Рәсәй Федерацияһының VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы ағзаһы Зариф Закир улы Байғусҡаров менән беренсе тапҡыр осрашыуыбыҙ түгел: Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе булып эшләгән осорҙа ул “Башҡортостан” гәзите менән әүҙем хеҙмәттәшлек итте, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса тура бәйләнештәр ойошторҙоҡ, гәзит уҡыусыларҙың төрлө һорауҙарына төплө яуаптар әҙерләнек.
Һуңғы ике йылда Зариф Байғусҡаровтың эшмәкәрлек даирәһе тағы ла киңәйҙе, иңенә ил кимәлендәге хәстәрҙәр һалынды. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты булараҡ, әлбиттә, ул күберәк ваҡытын Мәскәүҙә, төп эш урынында үткәрә. Әммә ишетеп-белеп торабыҙ: депутат тыуған республикаһында, халыҡ араһында йыш була, осрашыуҙар ойоштора, уға өмөт бағлап, теге йәки был мәсьәлә менән мөрәжәғәт иткән кешеләргә ярҙам күрһәтергә, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын табырға тырыша, шуға күрә үҙен төбәгебеҙҙә ихтирам итәләр.
...Эшмәкәрлегенең офоҡтары киңәйеү менән бер рәттән, абруй-вазифаһының юғарыраҡ күтәрелеүе Зариф Закир улын бер ҙә үҙгәртмәгән: ул һәр ваҡыттағыса ихлас, асыҡ әңгәмәсе. Үҙе ауылда тыуып үҫкән, урындағы проблемаларҙы яҡшы белгән шәхес булараҡ, төп хәстәр-уйҙары ла ябай кешеләр хаҡында. Ғөмүмән, әңгәмәбеҙ закондар булдырыу даирәһенең ниндәй генә өлкәһенә ҡағылмаһын, һөйләшеү һәр саҡ “халыҡ өсөн шулай яҡшыраҡ була бит”, “кешеләрҙең күпме проблемаһы хәл ителәсәк” кеүегерәк һүҙҙәр менән аралашып барҙы, күп яҡлы килеп сыҡты. [/b]
– 2016 йылда Рәсәй Дәүләт Думаһына һайланғас, һеҙ бер интервьюла: “Миңә йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәү йәһәтенән һайлаусыларым алдында йыл һайын отчет тотасаҡмын, күрһәтелгән ышанысты аҡларға тейешмен”, – тигәйнегеҙ...
– Халыҡтың һулышын тойоп, уның йәшәйешенең үҙенсәлектәрен, проблемаларын белеү һәм аңлау өсөн кешеләр араһында йыш булыу, аралашыу фарыз. Был йәһәттән күп ваҡытымды ошо маҡсатҡа йүнәлтергә тырашам. Халыҡ араһында йыш булам, социаль селтәрҙәрҙә лә эшмәкәрлегемде яҡтыртып барам, кешеләрҙе яңы закон проекттары, ҡануниәт өлкәһендәге яңылыҡтар менән таныштырам. Әгәр ҙә мөрәжәғәттәр буйынса аныҡ һөҙөмтә бар һәм мәсьәлә хәл ителгән икән, яҡшы, тимәк, тырышлыҡ бушҡа булмаған. Ғөмүмән, депутат булдым да эш бөттө, Мәскәүҙә, Рәсәй Дәүләт Думаһы кабинетында ғына ултырырға була тигән уйҙар башыма ла инеп сыҡҡаны юҡ: мөрәжәғәттәр күп, кешеләр, өмөт бағлап, төрлө проблемаларын яҙа, осрашыуҙарға килә – бер ваҡытта ла ҡабул итмәйенсә, тыңламайынса ҡалмайым, мәсьәләне хәл итеү юлдарын барлайым.
Депутат итеп һайланғас: “Тыуған илгә 30 йыл хеҙмәт итеү дәүерендә эшмәкәрлегем бер ҡасан да сәйәсәт менән бәйле булманы. Уның менән тәүге тапҡыр праймеризда осраштым”, – тигәйнем. Хәҙер иһә дәүләт сәйәсәте өлкәһендә ике йыл самаһы эшләйем, әммә үҙемде барыбер сәйәсмән тип иҫәпләмәйем. Бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, был даирә, халыҡ ышанып тапшырған депутатлыҡ вазифаһы миңә кешеләр мәнфәғәтен ҡайғыртыу йәһәтенән киңерәк мөмкинлектәр генә аса.
– Рәсәй Дәүләт Думаһының эшмәкәрлеге хаҡында бер-ике кәлимә һүҙ әйтһәгеҙ ине.
– Бынан алдағы саҡырылыштарҙа депутат булған хеҙмәттәштәрем билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа Думаның эшмәкәрлеген камиллаштырыу, һөҙөмтәлерәк итеү өсөн бихисап эш башҡарылған һәм ыңғай үҙгәрештәр, ысынлап та, ифрат күп.
Элек, мәҫәлән, депутат айҙың ике аҙнаһында пленар ултырыштарҙа ҡатнашһа, ҡалған икәүһендә һайлаусылар менән эшләү өсөн үҙ округына ҡайта алған. Унан тыш, ултырыштарҙа ҡатнашыу мотлаҡ талап булмаған. Хәҙер иһә, етенсе саҡырыуҙа, тәртип бик ҡаты. Өс аҙна дауамында пленар ултырыштар була, бер аҙна – һайлаусылар менән эшләү өсөн. Закондар ҡабул итеү төп хеҙмәтебеҙ булғас, был ғәмәл менән тулыһынса килешәм һәм бер генә ултырышты ла ҡалдырғаным юҡ. Унан тыш, фекер алышыуҙарҙа әүҙем ҡатнашырға, халыҡ мәнфәғәтенән сығып, төрлө тәҡдимдәр индерергә тырышам.
Эштең асылын аңлатыу өсөн ҡайһы бер һандарға туҡталайыҡ. Мәҫәлән, ике йыл элек, етенсе саҡырылыш депутаттары Дәүләт Думаһына килгәндә, беҙҙән алда эшләгәндәрҙән ике мең самаһы ҡаралмаған закон проекттары “мираҫ” булып ҡалғайны. Ҡайһы берҙәре үткән быуаттың 90-сы йылдарынан, яңы быуат башынан ятҡан. Ошоларҙы тикшереп бөтөү өсөн пленар ултырыштар көн дә тиерлек була, сөнки закон проекттарының шунса күләмдә йыйылыуы дөрөҫ түгел: уларҙы йә ҡабул ҡылыу, йә инҡар итеү фарыз.
Бөгөн беҙҙең саҡырылыш депутаттары 1965 закон проектын ҡараған, уларҙың 279-ы ҡабул ителгән, 55-е ҡаралыу өҫтөндә. Шәхсән үҙемә килгәндә, 23 закон проектының авторҙашы, бишәүҙең авторы булдым. Ғәмәлдәге закондарҙы камиллаштырыу, төҙәтмәләр индереү йәһәтенән 53 төҙәтмә индерҙем.
– Хеҙмәт кодексының 257.1-се статьяһына үҙгәреш индерергә тәҡдим ителгәне мәғлүм. Уның буйынса 12 йәшкә тиклемге өс һәм унан күберәк балалар тәрбиәләгән ата-әсәләргә ял үҙҙәре теләгән ваҡытта бирелергә тейеш. Быға тиклем ошондай ташлама 12 йәшкә тиклемге ике балаһы булған әсәләргә генә яһала ине. Һеҙҙең фекерегеҙсә, яңы закон проектынан ниндәй һөҙөмтәләр көтөргә була?
– Әлегә был закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡаралған. Билдәле булыуынса, тәүге этапта проекттың концепцияһы ҡабул ителә, унан һуң, икенсе уҡыуҙарға тиклем, төҙәтеүҙәр, үҙгәрештәр индерергә мөмкин.
Минең фекеремсә, ғаиләне һәм балаларҙы яҡлау йәһәтенән, социаль юҫыҡтан ифрат әһәмиәтле проект. Ул ҡабул ителгән осраҡта, ата менән әсәгә бер ваҡытта отпуск алып, бергә ял итеү, балаларына иғтибар бүлеү мөмкинлеге артасаҡ. Күптәр оҙайлы каникул ваҡытына – балалары эргәлә булған осорға – йәғни йәйгелеккә өҫтөнлөк бирәлер, тип уйлайым. Халыҡ был яңылыҡты, һис шикһеҙ, ыңғай ҡабул итәсәк.
– Ғаилә темаһын дауам итеп, башҡа мөмкинлектәрҙе лә телгә алайыҡ. Һуңғы йылдарҙа дәүләт тарафынан был өлкәгә иғтибар бермә-бер артты, граждандарға төрлө кимәлдәге ярҙам күрһәтелә. Шулар иҫәбенә ташламалы ипотеканы индерергә мөмкин: белеүебеҙсә, уға быйыл 1 ғинуарҙан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем икенсе йәки өсөнсө балаһы тыуған ғаиләләр өмөт итә ала...
– Эйе, алты процентлы ставкалы ипотека – ҙур ярҙам, әммә уның үҙенсәлектәрен белеү зарур. Мәҫәлән, ғаиләлә телгә алған осорҙа икенсе бала тыуһа, льготалы ипотека – өс йыл, өсөнсө бала тыуһа – биш йыл дауамында ғәмәлдә буласаҡ. Бындай осраҡтар ҙа булыуы бар: мәҫәлән, граждандың икенсе балаһы тыуҙы ла, ул билдәләнгән өс йылға льготалы ипотека алды, ти. Ошо осорҙа ғаиләлә өсөнсө бала донъяға килеүе ихтимал. Уның өсөн льготалы осор икенсе баланыҡы үткәс, өс йылдан ғына, башлана, йәғни бындай ғаиләнең ипотекалағы льготалы осоро, дөйөм алғанда, һигеҙ йылға тиклем етәсәк.
Дәүләт ярҙамы 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң ғәмәлгә ингән кредит килешеүҙәренә ҡағыла. Кредит күләме 3 миллион һумдан артмаҫҡа, тәүге иғәнә күләме 20 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш.
Әлеге ваҡытта банктар торлаҡ өсөн кредиттарҙы уртаса 9,8 процентлыҡ ставка менән бирә. Тимәк, 9,8 һәм 6 проценттарҙың айырмаһын льготалы категорияға ҡараған граждандар өсөн дәүләт ҡаплаясаҡ, тигән һүҙ. Бының өсөн бюджеттан 600 миллиард һум аҡса бүленә.
Был йәштәр өсөн бик әһәмиәтле сара, сөнки меңәрләгән ғаилә балаларын уңайлы, иркен шарттарҙа үҫтереү мөмкинлегенә эйә була.
– Дәүләт хеҙмәтен күрһәткәндә граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау, аныҡлабыраҡ әйткәндә, Күп функциялы үҙәктәрҙең эшен камиллаштырыу йәһәтенән дә ҡануниәткә күптән түгел үҙгәрештәр индерелде...
– Эйе, һуңғы уҡыуҙа “Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе ойоштороу” тураһындағы Федераль законға үҙгәрештәр индерелде. Шулай итеп, документҡа ярашлы, алдан билдәләнмәгән нигеҙҙәр буйынса документтарҙы кире ҡайтарыу мөмкинлеге булмаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта элегерәк күрһәтелмәгән документтар түбәндәге осраҡтарҙа ғына талап ителергә тейеш: беренсенән, Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәренең законһыҙ йәки хаталы ғәмәлдәре асыҡланғанда; икенсенән, ҡануниәткә үҙгәрештәр индерелгәндә.
Әгәр ҙә был хата дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеүсе вазифалы кешенең яуапһыҙлығы арҡаһында булһа, ғәйепле кеше тейешле язаһын аласаҡ, ғариза биреүсегә был хаҡта хәбәр ителәсәк.
Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе органдарҙың йәки Күп функциялы үҙәктәрҙең граждандарға нигеҙһеҙ рәүештә документтарҙы кире ҡайтарыуы һәм хеҙмәтте ҡабат күрһәтмәүе, бының сәбәбен аныҡламауы тураһында халыҡтан бихисап мөрәжәғәт алдыҡ. Закон проектының авторҙашы булараҡ, уның ҡабул ителеүен тик ыңғай яҡтан баһалайым һәм кешеләрҙең эштәрен күпкә еңеләйтеренә инанам. Яңы закон быйыл 7 октябрҙән ғәмәлгә инәсәк һәм дәүләт, муниципаль органдар хеҙмәтте күрһәтмәйенсә, документтарҙы ҡабаттан граждандарға ҡайтара алмаясаҡ.
Шулай уҡ быйыл 19 февралдә 26-сы Федераль закон ғәмәлгә инде. Уның буйынса Күп функциялы үҙәктәрҙә күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн түләү үҙендә ойошторолорға тейеш. Был бигерәк тә ауыл ерендә урынлашҡандарына хас проблема. Унда кешеләр документ тапшырырға оҙон сиратта торғандан һуң күрһәтелгән хеҙмәт өсөн район үҙәгенең икенсе осона түләргә банкка барырға, унда тағы ла сират көтөргә мәжбүр ине. Шунан йәнә Күп функциялы үҙәккә юлланырға тейеш.
– Рәсәй Граждандар кодексының 1080-се статьяһына индерергә тәҡдим ителгән үҙгәрештәр хаҡында ла ентекләберәк аңлатайыҡ. Ғәмәлдә һүҙ автомобилде ҡыуып алып киткәндә килтерелгән зыянды ҡаплатыу хаҡында бара.
– Судья булып эшләгән осорҙа миңә шундай хәлдәр менән йыш осрашырға тура килде. Мәҫәлән, кешенең автомобилен ҡыуып алып китәләр ҙә, йөрөп туйғас, теләһә ҡайһы урында ташлап ҡалдыралар. Артабан транспорт сараһын йә тағы урлайҙар, йә һуҡтыралар, йә һүтеп алалар. Ҡыҫҡаһы, хужаға зыян килде, тигән һүҙ. Хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре тәүге булып кеше автомобилен урлаған енәйәтсене тотһа ла, күпселек осраҡта ул: “Йөрөнөм дә шул урында ҡалдырып киттем”, – тип аҡлана, артабан автомобиль менән нимә булғанын белмәй. Машинаны ҡыуыусыны, әлбиттә, хөкөмгә тарттырасаҡтар, әммә транспорт хужаһына бынан ни файҙа? Әлбиттә, хоҡуҡ һаҡлау органдары тағы бер енәйәт эше асасаҡ, унда билдәһеҙ шәхестәргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ. Ҡыҫҡаһы, урланған автомобилде йә һүткән, йә ҡабаттан урлап юҡҡа сығарған билдәһеҙ кешеләр күпселек осраҡта табылмай, ә транспорт сараһы хужаһына зыянды кем ҡапларға тейеш? Ә бит ябай кешеләрҙең күбеһе автомобилде кредитҡа һатып ала, ҙур проценттар түләй.
Беҙҙең фекеребеҙсә, мөлкәт өсөн яуаплылыҡты автомобилде ҡыуып алып китеүсе үҙ өҫтөнә алырға тейеш, хатта ул уға ултырып, бер аҙ йөрөп килгән, аҙаҡ ташлап киткән хәлдә лә. Тап уның арҡаһында автомобиль зыян күргән килеп сыға, шуға ул матди сығымды ҡапларға тейеш. Шул уҡ ваҡытта, урланған автомобилде артабан һүткән, һатҡан, ватҡан кешенән дә яуаплылыҡ алынмай. Закон ҡабул ителгәс, машинаны ҡыуып алып китеүсе автомобилде ремонтлау өсөн йәки яңы машина һатып алыуҙың сығымын да түләргә тейеш буласаҡ.
– Һеҙ эскелеккә ҡаршы әүҙем көрәшәһегеҙ. Техник спирттан яһалған араҡы, көмөшкә һатыусыларҙың эшмәкәрлеген туҡтатырға ярҙам иткән закон авторҙарының береһе лә һеҙ. Белеүебеҙсә, хәҙер спиртлы эсемлекте рөхсәтһеҙ һатыусыларға ярайһы уҡ ҙур күләмдә – 30 мең һумлыҡ штраф һалына. Ошо үҙгәрештәр индерелгәнгә бер йыл самаһы ваҡыт үтте. Халыҡ араһында йөрөгәндә, ошо юҫыҡҡа ҡағылышлы үҙгәрештәр күренәме?
– Эскелек – йәмғиәтебеҙҙәге афәт, ҡот осҡос эҙемтәләргә килтергән уртаҡ бәлә. Тап “йәшел йылан” арҡаһында меңәрләгән енәйәт яһала, ғаиләләр тарҡала, балалар бәхетһеҙ мөхиттә үҫә. Әйткәндәй, халыҡ араһында осрашыуҙар үткәргәндә эскелеккә зарланғандарҙы йыш ишетергә тура килә.
Йәмғиәтебеҙҙең көнүҙәк проблемаһын хәл итеүгә дәүләт тарафынан да ҙур иғтибар булырға тейеш. Ә иҫереп йөрөү бәғзеләрҙең көндәлек шөғөлөнә әйләнмәһен өсөн, эскелеккә ҡаршы көрәшеүҙең яңы юлдарын эҙләргә кәрәк. Һайлау алды кампанияһы барышында халыҡ был хәлгә йыш зарланды, закондар кимәлендә сара күреүемде һораны, шуға ла сәйәси эшмәкәрлегемдә заман афәтенә ҡаршы көрәш ҙур урын алып тора.
Быға тиклем законһыҙ рәүештә ялған алкоголле эсемлектәр менән сауҙа итеүселәргә штраф ике мең һум тирәһе тәшкил итә ине. Ошо йәһәттән депутат хеҙмәттәштәрем менән пленар ултырыштарҙа күп тапҡыр фекер алыштыҡ, эскелеккә ҡаршы көрәште һөҙөмтәлерәк итеү юлдарын барланыҡ, проектыбыҙҙы тәҡдим иттек. Тырышлыҡ бушҡа китмәне: былтыр августа әлеге закон көсөнә инде, ялған алкоголь өсөн яуаплылыҡ көсәйтелде. Енәйәт һәм енәйәт-процессуаль кодекстарға индерелгән төҙәтмәләр этил спиртының, алкоголле һәм спиртлы продукцияның законһыҙ әйләнеше өсөн хөкөмгә тарттырыуҙы көйләй. Ошондай эсемлектәр менән сауҙа итеүҙе иҫкәртеүҙән һуң да туҡтамаған, шулай уҡ ялған акциз маркалар, махсус федераль маркалар етештергән һәм файҙаланған өсөн дә яуаплылыҡ артты.
Хәҙер законды боҙған физик шәхес 30 меңдән 50 мең һумғаса штраф түләй. Яуаплылыҡҡа ҡабат тарттырылған кешегә иһә 50 меңдән 80 мең һумғаса штраф һалына, йәки ул бер йылға холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп ителә. Был да һөҙөмтә бирмәһә, законды боҙоусы иркенән мәхрүм ителә.
Әммә эскелеккә ҡаршы көрәш полицияның ғына бурысы түгел ул. Йәмәғәтселек ойошмалары, урындағы үҙидара органдары, халыҡ та был эшкә әүҙем ҡушылырға, законһыҙ алкоголдең һатылыу урындарын хәбәр итергә тейеш. Иң мөһиме – битараф булмаҫҡа!
Яңыраҡ Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттарына тағы бер тәҡдим индерҙем: “фанфурик” тип аталған, составында 75 процентҡаса спирт булған эсемлектәр йә һатыуҙан тыйылырға, йә акциз индерелеп, уларҙың хаҡы күтәрелергә тейеш. Был мәсьәлә мотлаҡ ҡараласаҡ.
Бер хәмер ҡоло ла үҙен эскесе тип һанамай. Эйе, улар үҙҙәре генә йонсомай, яҡындарының тормошон тамуҡҡа әүерелдерә. Ғаиләһендә янъял ҡуптарған, яҡындарына ҡул күтәргән, енәйәт ҡылған, иҫерек килеш рулгә ултырған кешеләр, минең ҡарамаҡҡа, мотлаҡ дауаланырға тейеш. Бөгөнгө закондар буйынса, кешенең теләге булмайынса, уны мәжбүри дауаларға ярамай. Әммә хәмер ҡолоноң үҙ теләге менән дауаланыуы – һирәк хәл. Эскелек – ул сир һәм уға ҡаршы көрәшергә кәрәк, шуға күрә бер хеҙмәттәшем менән көҙгө ултырыштарҙа тәҡдим итергә закон әҙерләйбеҙ.
Әлеге закон проектына ҡаршы сығыусылар ҙа бар, йәнәһе, кеше хоҡуҡтары үтәлмәйәсәк, тиҙәр. Әммә эскеселәрҙең йәмғиәткә ниндәй ҙур бәлә килтереүен уйлаһаң, иманым камил, бындай закон мотлаҡ кәрәк.
Һөҙөмтәгә килгәндә, район-ҡалалар буйлап йөрөгәндә, эшлекле, тырыш кешеләр менән йыш аралашам, уларҙың ҙур хужалыҡ тотоп, етеш йәшәүе, балаларының киләсәген хәстәрләүе, ауырлыҡтарға зарланмауы һәм бирешмәүе шатландыра. Ундайҙар арабыҙҙа күп, шөкөр. Уңышһыҙлыҡтарҙа башҡаларҙы йә дәүләтте ғәйепләп, ҡул ҡаушырып ултырғандар, күңелен араҡыға һалғандар, әлбиттә, тәүге сиратта, үҙҙәре ғәйепле, сөнки яҙмыш юлын һәр кем үҙе һайлай.
Һуңғы йылдарҙа кешеләрҙең айыҡ тормошҡа өҫтөнлөк биреүен, ғаилә байрамдарының, туйҙарҙың алкоголле эсемлектәрһеҙ – буҙа һәм ҡымыҙ менән үтеүен күреп, күңел күтәрелә. Һабантуйҙарҙа ла иҫерек кешеләр осрамай тиерлек. Бында беҙ, депутаттар, ҡабул иткән закондарҙың да өлөшө барҙыр, тип уйлайым.
– Һүҙҙең аҙағында йәмәғәтселек араһында киң резонанс тыуҙырған башланғыс – пенсия йәшен күтәреү хаҡында фекерегеҙҙе ишетке килә.
– Был – күптән өлгөрөп еткән проблема, уны кисекмәҫтән хәл итеү кәрәк. Эйе, йәмәғәтселектә әлеге мәсьәлә ҡапма-ҡаршылыҡлы ҡараш тыуҙыра, бәхәстәр тынғаны юҡ. Ул күптәргә оҡшамай, әммә тыуған проблемаларҙы хәл итергә кәрәк. Дәүләт ҙур аҙымдар менән алға барһын, көслө һәм ҡеүәтле булһын өсөн, бөгөнгө пенсия системаһын да үҙгәрешһеҙ ҡалдырырға ярамай.
1956 йылда, әлеге ҡануниәт ҡабул ителгән осорҙа, илебеҙҙә бер пенсионерға дүрт эшләгән кеше тура килһә, хәҙер иһә был һан 1,8-гә тиң. Әлеге ваҡытта дәүләттә ыңғай күренеш – ғүмерҙең оҙайыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, 2000 йылда 65 йәш тә 5 ай булһа, бөгөн уртаса ғүмер оҙонлоғо 73, 5 йәш тирәһе тәшкил итә. Киләсәктә бер эшсегә бер пенсионер тура киләсәк һәм ҡаҙна пенсия сығымдарын күтәрә алмаясаҡ.
Закон проектының төп асылы – пенсия күләмен арттырыу, сөнки күп осраҡта кеше хаҡлы ялға сыҡҡас та, ҡайҙалыр эшләп, өҫтәмә аҡса табыу юлдарын эҙләргә мәжбүр. Халыҡ-ара хеҙмәтте һаҡлау стандарттарына ярашлы, пенсия хеҙмәт хаҡының 40 процентынан кәм булырға тейеш түгел. “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары Хөкүмәткә ошо талаптарҙы үтәүҙе һорап сығыш яһаны. Кеше пенсияға сыҡҡас, аҡса етмәгәнлектән эш эҙләп йөрөргә тейеш түгел.
Закон проекты ҡабул ителгән осраҡта, 2019 йылдың февраленән пенсия күләме 2018 йылдағы инфляция процентынан сығып, 3,5 процентҡа артасаҡ, 1 апрелдән был һан 7 процентҡа етергә тейеш – был күҙаллаған инфляциянан ике тапҡырға юғарыраҡ. Тағы ла ауылда кәмендә утыҙ йыл эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандарҙың пенсияһын 25 процентҡа арттырыу хаҡында Рәс әй Хөкүмәтенә тәҡдим индерҙек, 2019 йылдың 1 ғинуарынан был закон эшләй башлар тип өмөт итәйек.
[b]Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА әңгәмәләште.[/b]