Беҙҙең Манышты ауылынан 73 ир-егет Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Яртыһы яу яланында ятып ҡала, иҫән-имен ҡайтҡандарының да күбеһе хәҙер яҡты донъяла юҡ инде. Яҡташтарымдың ҡайһы берҙәре менән таныштырып үтәйем әле.
Ғәббәс Әбүбәкиров тормош иптәше Заһира менән биш балаһын тәрбиәләп үҫтергәндә, һуғыш башлана. 49 йәшлек ир Инйәр урман хужалығында ағас ҡырҡа. 1943 йылдың авгусында уны фронтҡа алалар. Ҡаты яралар менән ауылға ҡайта, түшәктән торорлоҡ та хәле булмай. Бер нисә йыл ауырығандан һуң яугир донъя ҡуя, иҫтәлеккә орден-миҙалдары ғына ҡала.
Ауылдашыбыҙ Рамазан Сәлимовтың тормош юлы ла ғибрәтле. 17 йәшендә генә, “халыҡ дошманы” мөһөрө баҫып, Алыҫ Көнсығышҡа оҙаталар. 1942 йылда һуғыш ғәрәсәтенә килеп инә. Минометсылар батальонында хеҙмәт итеп, кесе сержант “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Кенигсбергты алған өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә, иҫән-һау ауылға ҡайтып, ғаилә ҡорҙо, төрлө урында эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Күптән түгел яугир мәрхүм булып ҡалды, ауыр тупрағы еңел булһын.
Рядовой Ғилфан Ғилманов та 1945 йылда һуғыштан яраланып ҡайта.
Тағы ла бер яҡташыбыҙ, кесе сержант Зыятхан Абдрахманов 28 генә йәшендә, ҡаты яраланғандан һуң, 1943 йылда һәләк була. Донецк өлкәһенең “Святогорск” станцияһы эргәһендә ерләнгән.
Ауылдаштарымдың байтағын, “бронь” биреп, ағас ҡырҡырға, күмер яндырырға ҡалдырҙылар. Уларҙың араһында илленән ашыу ҡатын-ҡыҙ ҙа бар ине. Урман эшсәндәре һуғыш яланында ла һынатманы. Ғөбәйҙулла Таһиров, Сабир Фазылов, Хөбөтдин Камалетдинов, Шәймәрҙән Ҡотләхмәтов, Ханнан Мырҙағәлин, Мәхмүт Мансуров, Ғәбдрәшит Шәмсетдинов, Рәхмәт Арыҫланов һәм башҡалар тылда ла, фронтта ла һынатманы.
Еңеү еңелдән булманы. Илебеҙ өсөн һуғышта 33 ауылдашыбыҙ ғәзиз башын һалды.
Бер генә ғаилә лә ҡайғы-хәсрәттән ситтә ҡалманы. “Ҡара ҡағыҙ”ҙың ҡайһы берәүҙәргә икешәр-өсәр тапҡыр килеүен дә беләбеҙ. Ауыл халҡы ла фронттағы кеүек көнө-төнө эшләне. Хеҙмәт батырлығы өсөн Инйәр леспромхозы эшселәре орден-миҙалдарға лайыҡ булды.
“Башҡортостан” гәзите аша яҡташтарымды Бөйөк Еңеүҙең 67 йыллығы менән ҡотлап, барыһына ла һаулыҡ, бәхетле көндәр теләйем. Бер-берегеҙҙе хөрмәт итеп, ауырлыҡтарға бирешмәй йәшәһәгеҙ ине, хөрмәтле ветерандар!
Нурулла МИҺРАНОВ.
Белорет районы.