Яңы уҡыу йылына – яңы мәктәп15.08.2018
Яңы уҡыу йылына – яңы мәктәпСтәрлетамаҡ ҡалаһының Көнбайыш биҫтәһендә 1225 урынлыҡ мәктәп һалына. Ул “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” проекты сиктәрендә ҡалҡасаҡ.

– Дөйөм алғанда, эш барышы менән ҡәнәғәтмен. Шулай ҙа тәҡдимдәрем дә бар: объект мәшәҡәттәре тамамланып килә, ә мәктәптең тирә-яғы йүнләп төҙөкләндерелмәгән. Был мәшәҡәттәргә көҙгө быс­раҡ­тар башланғансы, мөмкин тиклем иртәрәк тотонорға кәңәш итәм, – тип мөрәжәғәт итте төҙөүселәргә объектҡа сираттағы эш сәфәрендә ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов.
Ҡайһы бер һөҙөмтәләр буйынса ул маҡтаһа, килеп етмәгән төҙөлөш материалдары өсөн шелтәләп тә алды. Төҙөүселәр эштәрен сентябрь-октябргә тамамлап, бәлки, балаларға шәп бүләк яһар тигән өмөттәрен дә белдерҙе Владимир Иванович.
Нисек кенә булмаһын, эстән дә, тыштан да егеттәргә эш етерлек. Объект та бәләкәй тү­гел шул: дүрт ҡатлы бинала дүрт блок ҡаралған, тантаналар залы менән ашхана ғына ла бер юлы 400-ҙән ашыу баланы һыйҙырырлыҡ итеп эшләнә. 300 квадрат метрға яҡын майҙанлы ике спорт залы буласаҡ. Бынан тыш медицина блогы, компьютер-интерактив комплекс, музей ҡаралған. Йә­нә шуныһын айырым билдә­ләп китергә кәрәктер: мәктәп мөмкинлектәре сикләнгән уҡыу­сы­лар өсөн ҡулайлаш­тырылып төҙөлә, мәҫәлән, өҫкө ҡаттарға махсус лифт ярҙамында күтә­реләсәктәр. Ғөмүмән, ағайҙары эште тамамлағас, балаларға тырышып уҡырға ғына ҡала.
– Финишҡа сыҡтыҡ. Эске эштәрҙе генә лә 150-нән ашыу кеше башҡара. Инженерлыҡ мәшәҡәттәре тамамлана. Объект ағымдағы йылдың 4-се кварталында тапшырылырға тейеш, – тине төҙөлөштөң генераль подрядсыһы, СУ-10 компанияһы етәксеһе урын­баҫары Марат Дәүләтшин. Ти­мәк, киләһе уҡыу йылында балалар яңы мәктәптә уҡыясаҡ. Әйткәндәй, әлеге белем усағына килергә теләүселәр бөгөндән үк меңдән ашҡан. Улар ҙа эштең тамамланыуын түҙемһеҙләнеп көтә.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Вернуться назад