Тәбиғәткә һөйөү кескәйҙән тәрбиәләнә21.08.2018
1 сентябрҙән Башҡортостан мәктәптәрендә экологик белем биреү буйынса кластан тыш дәрестәр инә башлаясаҡ. Бынан тыш, ошо уҡ предметтың тәүге төшөнсәләрен балалар баҡсаһында уҡытыу ҙа күҙ уңында тотола.


Төбәктәге бөтә белем биреү учреждениеларын эшкә йәлеп итәсәктәр. Был проект профилле министрлыҡтар булыш­лығында тормошҡа ашырыла, был эштә Башҡортостандың Мәғариф министрлығы һәм Республика балалар экология-биология үҙәге ярҙам итәсәк, тип билдәләнеләр Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында.
“Был йүнәлештә айырым саралар әҙерләнгән: балалар баҡсаһынан башлап экологик белемлелеккә уҡытыу, был эшкә муниципаль берәмектәрҙе, биләмә башлыҡтарын да йәлеп итәбеҙ. Бер төркөм медиапродукттар сығарыласаҡ. Был план хуплау тапты, шуға оҙаҡламай уға тотона алабыҙ. 1 сентябрҙән республиканың бөтә мәктәптәрендә лә Мәғариф министрлығы аша экологик белем биреү индерелә. Яҙғы миҙгелдә үк төрлө саралар уҙғарҙыҡ: экологик марафондар, экологик КВН-дар һәм башҡалар. Башҡортостан балаларҙы экологик тәрбиә биреүгә йәлеп итеү буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде. Был идеологияны алып барасаҡбыҙ, бындай дәрестәр “Йәшел Башҡортостан” бренды нигеҙендә үтәсәк”, — тип белдерҙе республиканың экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры урынбаҫары Наталья Логунова.
– Был дәрес Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының башланғысы булып тора, – ти республика Мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге етәксеһе Вәсилә Абдрахманова. – Барлыҡ мәктәптәр өсөн дә мотлаҡ булырмы ул, әллә урындағы мәктәп үҙе хәл итерме, уныһы айырым ҡарар менән билдәләнәсәк.




Вернуться назад