“Уҡығыҙ, көнләшегеҙ, мин – Рәсәй гражданы!”16.08.2018
“Уҡығыҙ, көнләшегеҙ, мин – Рәсәй гражданы!” Ишектән килеп ингәс тә шаянлығы, илгәҙәклеге менән беҙҙең күңелдәрҙе арбаған был һылыуҡайҙы, үҙе әйтмешләй, “хохотушка”ны, фотоға төшөрә алмай оҙаҡ ҡына ыҙаландыҡ. Был көләкәс, күңелсәк ҡыҙҙың бошонорға ниндәй сәбәбе, иңде баҫырҙай ниндәй уй-мәшәҡәттәре булһын ти инде! Әйҙә шулай һәр нәмәнән уйын-көлкө табып, башҡаларҙың күңелен күтәреп, рәхәтләнеп йәшәһен.

Әммә Регина Шәйәхмәтова менән яҡындан таныша, әңгәмәләшә торғас, уның ысынбарлыҡта үтә етди, тәүәккәл, маҡсатҡа ынтылышлы ҡыҙ булыуын күреп, хаталаныуыбыҙҙы аңланыҡ. Егерме йылдан ашыу Үзбәкстанда йәшәп, Ташкент ҡалаһында медицина колледжын тамамлап, Бахт һәм Һырдаръя ҡалалары дауаханаларында шәфҡәт туташы булып уңышлы эшләгән Регинаның ата-баба­ларының тыуған төйәге Башҡортостанға ҡайтыу ниәтен бөтә туғандары хуплап ҡаршы ала. Тәү сиратта, әлбиттә, ата-әсәһе Әлфиә Шамил ҡыҙы менән Мисуар Мәхәсим улы. Шулай итеп, Шәйәхмәтов­тарҙың биш кешенән торған ғаиләһе 2013 йылда Өфөгә күсеп килә. Юлдың оҙайлы ла, ҡатмарлы ла буласағын улар күҙаллай, әлбиттә. Шәйәхмәтовтарҙың олатай-өләсәйҙәре лә ил өсөн хәтәр аслыҡ заманында һыйыныр урын, ризыҡ эҙләп, икмәкле Ташкент ҡалаһына сәфәр тотҡан бит.
– Йыл әйләнәһенә һыу инеп, ҡомда ҡыҙынып, ял итеп кенә йәшәрлек ҡояшлы төйәкте ташлап Башҡортостанға ҡайтырға нимә мәжбүр итте? Көньяҡта үҫкән емеш-еләк, татлы ризыҡтар һағындыра тор­ғандыр әле. Беҙҙәге кеүек әллә күпме йылы кейем-һалым алаһы ла юҡ, ҡиммәтле шәшке тундар ҙа кәрәкмәй… – тип ҡыҙҙың күңелен сиртеп ҡарайбыҙ.
– Һеҙ үҙегеҙҙең ниндәй ожмах ҡоса­ғында йәшәгәнегеҙҙе баһалап бөтмәй­һегеҙ, – тип ҡаршы төшә Регина. – Миңә Башҡортостандағы климат та, ваҡытында иҫкән еле лә, ваҡытһыҙ яуған ямғыры ла, ыжғыр ҡышы ла һәләк оҡшай. Илле градуслыҡ эҫе ялҡытҡан, күрәһең. Ә тәбиғәт бында ниндәй гүзәл! Һәр ерҙә – йәшеллек! Башҡортостанда ла бит шул уҡ ҡояш, йылыһы барыбыҙға етә. Ата-бабаларыбыҙҙың төбәгенә әйләнеп ҡай­тыуыбыҙға ифрат шатбыҙ. Тик ошоғаса илдең тулы хоҡуҡлы гражданы була алмауыбыҙ гел күңелде ҡырып торҙо. Сит илдә йәшәүсе ватандаштарыбыҙҙың Башҡортостанға күсеп ҡайтыуына бу­лышлыҡ итеүсе ярҙамсы программаның эшләй башлауын түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ.
Һүҙ ниндәй программа тураһында бара һуң? “Башҡортостан Республикаһында хеҙмәт баҙарын көйләү һәм халыҡтың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү” тип аталған дәүләт программаһының бер өлөшө ул. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә кадрҙарға ҡытлыҡты кәметеү, медицина хеҙмәткәр­ҙәренең сафын тулыландырыуҙы күҙ уңында тотҡан был мөһим эш респуб­ликаға сит төбәктәрҙән белгестәр йәлеп итеүҙе бурыс итеп ҡуя. Сара йыл һайын дәүләт программаһында 60 белгестең һәм уларҙың 120 ғаилә ағзаһының ҡатнашыуын тәьмин итә ала. Ошо маҡсатҡа республика бюджетынан йыл да 2,5 миллион һум, федераль ҡаҙнанан ярты миллион һум аҡса бүленәсәк. Программа 2020 йылға тиклем иҫәпләнгән.
Өҫтәүенә медиктар өсөн төрлө ярҙам саралары ҡаралған. Беренсенән, федераль бюджет программала ҡатнашыусы­ның һәм уның ғаиләһенең донъяның теләһә ниндәй мөйөшөнән тыуған төбәккә күсенеү сығымдарын ҡаплаясаҡ. Федераль бюджет иҫәбенән (Эске эштәр министр­лығы аша) программала ҡатнашыусыға – 20 мең һум, ғаилә ағзаларына 10-ар мең һум аҡса түләнергә тейеш. Иң мөһиме – Рәсәй гражданлығын алыу мәсьәләһе тиҙләтеләсәк. Регина тап ошо мәлде түҙемһеҙлек менән көтә лә инде.
– Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы гражданы булыуымды яҡты өмөттәр бағлап, ашҡынып көтәм. Бығаса күңелгә ятҡан эште табыуы еңел булманы. Бөтә ерҙә лә һиңә ышаныс күрһәтеп бармайҙар. Үзбәкстан медицина колледжында алған дипломымды Мәскәү аша раҫлау ҙа ярты йыл ваҡытты алды. Аттестация үттем, бөтәһе лә яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе хәҙер, – тип шатлығы менән уртаҡлаша Регина Мисуар ҡыҙы.
Әйткәндәй, ҡыҙҙың ғаилә ағзалары ла күңеленә ятҡан шөғөл тапҡан. Атаһы – икмәк бешереү оҫтаһы, апаһы Зөлфиә – шәфҡәт туташы, ә ҡустыһы Шамил ошо ваҡыт эсендә, Башҡортостан, Рәсәй намыҫын яҡлап, тхэквондо буйынса ойошторолған ярыштарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулаған. Регина үҙе лә ҡәнәғәт­ләнеп өйҙә ята торғандарҙан түгел. Эш араһында көнсығыш бейеүҙәрен өйрәнә, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, оҙаҡламай Башҡорт дәүләт университетының психология факультетында белем алырға иҫәп тота.
Шәйәхмәтовтар кеүек егәрле, тырышып донъя көтөрҙәй ватандаштарыбыҙҙың тыуған төбәгенә изге күңел менән аяҡ баҫыуына шатланырға ғына кәрәк. Регина әйтеүенсә, быйыл Рәсәй паспортын ҡулға алыу уның өсөн иң сағыу байрам, көтөп алынған ҙур шатлыҡ буласаҡ.
Ирекһеҙҙән бөтәбеҙгә билдәле шағир В. Маяковскийҙың совет паспорты тураһындағы шиғырында ғорур яңғыраған һүҙҙәр иҫкә төшә: “Уҡығыҙ, көнләшегеҙ, мин – Советтар Союзы гражданы!” Заманалар үҙгәрһә лә, гражданлыҡ тойғоһоноң ниндәй юғары, көслө булыуына дәлил был.


Вернуться назад