“...Буш сәңгелдәк бәүетеүҙән һаҡла мине, яҙмыш”, – тип яҙа үҙенең бер шиғырында Рауил Бикбаев. Ысынлап та, мөхәббәттәре емешһеҙ ғаиләләргә Хоҙай сабырлыҡ бирһен. Кемдәрҙер был әсе хәҡиҡәт менән килешеп, икәүҙән-икәү йәшәй бирһә, бәғзеләр ҡарауға бала ала. Стәрлетамаҡ районының Яңы Отрадовка ауылында йәшәгән Татьяна менән Иван Кравченколар ҙа дауахана юлын тапай торғас, төңөлөп, балалар йортонан бер ҡыҙ алып ҡайта. Бала шул тиклем оҡшай үҙҙәренә, хатта уның неврологик сирле икәнлегенә лә иғтибар итмәйҙәр. Һәм... өс йыл үтеүгә, был изге ғәмәлдәре өсөн Аллаһ Тәғәлә ҡатынды әсәлек бәхете менән бүләкләй! Ана шулай башлана Кравченколарҙа ҡыҙҙар тарихы.Ошо ваҡиғанан һуң мөғжизә барлығына ышанмай ҡара инде! Артабан тағы ошондай уҡ сирле ике бала ала ғаилә, шунан үҙҙәренең ҡыҙы тыуа, сылбыр шулай дауам итә... Ә хәҙер был өйҙә 17 ҡыҙ йәшәй! Өсөһө – үҙҙәренеке, башҡаларын тәрбиәгә алғандар. Тик шуныһы: балалар араһында 15-е неврологик, психик сирҙәрҙән яфалана. Үкенескә ҡаршы, Кравченколарҙың үҙҙәренең дә икенсе ҡыҙы, ваҡытынан алда донъяға килеү сәбәпле, инвалид булып ҡала.
Ә бына балалар йортонан алынғандарҙың күбеһе, әңгәмәсем әйтеүенсә, үкенескә ҡаршы, биологик әсәләренең иҫерткес эсемлектәр, наркотик матдәләр, балаға уҙыуҙан һаҡланыу дарыуҙары ҡулланыуы сәбәпле ғәрип булып тыуған икән.
– Ләкин ҡыҙҙарым бирешмәй, үҫешергә тырыша, – ти өмөт менән әсәй кеше.
Эйе, 17 бала ҡарау, уларҙы кеше итеү үҙе үк ҙур иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ. Был хеҙмәттең ниндәй көс, сабырлыҡ, ныҡышмалылыҡ, аҡыл талап иткәнен ата-әсә үҙе генә беләлер. Ә бында... кемдер үҫеш буйынса артта ҡалған, бәғзеһе һөйләшә белмәй, ҡыҙҙарҙың береһенә ризыҡты тик иҙеп-ваҡлап ашатырға тура килһә, икенсеһе ғүмерен түшәктә ятып ҡына үткәрергә мәжбүр. Ошоларҙы күҙ алдына килтереп, Кравченколарҙың, Татьянаның әсәһе Ирина ханымдың үҙҙәрен тулыһынса балаларға арнауын нисек баһаларға?!. Бер ниндәй һүҙ ҙә етмәҫ һымаҡ. Иң мөһиме – Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтелер.
Ысынлап та, изге ғәмәлде атҡарыуҙа Ирина Илдар ҡыҙының да өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Был тиклем яуаплы эште Татьянаға яңғыҙ атҡарыуы бик ауырға тура килер ине: Иван көнө-төнө тигәндәй дөйөм хужалыҡ мәшәҡәттәре менән була – механизатор, ә балаларға бер-береһен ҡарашыу еңел түгел. Татьяна өҫтәүенә – башланғыс кластар уҡытыусыһы, ауыл мәктәбенә беркетелгән белгес. Балаларға өйҙә үҙе белем бирә.
– Ун ете бөртөк ҡыҙыбыҙ бар, улар тәртипле лә, тырыш та, татыу ҙа, – тип маҡтай ул күҙ нурҙарын. Ошо һүҙҙәрҙән һуң был бөйөк ҡатын өсөн йорттағы һәр бала үҙенекеләй, тулғағы тотоп тапҡандай ҡәҙерле икәненә тағы бер ҡат инанаһың. – “Ғәрип балалар менән ҡыйынмы?” тигән һорау бирергә теләйһегеҙҙер, һиҙеп торам. Эйе, ауырлыҡтар бар. Әммә ҡыҙҙарымдың ихласлығын бөгөнгө һау-сәләмәт, ләкин холҡо боҙолған ҡайһы бер балаларҙың ҡылыҡ-фиғеле менән сағыштырам да, кем һау икән, тигән һорау биреп ҡуям...
Кемдер Хоҙай бүләк иткән балаһын да ҡарай алмай, ә ошондай ғаиләләр ауырлыҡтарға ҡаршы сығып, яҙмыш һынауында ҡалғандарҙы ла яҡлай, кеше итергә тырыша. Шулай, бәхетте һәр кем үҙенсә аңлай...
Стәрлетамаҡ районы.