Парлы булһын ғүмерҙәр!15.08.2018
Парлы булһын ғүмерҙәр!Булат бәләкәйҙән ата-әсәһенә ауырлыҡ тыуҙырманы. Яҡшы уҡыны, тәртибе лә аҡһаманы. Улдарының киләсәктә үҙ һуҡмағын табып, уңышлы кеше буласағына шикләнмәне улар. Мәктәптән һуң үҫмер бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ университетҡа инде. Бында ла уҡыуға етди ҡараны. Студент саҡта практика үтеп, үҙен ыңғай яҡтан күрһәткән, тәжрибә туплаған егетте, ҡулына диплом алғас, баш ҡаланың абруйлы компанияһында эшкә алып ҡалдылар. Хеҙмәт хаҡы ҙур булғас, бер нисә йылдан бер бүлмәле фатир ҙа алып ебәрҙе.


Булаттың уңышына туғандарының, ата-әсәһенең ҡыуанысының сиге булманы. Мөйөшө булғас, тиҙҙән өйләнер, туй гөрләтерҙәр тип өмөтләнделәр. Әммә Булаттың көтмәгәндә вафат булыуы үҙе эшләгән коллективын, яҡындарын, туғандарын шаңҡытты. “Ни өсөн былай булды һуң? Утыҙы яңы тулғайны, йәшәргә лә йәшәргә ине бит”, – тип үкһене әсәһе. Табиптар үлем сәбәбен инфаркт менән аңлатты.
Элек йәше етеү менән ата-әсәһе ҡыҙын кейәүгә биреп, улын өйләндереү сараһын күргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа утыҙы, ҡырҡы тулғандарҙың да ғаилә ҡороп барырға ашыҡмауы хәүефкә һала. Ауылдарҙа хатта бер ғаиләлә ике, өс, дүрт буйҙаҡ егеттәр ғүмер кисерә. Бәғзеләр яңғыҙаҡтарҙы ялҡаулыҡта ғәйепләргә ашыға. Ә мин шәхсән уларҙың араһында егәрле, ҡулына тотҡан һәр нәмәне ҡойоп ҡуйғандай итеп эшләй алғандарҙы беләм. Шул уҡ ваҡытта ғаилә ҡороп, балалары булып та, улар өсөн уңайлыҡтар булдырырға ашыҡмаған ялҡауҙар аҙмы ни?
Өлкәндәрҙең йәше еткән балаһын мәлендә башлы-күҙле итеп ҡалырға тырышыуының үҙ сәбәптәре бар. Ғаиләленең башына юҡ-бар еңел-елпе уйҙар кермәй. Ишле булғас, донъя хәстәренә сума ул. Йорт һалырға кәрәк, балаларҙы үҫтерергә, ашатырға, кейендерергә тигәндәй. Бөгөн ауылдарҙа өрлөк кеүек егеттәрҙең шундай хәстәрҙән азат булып, ҡайҙа һуғылырға белмәй шешәгә әүрәп, тора-бара башын элмәккә тығыуы шуның һөҙөмтәһе түгелме ни!
Ғаилә ҡороу, өйләнешеү, яңғыҙлыҡ... Был хаҡта әүәл-әүәлдән ғалимдар төрлө фәнни эҙләнеүҙәр, әҙәби әҫәрҙәр яҙған, һәм улар яңғыҙҙарҙың ғаиләлеләргә ҡарағанда йышыраҡ үлеүен билдәләй. Тәжрибәле табип-геронтолог Сергей Яковлев: “Уңышлы ғаилә тормошо – күпселек ауырыуҙар өсөн яҡшы иҫкәртеү сараһы, хатта яман шеш сирҙәре өсөн дә”, – тигән һығымтаға килгән. Сит ил табиптары ла “ғаиләһеҙҙәр инфаркттан, инсульттан һәм башҡа йөрәк-ҡан тамырҙары патологияһынан күберәк вафат була” тигән ҡарашты дәлилләй. Бигерәк тә 40 – 60 йәштәгеләр өсөн бындай хәүеф ҙур. Ә 66 – 80 йәштәрҙә ҡурҡыныс икеләтә кәмей. 80-дән һуң яңғыҙлыҡтың кешегә насар тәьҫир итеүе бөтә.
Әле берәүҙең, әле икенсенең йәшләй баҡыйлыҡҡа китеү хәбәрен ишетәбеҙ ҙә шаҡ ҡатабыҙ. Имеш, эсмәгән, тарт­маған... Ҡатыны, балалары булмаған, үҙенең уйҙары, хистәре менән яңғыҙы көн күргән кешегә нимә була һуң?
Йәшерен-батырын түгел, йәмғиәттә йәше үтеп тә һаман яртыһын тапмаған кешеләргә ниндәйҙер сәйер ҡараш йәшәй. Яйы сыҡҡан һайын “Ҡасан ғаилә ҡораһың, ниңә кейәүгә сыҡмайһың?” тигән һорауҙарҙы йыш бирә ҡайһы берәүҙәр. “Ана минең балаларым үҫеп етте инде, һиңә лә ғаилә ҡорорға кәрәк” тип әйтергә тартынмағандар ҙа бар. Әлбиттә, бындай әҙәпһеҙ һорауҙарға ҡайһы берәүҙәр йылмайып ҡына ҡараһа ла, барыбер эстән үҙенең яңғыҙлығынан ризаһыҙлыҡ күңелен өйкәй.
Доктор Яковлев билдәләүенсә, никахҡа инеү – бигерәк тә йәш һәм урта йәштәгеләр өсөн ғәҙәти күренеш. Яңғыҙҙар, балаһыҙ киләсәген, яҡлауһыҙ ҡартлығын күҙ алдына килтереп, тормошонан риза булмау тойғоһо кисерә, депрессияға бирелә. Ә былар барыһы ла үҙ сиратында төрлө ауырыуҙарҙы булдырырға булышлыҡ итә.
Был һығымтаны алты йыл буйы яңғыҙаҡтарҙың тормошон өйрәнгән Америка ғалимдары ла раҫлаған. Үҙен яңғыҙ һәм кәрәкмәгән кеше тип хис иткән егет һәм ҡыҙҙар ғаиләле йәштәш­тәренән 45 процентҡа йышыраҡ үлгән. Ә ҡайһы белгестәр оҙайлы яңғыҙлыҡты төрлө ауырыуҙарҙың үҫешенә, тәү сиратта йөрәк-ҡан тамырҙары систе­маһының боҙолоуына килтергән, хәүефле сирҙәргә юлыҡтырған стресс менән аңлата.
Яңғыҙаҡ ирҙәрҙең үҙенең тормошона әллә ни иғтибар итеп бармауы сер түгел. Күптәр ҡоро-һары менән сикләнә, бәғзеләре кафе, ашханала тамаҡ ялғауҙы хуп күрә. Шуныһы ҡыҙыҡ – сит ил ғалимдары яңғыҙҙарҙың организмында ген күләмендә лә үҙгәрештәр барыуын иҫбат иткән. Үҙеңде даими яңғыҙ итеп тойоу иммун реакцияһына яуап биргән ике йөҙ самаһы гендың әүҙемлеген ныҡлы үҙгәртеүгә килтерә. Һөҙөмтәлә нервыһы ҡаҡшаған яңғыҙаҡ­тарҙың йөрәк ауырыуҙарына ғына түгел, вируслы инфекцияларға, хатта яман шешкә ҡаршы тороу һәләте кәмей. Тап шуға ла яңғыҙ кешеләр араһында үлем осрағының ишлеләргә ҡарағанда йышыраҡ күҙәтелеүе билдәле.
Сит ил микробиологтары яңғыҙ йәшәгән ирҙәрҙең фатирҙарында бактерияларҙың һәм микробтарҙың бүтәндәрҙекенән 15 тапҡырға күберәк булыуын асыҡлаған. Ул бигерәк тә журнал өҫтәлендә, дистанцияла идара итеү пульттарында күп булған.
Белгестәр раҫлауынса, яңғыҙлыҡ йөрәкте, нервыны ҡаҡшатып, иммунитетты бөтөрөп кенә ҡалмай, ә енси йәһәттән дә шәхескә кире тәьҫир яһай. Ул ирҙәрҙе – ирлекте, ә ҡатын-ҡыҙҙа гүзәл сифаттарға хас тойғоларҙы үлтерә. Енси бәйләнештәрҙе өйрәнгән белгестәр ир менән ҡатын араһындағы яҡынлыҡ ыңғай эмоциялар, ҡәнәғәтләнеү тойғоһо тыуҙырыуын дәлилләй.
Мөхәббәт нәҫелде дауам итеү өсөн генә түгел, ә кешенең ниндәй енестән булыуына ҡарамай, тормоштоң яңы сифаттарын төҙөү өсөн кәрәк. Бынан тыш, парлашып йәшәү иртә ҡартайыуға ҡаршы булып тора. Бер-береһен һөйгән кешеләрҙең яңғыҙаҡтарҙан ун йәшкә йәшерәк күренеүе күптән раҫланған.



Вернуться назад