Ыңғай күренеш – иманым камил15.08.2018
Пенсия йәшен күтәреү мәсьәләһен ыңғай күренеш булараҡ ҡабул иттем, сөнки тәҡдим ителгән саралар пенсия йәшен арттырыу ғына түгел, шулай уҡ эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ һиҙелгән хеҙмәт баҙарын тотороҡландырыу мөмкинлеген бирәсәк.

Рәсәйҙә әле эшһеҙлек кимәле бик түбән. Яҡын киләсәктә хеҙмәт ресурс­тарына ныҡлы ҡытлыҡ башланыуы ихтимал. Был турала Премьер-министр Дмитрий Медведев та әйткәйне. Ул ҡайһы бер төбәктәрҙә белгестәр етешмәүен билдәләне.
Ысынлап та, бай тәжрибәле, йыш ҡына үҙенсәлекле квалификацияға эйә булған өлкән быуын байтаҡ эш башҡарырға һәләтле бит.

Ғәлинур ҒИЛМЕТДИНОВ,
хеҙмәт ветераны.

Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад