Яңы уҡыу йылын Төрөкмән урта мәктәбе уҡыусылары йылы һәм яҡты бүлмәләрҙә ҡаршылай. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы”на ярашлы, белем усағының тәҙрәләре өр-яңыға алмаштырылған. Моҡас ауыл биләмәһе башлығы Илдар Бүләкәнов әйтеүенсә, яҡын арала ошо уҡ ғәмәл мәктәптең Әхмәрҙәге филиалында ла атҡарыласаҡ.Төрөкмәндә эш тамамланыуға табан бара. Проекттың дөйөм хаҡы – 1 миллион 300 мең һум. Шуның 134 меңен ауыл халҡы тулыландырған, һәр йорттан 600 һум йыйыу ҡаралһа ла, күптәр берәр мең һум аҡса тапшырған. Әхмәр халҡы ла үҙен күптән борсоған проблеманы хәл итеү – белем усағының тәҙрәләрен замансаға алмаштырыу – өсөн тауыш биреп яңылышмаған. Тиҙ арала улар 100 мең һум йыйыуға өлгәшкән, был эштә барыһы ла ҙур әүҙемлек күрһәткән. Проекттың хаҡы – 999,9 мең һум.
Мәктәптәрҙе яңыртыу эшенә бағыусылар ҙа тос өлөш индергән – барлығы 60 мең һум йыйып тапшырған. Айырыуса “Толпар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә, фермер Иштуған Сабитовҡа, шәхси эшҡыуарҙар Руслан Ғайсинға, Гөлназ менән Гөлнара Мәҡсүтоваларға, Ләйсән Үләкәноваға, Булат Байбуловҡа, Фәнис һәм Мөҙәрис Кәримовтарға рәхмәтле ауыл халҡы.
Уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында төҙөлгән Төрөкмән урта мәктәбе, төрлө һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, ниһайәт, быйылдан заманса төҫ ала. Күптән түгел белем усағының спорт залы “Балалар спорты” федераль программаһына ярашлы тулыһынса төҙөкләндерелгән. Хеҙмәткәрҙәрҙең бындай ҡаҙанышҡа һөйөнөсө сикһеҙ. Мәктәптә оҙаҡ йылдар башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән Гөлсибәр Абдуллинаның да кәйефе күтәренке. Балаларҙы йылы, яҡты бүлмәләрҙә ҡаршылау үҙе бәхет бит!
– Мәктәп коллективының, ауылдаштарҙың “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы”ның мөһимлеген аңлап ҡабул итеүе һәм күптән хәл ителеүҙе көткән проектҡа тауыш биреүе ҡыуандырҙы, – ти Гөлсибәр Ғәлим ҡыҙы. – Беҙ уҡыусылар менән проектты яҡлап һүрәттәр төшөрҙөк: кемдер ярыҡ тәҙрәләр янында өшөп ултырған уҡыусыны сағылдырһа, икенсеһе быяла ярсығына ҡулын ҡырҡҡан баланы эшләне. Төрлө-төрлө булһа ла, был эштәрҙең мәғәнәһе бер ине: мәктәпкә яңы тәҙрәләр кәрәк! Быны һәр кемдең аңлап ҡабул итеүенә, проект өсөн тауыш биреүенә рәхмәт. Ауыл халҡының берҙәм эш алып барыуы һөҙөмтәһендә яңы уҡыу йылын яңыртылған бинала ҡаршылайбыҙ. Хәҙер балалар дәрескә ҡат-ҡат кейенеп килмәҫ, мәктәп формаһында рәхәтләнеп уҡыр. Төбәк яҙмышы өсөн ғәжәп әһәмиәтле ваҡиға был.
Баймаҡ районы.