Илеш яугире Ғилмеғаян08.05.2012
Илеш яугире ҒилмеғаянБөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң күп йылдар үтте, һыуҙар аҡты, әммә күңел яралары, Ғилмеғаян Мөхәмәтйәнов әйтмешләй, һаман төҙәлмәй...
Ғилмеғаян Мирғәлим улы Һеңрән ауылында унынсы бала булып донъяға килә. Шуға ла тормоштоң әсеһен-сөсөһөн иртә татырға тура килә. Ул ғынамы? 1933 йылда атаһына кулак мөһөрө тағып, төрмәгә ябалар. Өҫтәүенә, барлыҡ мөлкәтен тартып алып, ҡыш өҫтөндә яҡын кешеләрен урамда ҡалдыралар. Нишләһен, ғаиләһе ауылдың бер осондағы ташландыҡ өйҙә урынлаша: иҙән-тәҙрә туҙған, ишек сереп бөткән. Балалар ситән үреп, үҙҙәренсә йортто рәткә килтерә. Әммә ул ғына ярҙам итмәй — һыуыҡтан, аслыҡтан Ғилмеғаяндың өс ир туғаны вафат була. Ҡалғандар “бирешмәҫкә, нисек тә ауырлыҡҡа түҙергә” тигән маҡсат ҡуйып, көн күрә башлай. “Беҙ бергәләп көн һайын ике пар сабата үрә, йөҙ кирбес һуға инек. Ошоно үтәһәк кенә, уйнарға сығырға рөхсәт бирелде”, — тип иҫкә ала Ғилмеғаян бабай. Бәхеттәренә, һаулығы бик ныҡ ҡаҡшаһа ла, өс йылдан һуң атайҙары төрмәнән ҡайта. Һуғыш алдынан Ғилмеғаян ауылда хат ташыусы булып эшләй. Билдәле, 14 йәшлек малайға еңел булмай, сөнки почтаны Исәмәт ауылынан алып ҡайтырға кәрәк. Ләкин ул барыһына ла түҙә. Һуғыш башланып, ир-егеттәр аҙайғас, Ғилмеғаянға тағы ла яуаплыраҡ бурыс йөкмәтелә — бригадир итеп ҡуялар. Эшсе көстөң булмауы, техниканың һирәгәйеүе аҙым һайын үҙен һиҙҙерә. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, бригадир һәр участкала эште яҡшы ойоштора.
1943 йыл. 18 йәше тулған егеткә армияға китергә ваҡыт етә. Һалдат хеҙмәте Алкинда әҙерлек үтеүҙән башланып, фронт һыҙығына барып тоташа. Автоматсы егет (1-се Украина фронты составында) Киев, Львов ҡалаларын, Польша ерҙәрен немец илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыштың ҡот осҡос ваҡиғалары менән осрашырға тура килә уға. Ана шуларҙың береһендә, 1945 йылдың һалҡын ғинуарында, снаряд ярсығы тейеп, ҡаты яралана. Ике ай госпиталдә дауаланғандан һуң, апрелдә ауылға ҡайта. II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены һәм бихисап миҙалдар менән бүләкләнгән батыр яугир Еңеү шатлығын ауылдаштары менән бергә кисерә. Тик ике ағаһы ғына һуғыш яланында ятып ҡала.
Ҡайҙа инде ул дәүерҙә оҙаҡлап ял итеү — Ғилмеғаян Мөхәмәтйәнов М. Горький исемендәге колхозға эшкә сыға. Техникаға ултырырға егеттәр кәрәк. Шуға ла Баҡалы МТС-ына уҡырға китә һәм механизатор һөнәре ала. Артабан колхозда комбайнсы булып эшләй. Фронтта алған яралары ныҡлап һиҙҙерә башлағас, ғүмерен урман хужалығы менән бәйләй һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо тармаҡта хеҙмәт итә.
Бишҡурай ауылы ҡыҙы Вәсилә Ҡадирова менән 1947 йылдан бирле татыу ғүмер кисерә ветеран. Утыҙ ете йыл ғүмерен Һеңрән мәктәбендә йәш быуынға белем, тәрбиә биреүгә бағышлаған тормош иптәше уға ныҡлы терәк булды һәм булып тора. Татыулыҡтарының асыҡ миҫалы — үҙҙәре кеүек үк, аҡыллы ул һәм ҡыҙ үҫтерҙеләр. Хәҙер өлкәндәр ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең шатлығын тойоп йәшәй.
Лира ГӘРӘЕВА
Илеш районы.


Вернуться назад