Бәхет урамы бәхетлеләре14.08.2018
Бәхет урамы бәхетлеләреМәкәш тип йөрөтәләр минең ауылымды. Тәбиғәттең иң гүзәл, күркәм төбәгендә урынлашҡан ул. Емеш-еләкле урмандары ла, иркен ялан-ҡырҙары ла, йәйге селләлә теште сатнатырлыҡ һалҡын, татлы һыулы шишмәһе лә, бейек тауы ла бар. Бына ошо Мәкәштау итәгендә, ауылыбыҙға йәм биреп, Бәхет урамы ҡалҡҡан. Бейек-бейек матур йорттар, иркен йәмле ихаталар, йәшеллек эсендә ултыра ул. Исеме лә ниндәй матур, өмөтлө, нурлы!


Бынан сирек быуат элек Мәкәштау итәгендә кирбестән йорт һалып керә Шакировтар ғаиләһе. Әнүәр ағай урын­дағы хужалыҡта – Жданов исемендәге колхозда – автомеханик, ҡатыны Фәрзә­нә апай Мәкәш мәктәбендә сит телдәр уҡытыусыһы булды. Матур, өлгөлө, татыу ғаиләләрҙең береһе улар, ауылыбыҙ йәме. Быйыл бергә татыу ғүмер кисереүҙәренә ярты быуат. Өс балаға ғүмер бүләк итеп, бөгөн бер-береһенә терәк-таяныс, өмөт-ышаныс, икеһе бер бөтөн ҡәҙерле олатай-өләсәй булып, балаларын ҡаршылап-оҙатып, тормош­тоң ҡәҙерен белеп, һәр атҡан таңға ҡыуанып йәшәйҙәр. Йөҙҙәрендә бәхет нурҙары балҡый. Күңел йылыһын башҡаларға ла өләшеп ғүмер итә улар. Һәр кем менән итәғәтле, әҙәпле үҙҙәре. Матур итеп, тел ҡәҙерен белеп һөйләшәләр, хәлде һорашып торалар. Бөтә яҡлап та өлгө улар ауыл халҡына.
Әнүәр Абдулла улы ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға килә. Өлкән ағаһы Мәхмүт һуғыш яланында ятып ҡала. Дүрт егет менән ике ҡыҙ үҫкән ғаиләнән бөгөн ул ғына иҫән. Киләһе йыл үҙенең һикһән йәшен билдәләргә йыйына Әнүәр Абдулла улы.
Әрме хеҙмәтен Сахалин, Камчатка, Курил утрауҙарында үтәй. Иптәштәре менән һөйләшеп, кәңәшләшеп, Камчаткала эштә ҡалалар. Ялға ҡайтҡас, ауылда төпләнергә, ситкә китмәҫкә ҡарар итә. Һөҙөмтәлә урындағы хужалыҡҡа эшкә урынлаша. Хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда автомеханик була. Юғары награда, исемдәр артынан ҡыумай ул. Йөкмәтелгән бурысты намыҫлы үтәй. Яҙғы баҫыу, урып йыйыу эштәре һөҙөмтәләре буйынса почет грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр ала. Өлгөлө хеҙмәте өсөн идара тарафынан Польшаға, Германияға юлламалар менән бүләкләнә. Өлкән инженер хеҙмәтен дә үтәй. Илле йылдан ашыу эш стажы менән сыға хаҡлы ялға. Барыһынан да ҡәнәғәт Әнүәр ағай.
Янында хәләл ефете Фәрзәнә апай­ҙың булыуы ла – оло бәхет. Заманында Мәкәш мәктәбенә физкультура уҡытыу­сыһы итеп ебәрелгән Фәрзәнә Фәрит ҡыҙына сит телдәрҙе уҡытыу ҙа йөкмә­телә. Килен булып төшкән ерен, тыуған яғылай яҡын күреп, яратып ҡабул итә ул. Ун йыл – ҡайныһы Абдулла бабай, ике тиҫтә йылдан ашыу ҡәйнәһе Ғәфифә әбей менән йәшәп, уларҙы хөрмәтләп һуңғы юлға оҙата Шакировтар. Мәкәштау итә­гендә яңы өй һалып, беренселәрҙән булып йорт туйлайҙар. Балаларын кеше итергә тырышып, тейешле белем, тәрбиә биреп үҫтерә Шакировтар. Оло улдары Радик ғаиләһе менән Себер тарафтарында йәшәй. Уның да ике улы бар – Илмир һәм Илнар. Килендәре Алһыу – уҡытыусы, химия, биология фәндәренән белем бирә. Ҡыҙҙары Рә­лиә – юғары белемле иҡтисадсы. Ире Илдус менән Булат исемле улдар, Азалия исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Кинйәләре Айҙар Баш­ҡортостан дәүләт аграр университе­тының төҙөлөш факультетын тамамлап, баш ҡалала инженер вазифаһын башҡара. Ҡатыны Эльвира менән Алмас исемле ул үҫтерәләр.
Бөгөн Шакировтар балаларына бир­гән тәрбиәһенең, түккән көстәренең емеш­тәрен тиреп, уларҙың ярҙамына, хөрмәтенә ҡойоноп йәшәй. Ул-ҡыҙҙа­рының яратҡан эше, ғаиләләре булыуы, ейән-ейәнсәрҙәр менән һөйөндөрөүе оло бәхет ата-әсәгә. Илебеҙгә тыныслыҡ, һәр кемгә ырыҫ-бәрәкәт, балалар шатлығы теләй улар.

Гөлшат САМАТОВА.
Дәүләкән районы.


Вернуться назад