. Алдау, мутлыҡ юлы менән хәрәм килем алыу, көсһөҙҙәрҙе бөлдөрөү – халыҡты һәләк итәсәк ҙур гонаһ.
Хөрмәтле сәхәбәләрҙең береһе Ғүмәр хәҙрәт, үҙенең алдында берәйһен маҡтаһалар, өс һорау бирер булған: “Һин күршеһеме? Уның менән юлдаш булдыңмы? Бергә сауҙа алып барҙығыҙмы?” Әңгәмәсеһенән кире яуап алһа: “Һин уның башын һелкеп Ҡөрьән уҡып ултырғанын күргәнһеңдер”, – тигән. Тегеһе быны раҫлаған: “Эйе, Ғүмәр хәҙрәт! Тап шулай!” Яуап иһә былай булған: “Улайһа, маҡтама үҙен! Ихласлыҡ елкәһенән күренеп тормай бит”.
Ғүмәр хәҙрәт тышҡы һыҙаттарға алданмаҫҡа, кешенең ғәмәлдәренә, башҡалар менән мөнәсәбәтенә ҡарарға ҡушҡан. Әгәр әҙәмдең ниәт-маҡсаттары эштәрендә һыналмаһа, уның хаҡында хаталы фекер тыуыуы ихтимал.
Сауҙа, бизнес кешенең эске халәтен асып һала. Ислам ҡануниәте буйынса, һатыусының тауарҙы һатҡанда хаҡ күтәреү маҡсатында төрлө алым ҡулланыуы тыйыла. Алыусының мохтажлығынан файҙаланыу ҙа ярамай. Алдашыу, йәшерен баҙар булдырыу, процент алыу, кәметеп үлсәү, ант итеү, йәмғиәткә зыянлы хәрәм тауар һатыу – гонаһ.
Тәжрибәһеҙлекте файҙаланыу –
алдашыуСауҙа ҡағиҙәләрен Пәйғәмбәребеҙ бик яҡшы аңлата: “Эй, һеҙ, сауҙагәрҙәр! Һис шикһеҙ, һатыуға шайтан һәм гонаһ ҡыҫыла. Сауҙағыҙҙы саҙаҡа биреп таҙартығыҙ. Улар анттарығыҙҙың, кәрәкмәгән һүҙҙәрегеҙҙең ғәйебен юйыр”; “Ҡиәмәттә сауҙагәрҙәр, Аллаһтан ҡурҡып, изгелек юлында булғандарынан башҡалары, гонаһ эйәләре булып тергеҙелер”; “Сауҙалағы ант итеүҙәр, килемде арттырһа ла, аҡсаларҙың бәрәкәтен кәметә” һ.б.
Тауарының ысын хаҡын белмәгән һатыусыға был турала әйтеү мөһим. Уның тәжрибәһеҙлеген, ышаныусанлығын шәхси мәнфәғәтеңдә файҙаланыу – алдашыу. Аллаһтан ҡурҡҡан, Уның ризалығына өлгәшергә теләгән мосолмандар был мәсьәләлә үҙенә ҡарата уғата талапсан. Бер мәл, мәҫәлән, имам Әғзәм һатыу өсөн ебәк кафтан килтергән ҡатындан тауарҙың хаҡын һорай. “Йөҙ дирһәм”, – ти тегеһе. Имам ҡапыл ризаһыҙлыҡ белдерә: “Юҡ, ул ҡиммәтерәк тора...” Аптырауға ҡалған ҡатын хаҡты йөҙ дирһәмгә күтәрә. Әммә имам йәнә тауарҙы алыуҙан баш тарта. Ҡатын баһаны тағы күтәрә, тағы... Ләкин имам үҙ һүҙенән ҡайтмай һәм хаҡтар буйынса белгесте саҡырырға ҡуша. Килгән кеше кафтандың биш йөҙ дирһәм тороуын әйткәс, шунса аҡсаға һатып ала.
Ғәҙеллектән ситләшеү, тауарҙың етешһеҙлектәрен йәшереү, үлсәүгә иғтибарһыҙлыҡтың әҙәмде күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Ошондай әхлаҡи мөхиттә тәрбиәләнгән Ғосман идаралығындағы дәүләттә тәртип ныҡ ҡуйыла, һәм был мосолман түгелдәрҙе лә аптырашта ҡалдыра. Солтан Фәтих Истанбулды яулап алғас, ике поп ҡатнашлығында булған хәл – быға асыҡ миҫал. Улар аҙыҡ-түлек кибетенә килә. Һатыусы иһә былай ти: “Мин магазинды бөгөн генә астым. Һеҙ тауарҙы күптән эшләгән күршемдән алығыҙ”. Поптар шунда китә, әммә тегеһе шул уҡ һүҙҙәрҙе ҡабатлай: “Мин магазинды бөгөн генә астым. Тауарҙы күптән һатыу иткәндәрҙән алығыҙ”. Шулай поптар бер кибеттән икенсеһенә йөрөй һәм һәр урынды бер үк яуапты ишетә. Ахыр килеп, тауарҙы тәүге һатыусынан алалар.
Юғары әхлаҡи мөхиттә тәрбиәләнгән ата-бабабыҙ башҡалар өсөн үҙен фиҙа ҡылырға әҙер булған. Ислам әҙәбе шулай бүтәндәр тураһында уйларға бойора. Ялған, мутлыҡ – ҙур гонаһ. Мосолман ундай юлға бармай. Шул уҡ ваҡытта алдауға ышаныу – иҫәрлек билдәһе. Тимәк, был да мосолманға хас түгел. Пәйғәмбәрҙәр ғәҙел һәм зирәк аҡыллы булған. Раббыбыҙ алданмаҫҡа бойора: “...Аллаһ һеҙгә мал бирҙе, һеҙ уны аҡылһыҙҙарға (мал тота белмәгәндәргә, аҡылы сәләмәт булмағандарға) бирмәгеҙ”.
Түбәндәге хәҙис ялғансыларҙы киҫәтә. Пәйғәмбәребеҙ: “Ҡиәмәттә Аллаһ Тәғәлә өсәү менән һөйләшмәйәсәк, уларға ҡарамаясаҡ, аҡламаясаҡ. Үҙҙәренә ҡаты яза әҙерләнгән”, – ти. “Ә кем һуң улар?” – тип ҡыҙыҡһынып һорай сәхәбәләрҙең береһе Әбү Зарр. Рәсүлуллаһ шулай яуаплай: “Кейемдәрен ергә ҡәҙәр һөйрәлтеп йөрөүселәр (тәкәбберлеге, һауаланыуы сәбәпле); биргәне өсөн битәрләүселәр; тауарын ялған анттар менән һатыусылар”.
Ислам шулай уҡ йәшерен баҙар булдырыуҙы, хаҡ күтәрелгәнен көтөп, тауарҙы күрһәтмәй тотоуҙы тыя. Йәмғиәтте милкең менән эксплуатациялау була был. “Баҙарға тауарын ҡыйыу рәүештә сығарған һатыусы үҙ өлөшөн алыр, хаҡ күтәрелгәнен көткәне ҡарғышҡа юлығыр”, – тиелә хәҙистә.
Исламда ике яҡтың ризалығы, ҡәнәғәтлелеге тәьмин ителмәгән сауҙа эше хәрәм тип иҫәпләнә. “Эй, мөьминдәр! – тиелә Ҡөрьәндә. – Малығыҙҙы үҙ-ара һатыу итеп, килешеп кенә ашағыҙ. Хәрәм юл, әшәкелек менән (тартып алыу) булмағыҙ. Бер-берегеҙҙе үлтермәгеҙ”. Тормоштоң рухи яғын ситкә ҡуйып, йәһәннәм әһеле булып ҡуймағыҙ тигән киҫәтеү ҙә бар бында. Икенсенән, шуны ла иҫтә тоторға кәрәк: кеше милкенә ҡул һуҙыу, килем артынан сабыу сәбәпле, аралар һыуына, енәйәттәр ҡылына.
“Аллаһтың нәфрәтенән ҡурҡығыҙ, риба алмағыҙ”Исламда билдәләнгән сауҙа ҡағиҙәләрен үтәгәндә генә төрлө яңылышлыҡтарҙы булдырмаҫҡа мөмкин. Был йәһәттән динебеҙ талаптарының иң мөһиме – рибанан баш тартыу.
Ул – килем алыуға ҡоролған эксплуатациялау күренеше. Риба байҙы артабан байыта, ярлыны, киреһенсә, һаман мөшкөлләндерә, йәберләүгә, кәмһетеүгә дусар итә. Был хаҡта һиҫкәндерерлек хәҙис бар. Үҙенең һуңғы хөтбәһендә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Мин рибаның бер төрөн дә ҡабул итмәйем!” – ти, уны хәрәм тип иғлан итә.
Ҡөрьән аяттарында был күренештең сиктәре билдәләнә: “Риба (үтескә биреп торған аҡсанан, малдан арттырып алынған хәрәм керем) ашағандар шайтан зәхмәте һуҡҡан тилеләр кеүек ҡәберенән торасаҡ. Улар “Сауҙа итеү ҙә риба кеүек бит” тигәне өсөн шундай хәлгә ҡалыр. Аллаһ алыш-биреште хәләл итте, рибаны хәрәм ҡылды. Әгәр кемдер, Аллаһтан (риба алмаҫҡа) әмер килгәс, рибанан баш тартһа, әмер килгәнгә ҡәҙәр алған рибаһы ғәфү ителер, уның эше Аллаһ хөкөмөндә булыр. Кем ҡабаттан (был аят ингәндән һуң) риба ала ҡалһа, ул йәһәннәм әһеле булыр һәм шунда мәңгегә ҡалыр”; “Аллаһ рибаның бәрәкәтен ебәрер (үтесте арттырып алған кеше барыбер ул аҡсаның рәхәтен күрмәҫ). Саҙаҡа биргәндең малын арттырыр. Аллаһ рибаны, хәрәмде хәләл тип танығандарҙы, гонаһлыларҙы яратмай”.
Ҡөрьәндә был алымды ҡулланғандарға ҡаты асыу белдерелә: “Иман килтергән кешеләр! Мосолман икәнһегеҙ, Аллаһтың нәфрәтенән ҡурҡығыҙ, риба алмағыҙ. ... Шулай итмәһәгеҙ, Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәргә ҡаршы һуғыш асҡан кеүек булырһығыҙ. Был эштәрҙән тәүбә ҡылһағыҙ, мал-байлығығыҙ үҙегеҙгә ҡалыр. Шулай итһәгеҙ, ғәҙелһеҙ булмаҫһығыҙ, үҙегеҙгә лә ғәҙелһеҙлек килмәҫ”.
Был тыйылған юлдан барған кешегә яза көслөрәк булһын өсөн, донъялыҡта уның килеме арта барасаҡ. Аллаһ Тәғәлә бер нәмәне лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Ул ваҡыт бирә. Гонаһлыға язаның ҡиәмәткә ҡәҙәр кисектерелеүе ихтимал. Илаһи киҫәтеү айырым иғтибар талап итә, юғиһә был аҙашҡандарҙың хәле ифрат та ауыр буласаҡ. Сәхәбәләрҙең береһе Йәбир шулай тигән: “Рәсүлуллаһ процент алғандарҙы, биргәндәрҙе, яҙып торғандарҙы, килешеү шаһиттарын ҡараны һәм әйтте: “Улар барыһы ла бер-береһенә тиң...”
Рибаны тыйыуҙың хикмәттәре бихисап. Төп сәбәптәре, бер яҡтан, эшһеҙлектең артыуы, яһалма рәүештә хаҡ күтәреү, мин-минлек, байлыҡ туплауға әүәҫлек, килем артынан ҡыуыу булһа, икенсенән, ярҙамлашыу, теләктәшлек, һөйөү, шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ кеүек дөйөм кешелек һәм әхлаҡи нормаларҙың йомшарыуына бәйле.
Ислам рибаны тыя, әммә, мөмкинлек булғанда, Аллаһ ризалығы өсөн бурысҡа биреүҙе хуплай һәм, ауыр хәлдә ҡалған кешегә күрһәтелгән бындай ярҙам саҙаҡанан юғарыраҡ, тип раҫлай. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм тәҡүәле сауҙагәрҙәрҙе шатлыҡлы хәбәр менән ҡыуандырған: “Һүҙенә тоғро, ғәҙел, ышаныслы һатыусы-мосолман ҡиәмәттә пәйғәмбәрҙәр менән булыр”.
Имам Әғзәм әбү Хәнифә, мәғлүм ки, сауҙа менән шөғөлләнә, бай кеше була. Үҙе күберәк фәнгә күңел һалғанлыҡтан, әлеге кәсебен идара итеүсегә тапшыра, әммә эштең хәләл сиктән сыҡмауын тикшереп тора, был мәсьәләгә бик талапсан ҡарай. Бер тапҡыр ул уҙағы Хафс бин Абдрахманды һатыуға ебәрер алдынан әйтә: “Был туҡыманың етешһеҙлектәре бар. Алыусыларға шул турала еткер һәм осһоҙораҡҡа һат”.
Хафс тауарҙы имам әйткән хаҡ буйынса тарата, әммә етешһеҙлеге тураһында әйтергә онота. Имам Әғзәм был турала ишеткәс: “Туҡымаларҙы кем алғанын беләһеңме?” – тип һорай. Хафстан кире яуап алғас, ҡалған барлыҡ тауарҙы халыҡҡа саҙаҡа рәүешендә таратырға ҡуша. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм шулай тигән бит: “Хәйерле байлыҡ иманлы кеше менән нисек матур яраша!”
Олатаһы хәрәм ейһә, ейәненең “теше төшә”Минең мәрхүм атайым Муса әфәнде сауҙа эшендә хәрәмдән ҡасыуҙың әһәмиәтле һәм фатихалы ғәмәл булыуына шундай миҫал килтергәйне. “Ислам динен ҡабул иткән әрмән күршебеҙ бар ине, – тип һөйләне ул. – Нисек мосолман булып китеүе тураһында һорағас, шуны бәйән ҡылды: “Аджибадемда плантация буйынса күршем Раби мулланың сауҙа эшендәге күркәмлеге арҡаһында Исламға килдем. Ул һөт һатып көн күрә ине. Бер кис беҙгә килде лә: “Алығыҙ, зинһар, был – һеҙҙеке”, – тип аҡ тултырылған һауыт һондо. Мин аптырашта ҡалдым: “Нисек инде? Һөт һорамағайнымсы...” Әҙәпле күршем шулай тип аңлатты: “Мин күрмәгәндә, бер һыйырым һеҙҙең баҡсаға инеп туйынған. Шуға күрә һөт һеҙҙеке”. Ризалашмаһам да, үҙ һүҙен бирмәне күршем. Һыйыры баҡсабыҙҙа ашаған үләненән таҙарынып бөткәнсе шулай беҙгә һөт ташыны. Был изге күңелле кешенең ғәмәле миңә ныҡ тәьҫир итте, тулҡынландырҙы. Күңелемдән ғәмһеҙлек япмаһы шыуып төшкәндәй булды, йөрәгемә иман нуры тулды. Үҙемә былай тинем: “Һис шикһеҙ, шундай әхлаҡҡа эйә кешенең иманы – иң гүзәле. Ошондай һиҙгер, тәҡүәле, камил, ихлас әҙәм балаларын тәрбиәләгән дин шикләнеүгә урын ҡалдырмай!” Һөҙөмтәлә кәлимәи шәһәҙәт һүҙҙәрен әйттем һәм мосолман булдым”.
Ә ғәмһеҙ кешеләр тураһында хәҙистә былай тип әйтелә: “Шундай замандар етер: үҙ өлөшөн хәләл юл менән табамы, әллә хәрәмлек ашамы – был бәғзеләрҙе бөтөнләй борсомаясаҡ”. Илаһи ҡанундарҙы боҙған гонаһлыға яза күберәк ахирәттә буласаҡ. Хәләл юлда табылмаған байлыҡтың бәләһе киләһе быуындарҙың да башына төшәсәк, был фани донъяла уҡ күренәсәк. “Олатаһы хәрәм ейгән, ә ейәненең теше төшә”, – ти халыҡ ул турала.
Хәрәм ингән мираҫҡа эйә булғандарҙың дөрөҫ юлға баҫа алмауы ла хаҡ, сөнки мөлкәт ҡайҙан килгән, шунда китә. Тимәк, бындай милектең вариҫты ла гонаһҡа батырыуы ихтимал. Ул мөлкәт йылан кеүек: өңгә нисек шыуышып инһә, шундай уҡ йылғырлыҡ менән сығып та китә.
Иман юлында файҙаланылмаған милек гонаһҡа, иманһыҙлыҡҡа этәрә. Муса ғәләйһис-сәләмдең быға бәйле шундай һүҙҙәре бар: “Йә, Раббыбыҙ, ысынында Һин фирғәүенгә һәм уның тоҡомона фани донъяла күпме зиннәт, мал бирҙең! ... Уларҙың милкен юҡ ит, йәндәренә әрнеү һал: шундай әрнеткес язаларҙы күрмәйенсә, иман килтермәҫтәр”.
Килемһеҙ ҡалыуҙан ҡурҡып, сауҙала төрлө мутлыҡҡа барғандарҙың аҡланыуы мәғәнәһеҙ: улар хәҡиҡәтте күрмәй, илаһи өлөштөң тәҡдиргә бәйләнгәнен инҡар итә. Шул гонаһлылар ише фекер йөрөтһәк, милкен Аллаһ Тәғәлә һәм Уның пәйғәмбәре юлына даими рәүештә саҙаҡа итеп биргән, ғәҙел сауҙа ҡағиҙәләренән һис ҡасан ситкә тайпылмаған Әбү Бәкер сәхәбәләрҙең иң ярлыһы булырға тейеш килеп сыға. Әммә, тарихтан күреүебеҙсә, ул һәр ваҡыт иң байҙар рәтендә. Мөлкәтен әллә күпме тапҡыр ҡорбан итһә лә, Аллаһтың рәхмәте менән йәнә байып китә.
Беҙ килемде шәриғәт рөхсәт иткән юлдар аша табырға, динебеҙ хуплаған урындарға тотонорға тейешбеҙ. Иманлы һатыусы донъя эштәре менән дә шөғөлләнер, мәңгелек мәнфәғәттәрен дә онотмаҫ, гелән дин ҡанундарына нигеҙләнер. Был аятта ундайҙарҙың әхүәле асып һалына: “Бар шундай кешеләр: үҙҙәрен сауҙа, алыш-биреш эштәре лә Аллаһты зекер итеүҙән, ваҡытында намаҙ уҡыуҙан, зәҡәт биреүҙән айыра алмай. Улар йөрәктәрҙе тетрәтә, ҡараштар әйләнә торған көндән ҡурҡа”.
Ҡөрьәндә былай аңлатыла: “Аллаһтың китабын уҡығандар, намаҙ ҡылғандар, үҙҙәренә бирелгән ризыҡтан башҡаларға өлөш сығарғандар (хәйер, саҙаҡа, зәҡәт), зыян күрмәйенсә, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ниғмәткә өмөт итә ала. ... Аллаһ уларға тейешле әжерен теүәл бирер, ниғмәтте арттырып өләшер. Ул – киң рәхмәтле ярлыҡаусы, шөкөр иткәндәргә мул мөлкәт биреүсе”.
Аллаһ Тәғәлә тормошобоҙҙо ошо аяттар нуры менән яҡтыртһын, Ҡөрьәнде йөрәк аша үткәреп уҡыу һәләтен бирһен, хәләлде ҡулланырға, исрафтан һаҡланырға, биргән ниғмәттәрен Уның юлында файҙаланырға насип итһен, сауҙа менән шөғөлләнгәндәрҙе Ватанына, өммәтенә, халҡына игелек эшләүселәрҙән ҡылһын, иншаллаһ.
А. ҒӘЙЙӘРОВ.
(Урыҫ теленән Ә. Ниғмәтуллина тәржемә итте).