Ауылдаштар байрам итте15.08.2018
Ауылдаштар  байрам иттеИшембай районындағы Скворчихала Ауыл көнө үтте. Йылына бер тапҡыр бында үткәндәргә йомғаҡ яһау, киләсәккә план ҡороу, күңел асыу өсөн ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар йыйыла. Ауыл клубы биләмәһендә ойошторолған сара кәләштәр парады һәм балалар флешмобы менән башланды.

Байрамға абруйлы ҡунаҡтар ҙа килде. Улар әйтеүенсә, Скворчихала тырыш, эшһөйәр кеше­ләр йәшәй. Биләмә башлығы Гүзәлиә Бордовская үҙенең сығышында биш йыл эсендә Скворчихала бик күп ыңғай үҙгәрештәр булыуы, ауылдың төҙөкләнеүе хаҡында һөйләне.
Тантанала урындағы халыҡ вәкилдәре төрлө номинация­ларҙа бүләкләнде. Скворчи­халағы иң өлкән кеше Нина Ивановна Степанованы, иң йәше булған Алина Юлдошева менән Максим Макаровты (сабыйҙы ошо көндәрҙә генә бала табыу йортонан алып ҡайтҡандар), Оксана һәм Сергей Гердтарҙың ишле ғаиләһен тәбрикләнеләр. Антонина һәм Александр Юдичевтарҙың ихатаһы иң күркәме тип табылды. Был көндө беренсе класҡа уҡырға барасаҡ балалар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы.
Урындағы үҙешмәкәр коллективтар тамашасыларҙы сағыу концерт менән ҡыуандырҙы.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад