Шафталы йыйырға – Ҡырымға15.08.2018
Башҡорт дәүләт аграр университетының “Башаҡ” студент отряды йәйге ялын Ҡырымда шафталы йыйып үткәргән.
Студенттар сәнәғәт предприятиелары булмаған, дала үләндәре еҫе аңҡыған Баҡсаһарай районының таҙа һыулы Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан Ан-дреевка ҡасабаһында туҡталған.
– Отрядта 17 кеше. Күбеһе I-II курс студенттары. Арабыҙҙа шафталы йыйырға икенсе йыл рәттән килеүселәр ҙә булды. Беҙ шафталы баҡсаһынан йыраҡ булмаған ерҙә йәшәнек. Автобус менән йөрөттөләр. Йәшәгән урыныбыҙҙан диңгеҙгә 10 минутлыҡ юл, – тип кисерештәре менән уртаҡлашты Алина Шәймөхәмәтова.
Бындағы һауа шарттары һәм ҡомло тупраҡ шафталынан мул уңыш алырға булышлыҡ итә. Әйткәндәй, был емештең Ҡырымда үҫкән төрҙәре хуш еҫе менән айырыла. Шафталыны йыйыу осоро – июль, август айҙары. Ошо ике ай эсендә емештәр һатыуға сыға.
“Практика тәьҫораттарға бай булды. Яңы дуҫтар таптыҡ, боронғо ҡала Херсонесҡа барҙыҡ, Севастополдәге һәйкәлдәр, Ай-Петри тауы менән һоҡландыҡ, Ялтаны күрҙек. Барыһына ла бындағы матурлыҡты күрергә кәңәш итәм”, – ти Татьяна Ищук.