Тормош яҙын – “танауға еҫ керә” башлаған мәлде – кисермәй ҡалмай әҙәм балаһы. Шул ваҡыттағы хистәрҙе кемдер, Рәми Ғарипов әйтмешләй, һуңынан ғүмер буйы ай серендә генә һаҡлап тотһа, икенселәр һөйөүен һынауҙар, ҡаршылыҡтар, юғалтыуҙар, балҡыштар, һағыныуҙар һәм ҡауышыуҙар аша үҫтерә.
Илнур менән Ләйсән класташтар була. Тик ғашиҡ егет ҡыҙға ҡарата һөйөү хисен оҙаҡ ваҡыт үҙенән дә тиерлек йәшереп тота. Шулай ҙа бер мәл асылырға баҙнат итә. Баҡтиһәң, ҡыҙ ҙа уны оҡшатып йөрөгән! Бына шул тәүге хистәренә бөгөн дә тоғро ҡалып, күптәргә өлгө булып, һоҡландырып йәшәй йәштәр. Мөхәббәт ағасы инде өсөнсөгә емеш бирергә йыйына.Аҙнаевтарҙы Айыусы ауылының киләсәген билдәләгән ғаиләләрҙең береһе тип әйтергә мөмкин. Ни өсөн тигәндә, урындағы тормош ысын мәғәнәһендә уларға бәйле. Ғаилә башлығы ауылдың уңған фермеры – иген үҫтереү, мал һимертеү менән шөғөлләнә. Ләйсән иһә башланғыс кластарға белем бирә – ата-әсәһенең эшен дауам итә.
– Буласаҡ ҡайным мәктәп директоры ине, ҡәйнәм – класс етәксеһе. Мине, кейәүҙәрен, күмәкләп уҡытып алдылар, – тип шаярта Илнур.
Ғөмүмән, ғаилә өсөн быуындар бәйләнеше ҡиммәт – ике яҡлап та ҡатышып, туғанлашып йәшәйҙәр. Уҡытыусылыҡ эшендә лә, фермерлек буйынса ла бер-береһенә ярҙам итеп торалар. Йәш ғаилә ҙур тырышлыҡ менән мөһабәт йорт һалған, өйҙәре тулы йыһаз, ихаталарында төрлө техника, бесән төргәктәре теҙелеп киткән.
– Иң мөһиме – был донъяны көтөшөр, аҙаҡ ышаныслы ҡулдарына алыр улдарыбыҙ Динар һәм Дамир үҫеп килә, – ти ғорурлыҡ менән ата-әсә.
Күптән түгел иһә йортҡа йәнә бәпес ҡайтҡан: әсәһенең ярҙамсыһы булып үҫер Айлина. Тыуған төйәгендәге тормоштоң уртаһында ҡайнап, уның яҙмышы өсөн янып-көйөп йәшәй Аҙнаевтар. Икеһенең дә кендек ҡаны ошонда тамғанғалыр, күрәһең. Тыуған яғында тамыр йәйеп, уны хәстәрләп йәшәгән ғаиләләр күберәк булһын ине лә бит. Атап әйткәндә, уҡытыусы мәктәптә белем һәм тәрбиә биреү менән генә сикләнмәй, ә ауыл балаларының ялын һөҙөмтәле үткәреүгә лә ҙур өлөш индерә. Урындағы өмәләр, байрамдар, башҡа йәмәғәт сараларының береһе лә унһыҙ үтмәй. Фермер иһә, үҙ мәшәҡәттәренән тыш, ауыл советы депутаты, төрлө сараларҙы ойоштороуҙа аҡыллы кәңәштәре, ҡул көсө менән ярҙам итә, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Урындағы аҫаба халыҡтың пайҙарынан мәхрүм ҡалыу ихтималлығы айырыуса борсой уны. Нисә йыл инде ошо мәсьәләне хәл итергә тырышып, Стәрлетамаҡ, Өфө, Мәскәү юлдарын тапай. Был йәһәттән Илнурға сабырлыҡ, ваҡыты, аҡсаһы менән иҫәпләшмәйенсә башҡарған эшенең уңышлы тамамланыуын теләргә генә ҡала.
– Ошо ерҙә йәшәгәс, тыуған тупрағыбыҙҙың, унда көн күргән халҡыбыҙҙың мәнфәғәттәрен ҡайғыртыу – мөҡәддәс бурысыбыҙ, – ти уҙаман.
Һүҙ ҙә юҡ, был изге бурыстар ғаиләне берҙәм һәм ныҡлы итә. Әгәр ҡатын: “Һинең бер үҙеңә кәрәкме ул?” – тип мыжыһа, ә ир: “Бөтмәҫ инде һинең өмәләрең, һыйырҙарыңды һау”, – тип арҡыры төшһә, ауыл тормошо ғына түгел, Аҙнаевтарҙың үҙҙәренеке лә алға барыр инеме икән? Ир менән ҡатындың бер төптән булыуы фарыз шул. Мөхәббәт шулай нығына. Ғаилә институты хаҡында фекер йөрөтөп, парҙар ниңә тарҡала тип баш ватҡанда, төрлө шарттар тыуҙырып, балалар тәрбиәләү өсөн дәүләт тарафынан ярҙам күрһәтелгәндә, ошолар хаҡында ла уйланырға кәрәктер ул.
Стәрлетамаҡ районы.