Белемдең сиге юҡ16.08.2018
Республикабыҙҙа урындарҙағы дини етәкселәрҙең ғилемен арттырыу йәһәтенән төрлө саралар уҙғарылып тора. Күптән түгел, мәҫәлән, Хәйбулла районында имамдарҙың квалификацияһын күтәреү курстары ойошторолдо.

“Дини ойошмаға идара итеүҙең теорияһы һәм практикаһы” тигән программа буйынса Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла райондары һәм Сибай ҡалаһы вәкилдәре әҙерлек үтте. Сараның төп эксперттары – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡортос­тан мосолманда­рының Диниә назараты белгестәре.
Курстарҙың тәүге өлөшө Аҡъяр тау колледжында үтһә, икенсеһе – урындағы Йәмиғ мәсетендә. Имамдар мосолман дини ойошмаһының халыҡ­тың рухи үҫешендәге өлөшө, эште дөрөҫ алып барыу буйынса өҫтәмә белем алды. Уларға эксперттар тарафынан хеҙмәтенең хоҡуҡи һәм иҡтисади аспекттары төшөн­дөрөлдө. Шулай уҡ йәмғиәттәге кире күренеш­тәрҙе иҫкәртеү, мигранттар менән эш алып барыуға бәйле лекциялар ойошторолдо. Курстар һуңында имамдарға квалификацияны күтәреү тураһында таныҡлыҡ һәм сертификат тапшырылды.


Вернуться назад