Илле гармунсы бергә сығып баҫһа...16.08.2018
Илле гармунсы бергә сығып баҫһа...Бай тарихлы Йәрмөхәмәт ауылына быйыл 280 йыл тулды. Бөгөн дә ул тотороҡло үҫеш юлында: яңы йорттар ҡалҡа, халыҡ дәртләнеп донъя көтә. Урындағы мәҙәниәт йортоноң да ишеге ябылмай, йыр-моңға ғашиҡ йәрмөхәмәттәр һәр сараға, байрамға эркелеп килә.

Бик һәләтле халыҡ йәшәй бында. Мәҫәлән, ауылдағы 600 самаһы кешенең 50-нән ашыуы гармунда, баянда уйнай. Йырсылар тураһында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәйҙер, сөнки “бында бөтөн ауыл йырсы” тигән дандары тирә-яҡҡа күптән таралған.
Оҫта ойоштороусы, туплаусы булған ерҙә, әлбиттә, эш тә уңышлы бара. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вәкилә Әхмәтйәнова 1972 йылдан бирле эшләй. Уҙған быуат аҙағынан мәҙәниәт йортоноң алыш­тырғыһыҙ етәксеһе. Тормош иптәше лә сәнғәт өлкәһен үҙ иткән. Ингел Әхмәтйәнов 1976 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-мәғрифәт техникумын тамамлап, Йәр­мөхәмәттә хеҙмәт юлын башлаған, әле лә һайлаған һөнәренә тоғро.
– Беҙгә килгән кеше бер ҡайҙа ла китмәй. Практикаға тип ваҡытлыса килгәндәрҙең дә күбеһе ауылда тороп ҡала, – ти Ингел ағай, шаяртып.
Ауылдаштары Вәкилә менән Ингел Әхмәтйәновтар хаҡында: “Улар ғүмер буйы мәҙәниәт тормошонда ҡайнай”, – ти. Киң күңелле, ихлас, халыҡ менән уртаҡ тел таба белгән ғаилә, ысынлап та, бар яҙмышын туймазыларға рухи байлыҡ таратыуға бағышлаған.
Әле мәҙәниәт йортонда театр коллективы уңышлы эшләй, гармунсылар ансамбле лә бар. “Ғаилә”, “Ауыл егеттәре”, “Серҙәштәр” йыр һәм фольклор төркөм­дәре сығыштары менән халыҡты ҡыуан­дырып тора. Шулай уҡ “Йондоҙ” трио­һының, дуэттарҙың, яңғыҙ башҡарыу­сыларҙың йыр-моңон көтөп ала ауылдаштары. Һәр коллективтың да репертуары бай, үҙенсәлекле.
Сығыштарҙы музыкаль яҡтан биҙәгәндә Вәзиф Мусин, Рәмил Рафиҡов, Рәвил Хәйруллин, Рафаиз Йәләлов, Гөлназ Белголова баянда уйнай, Ингел Әхмәтйәнов мандолина ҡылдарын сиртә. Шулай уҡ Рөстәм Вафин, Әлмира Йыһаншина, Зөлфиә Хәбирова, Рузилә Рафиҡова, Тәслимә Солтанова, Ильвира Ғәниева, Рәзинә Мусина, Ринат Сәлмәнов, Гүзәл Латипова кеүек һәүәҫкәр йырсылар, мәҙәниәт йортоноң штатта торған артис­тары кеүек, репетицияларҙы ҡалдырмай, моңло тауыштары менән ауылдаштарына рухи байлыҡ тарата.
– Аҙнаһына өс тапҡыр репетицияға йөрөйбөҙ, күрше Ҡандра ауылынан килеп етәбеҙ, – ти 65 йәшлек Рәмил Рафиҡов. Ул һөнәре буйынса нефтсе.
Ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Рәвил Хәйруллинды айырым билдәләге килә. Уны һау-сәләмәт булып та, тормоштан ваз кискән, маҡсатһыҙ йәшәгән кешеләргә үрнәк итеп ҡуйырлыҡ. Рәвил тыумыштан һуҡыр. Шулай булһа ла, махсус уҡыу йортонда биш класты тамамлай, баянда уйнарға өйрәнә. 1996 йылдан бирле әлеге мәҙәниәт йортонда шөғөлләнә.
– Рәвил матур йырлай, баянда уйнай. Бер концертты ла ҡалдырмай, гастрол­дәргә лә йөрөй. Сәхнә оҫтаһына ҡатыны Сирена ярҙам итә. Ул да ҡул эшенә оҫта: сигә лә, бәйләй ҙә, – ти ауылдаштары.
Вәкилә менән Ингел Әхмәтйәновтарҙың ҡыҙҙары Гөлназ Белголова – ата-әсәһенең ярҙамсыһы. Ул – уҡытыусы. Ҡандра ауылында йәшәй, әммә Йәрмөхәмәткә репе­тицияларға йөрөй, ансамбль башҡарған йырҙарҙы икешәр, өсәр тауышҡа һала. Баянда ла, синтезаторҙа ла уйнай, йырҙарға көй яҙа.
Тәжрибәле коллективтың даны тирә-яҡҡа таралған. Улар район, республика кимәлендәге сараларҙа, һабантуйҙарҙа, байрамдарҙа әүҙем ҡатнаша, өлгәшкән уңыштары бихисап. 2016 йылда “Мин яратам һине, тормош!” республика фести­валендә беренсе урынды алғандар. “Аулаҡ өй”, “Килен төшөрөү”, “Киске уйын” кеүек йолаларҙы тергеҙеү буйынса ла әүҙем эш алып баралар. Яңыраҡ Йәрмөхәмәт ауылы урамында “Киске уйын” үткәргәндәр. Сара йәштәргә лә оҡшаған, улар ошоноң кеүек сараларҙы тағы ла ойоштороуҙарын һораған.
Тимәк, ауылдарҙа, Йәрмөхәмәттәге кеүек, мәҙәниәт усаҡтары гөрләп эшләп торһа, йәш быуын рухлы булып үҫә. Был саҡта телебеҙ ҙә, йолаларыбыҙ ҙа, рухи байлығыбыҙ ҙа һаҡланыр.

Туймазы районы.


Вернуться назад