Зәҡәт ғәҙеллек менән бирелһә...16.08.2018
Исламда “социаль йәһәттән яҡланғанлыҡ” тигән төшөнсә ҙур урында тора. “Байлыҡ байҙар араһында ғына әйләнеп йөрөмәһен өсөн зәҡәтте, етемдәргә ярҙам итеүҙе бойорҙоҡ”, — тиелә изге Ҡөрьәндә.
Хәйер биреү, мохтаждарға ярҙам итеү хаҡында бихисап хикмәт, нәсихәт, хикәйәт һәм башҡалар бар. Шуларҙың береһен иҫкә төшөрөп үтәйек. Ғүмәр хәҙрәт хәлифә булғас, төнөн урам буйлап йөрөй икән. Бер ерҙә балалар илаған тауышты ишетеп, шул йортҡа барып инә. Әсә кеше ут яҡҡан, ҡаҙанда ниҙер ҡайнай. “Аш бешәлер инде”, – тип уйлап ҡуя хәлифә.
Әммә балалар илай-илай йоҡлап китә, усаҡ яныуын дауам итә. Хәли­фәнең аптырап ҡарап торғанын күргән әсә телгә килә: “Ғәжәпләнмәгеҙ: ҡа­ҙан­да һыу ғына ул, башҡа ризығы­быҙ юҡ. Балаларҙы әүрәтеү өсөн генә ҡайнатам”. “Ә ниңә һуң ярҙам һора­майһың?” “Беҙҙең бит Пәйғәмбәр тә­ғә­йенләгән хәлифәбеҙ бар. Ул ха­лыҡтың хәлен белергә тейеш”. Һөҙөм­тәлә хәлифә ғаиләгә аҙыҡ алып килә.
Күренеүенсә, күп балалы ғаиләләргә, етемдәргә ярҙам күрһәтеү Исламда төп урында тора. “Әгәр ҙә ки байҙар ғәҙеллек зәҡәтен ғәҙеллек менән бирә торған булһа, Ер йөҙөндә фәҡирҙәр ҡалмаҫ ине”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.


Вернуться назад