Хаҡлы ялға ҡасан хаҡлыбыҙ?21.08.2018
Пенсияға сығыу йәшен оҙайтыу проекты әҙерләнә башлағас, был проблемаға күптәр үҙ фекерен белдерергә ашыҡты. Сер түгел, мәсьәләнең айышына төшөнмәй тороп, тик етешһеҙлектәрҙе эҙләүселәр ҙә бар. Әммә был системаның ыңғай яҡтары хаҡында оноторға ярамай.

Мәҫәлән, пенсия йәшен оҙайтыу үткән быуаттың 90-сы йылдарында күҙәтелгән демографик етешһеҙлекте тигеҙләргә ярҙам итәсәк. Хәҙер халыҡ ҡартая, ә эшкә яраҡлылар һаны кәмей, тимәк, пенсия йәшен оҙайтмаған хәлдә, эшләүселәр бик аҙ буласаҡ, һәм был пенсия күләменә йоғонто яһаясаҡ. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, әле, мәҫәлән, эшләгән мең кешегә 455 пенсионер тура килһә, алдағы ваҡытта хаҡлы ялдағылар һаны тағы ла артып китеүе ихтимал. Ә был осраҡта хеҙмәт етештереүсәнлеге кәмейәсәк, килемдең пенсия фондына бүленгән өлөшө аҙайғас, пенсия күләме төшә. Артабан фәҡирлек, аҡсаһыҙлыҡ. Ә кем бәхетле ҡартлыҡ хаҡында хыялланмай?
Киреһенсә, пенсияға һуңғараҡ сыҡҡан осраҡта пенсионерҙарҙың тормошо яҡшырасаҡ, тип билдәләй белгестәр ҙә. Вице-премьер Татьяна Голикова әйтеүенсә, хаҡлы ялға сығыу ваҡыты оҙайтылғас, пенсия күләме уртаса 1 мең һумға артасаҡ.
Хеҙмәткә яраҡлы йәштең оҙайтылыуы, әлбиттә, бюджет өлкәһенән дотацияларға ла ҡағылыуы сер түгел. Әгәр ҙә эшләүселәрҙең һаны күберәк булһа, дотация аҡсаһы башҡа социаль проекттарға файҙаланыла ала. Мәҫәлән, шул уҡ медицина өлкәһе, белем биреүҙе яҡшыртыу...
Әлбиттә, беҙ тотҡан урындан һындырырға яратабыҙ, әммә бында пенсия йәше ҡапыл үҙгәрәсәк һәм ирҙәргә – 65 йәштән, ҡатын-ҡыҙҙарға 63 йәштән тигәнде лә аңлатмай бит әле. Закон проекты өҫтөндә әллә нисәмә белгес баш вата, шул уҡ ваҡытта Владимир Путинға пенсия йәшен оҙайтыуҙың тәҡдим ителгән варианттарының береһе лә оҡшамай, тип хәбәр итә киң мәғлүмәт саралары ла. Шуға ваҡыты еткәс, барыһы ла асыҡланыр.
Нисек кенә булмаһын, минеңсә, Хөкүмәт тота килеп кешеләрҙе упҡынға этәрмәҫ, ана бит, ниндәй милли проекттар әҙерләнә – ғүмерҙе оҙайтыу, хаҡлы ялдағыларҙың һаулығын, буш ваҡытын хәстәрләү буйынса төрлө социаль программалар ҡарала. Шуға көтәйек әле, йәмәғәт. Тотҡан урындан һындырмайыҡ.


Вернуться назад