Барыбыҙҙың да намыҫ эше08.05.2012
Еңеү байрамы алдынан хеҙмәт һәм һуғыш ветерандарынан байтаҡ хат алдыҡ. Уларҙы уҡығандан һуң күҙ алдына илдең тотош тетрәндергес яҙмышы, халыҡтың Еңеү хаҡына фиҙаҡәрлеге, илһөйәрлеге, фажиғәһе күҙ алдына килеп баҫа.
Барлыҡ яҙмаларҙы ла тәфсирләп уҡыусылар иғтибарына еткерергә теләгебеҙ көслө булһа ла, гәзит майҙанының сикле булыуы сәбәпле, бөтөн авторҙарҙың да мәҡәләләрен байрам алдынан тулыһынса биреү мөмкин түгел. Өлкәндәр беҙҙе ғәфү итһен! Шулай ҙа беҙ уларҙың уртаҡ теләктәрен, тәҡдимдәрен уҡыусыларыбыҙ, йәмәғәтселек иғтибарына еткереүҙе мөҡәддәс бурысыбыҙ тип һанайбыҙ. Хат авторҙары өсөн Еңеү байрамы — тантаналы ла, юҡһыныулы ла, иҫтәлекле лә көн.
“Бына тағы йәмле яҙ етте. Һуғыштан иҫән ҡайтҡандар өсөн 9 Май оло шатлыҡлы көн булһа ла, атайҙарын ғүмерлеккә юғалтып, етем үҫкән балалар өсөн ул үтә һағышлы. Атайым Батырхан Хәбибуллинды хәрби хеҙмәткә алғас, күп тә тормай, ҡустыһы Вәлиханға ла повестка килә. Мин ул саҡта йәш ярымлыҡ ҡына булғанмын. Яуҙа хәбәрһеҙ юғалған атайым өсөн ғүмер буйы көйәләндек, көттөк, әммә өмөтөбөҙ аҡланманы. VII класты тамамлағанда иптәштәремдең барыһы ла атайһыҙ ине.
Күрше ауыл егеттәрен һыңар аяҡ (Хәсән менән Мифтах ағайҙар хаҡында әйтеүем), беҙҙең Түрҡәҙе ауылы ағайҙарын һыңар ҡул менән күреү бала күңелен ныҡ тетрәндерҙе, әлбиттә. Тик ошо инвалид ағайҙарыбыҙ һыҡранып-зарланып, кемдәндер ярҙам һорап ултырманы: күп бала үҫтерҙе, ҡайҙан ниндәй көс-ғәйрәт алғандарҙыр, йорт һалып инде, колхозда алһыҙ-ялһыҙ эшләне һәм... яҡты донъя менән бик иртә хушлашты. Донъя рәхәте уларға тәтемәне, льготаларҙан да файҙаланманылар.
Беҙҙең кеүек етем, һуғыш осоро балалары ҡайҙа ауыр эш — шунда егелде. Ҡыш булһа — һарыҡ фермаһында эшләү, иген өлгөрһә — Сталин комбайнында центнерлы тоҡтарҙы тултырып ат арбаһына ырғытыу... Ал да, ял да юҡ. Хәҙерге кеүек ял көндәре ҡайҙа ти ул”, — тип яҙа Ауырғазы районының Талбазы ауылынан Г. Шәмсетдинова апай. Ул үҙенең бөгөнгө көнкүреш шарттарына һәм сәләмәтлегенә лә ныҡ зарланған. Һүҙ ҙә юҡ, ауыр һуғыш йылдары эҙһеҙ үтмәгәндер.
Архангел районының Оҙондар ауылынан хеҙмәт ветераны Мөхәммәт Рәшитовтың хаты ауыр һуғыш йылдарын һүрәтләү, хеҙмәт батырҙарын хөрмәтләп телгә алыуҙан тыш, бик урынлы һәм тос тәҡдимдәре менән уйға һала. Күңелгә ҡыйын булһа ла, хаттан иң тетрәндергес өҙөктәрҙе уҡымау мөмкин түгел:
“1942 йылдың йәйендә тиф ауырыуынан халыҡ ныҡ ҡырыла. Көн һайын өс-дүрт кеше яҡты донъя менән хушлаша, мәрхүмдәрҙе ерләү өсөн хатта зыяратта сират барлыҡҡа килә. Ҡәбер ҡаҙыусы ҡатын-ҡыҙ өлгөрә алмай яфалана. Кәфенлек өсөн аҡ туҡыма булмағас, йүкәнән үрелгән септәне ҡулланалар.
Ауылда аслыҡ-яланғаслыҡ. Оҙондар халҡының яртыһы тиерлек юҡҡа сыға. Ошо ҡот осҡос осорҙағы хәлдәрҙе күҙ алдына килтереп, тәрән уйға сумам: илебеҙ азатлығы, Ватанды һаҡлау тойғоһо ҡатын-ҡыҙҙа ифрат көслө булғанға күрә лә фашизмды еңә алғанбыҙҙыр. Тыл батырҙарына, ҡаһарман ҡатын-ҡыҙға ниңә һәйкәлдәр ҡуйылмай икән, шуныһы аптырата ла, һыҙландыра ла”.
Хат авторының халыҡты ойоштороусы һәм тормошон хәстәрләргә бурыслы урындағы власть әһелдәренә шелтә һүҙҙәрен гәзит биттәре аша ишеттереү башҡалар өсөн дә һабаҡ булыр һымаҡ. “Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла...”
“Бына икенсе йыл инде ауылыбыҙҙа мәктәп урамындағы иҫке һәйкәлде ремонтлап, аҡлап-буяп, эргәһенә сәскә ултыртып, тыл батырҙарының исем-шәрифен яҙып ҡуйыу тураһында һүҙ алып барабыҙ. Был хаҡта райондың “Инйәр” гәзите лә яҙып сыҡты. “Улар һәйкәлгә лайыҡ” тигән мәҡәләм дә донъя күрҙе.
Етәкселәр изге ниәткә ҡаршы түгел, бер ни тиклем эш тә башҡарылды. Ләкин барыһы ла күҙ буяу өсөн генә булған кеүек. Халыҡтың иғтибарын йәлеп итерлек тә, ғорурлыҡ уятырлыҡ та түгел һәйкәл: тыл ҡаһармандарының исемдәре яҙылмаған, иҫтәлекле урында сәскә әҫәре юҡ, һәйкәл башына ярым ай эшләп ҡуяһы бар. Уны уратып алған тимер селтәрҙең ҡотһоҙлоғо күҙгә бәрелә. Битарафлыҡ һәм ғәмһеҙлек өлгөһө итеп баһалайым бындай “эш”те.
Еңеүҙең 67 йыллығын ҡаршылаған көндәрҙә, изге эште ахырынаса еткереп, ауылдаштарҙы шатландырыу мотлаҡ. Был бурыс һеҙҙең намыҫығыҙҙа, хөрмәтле ауыл Советы етәкселәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре!” — тигән Мөхәммәт Рәшитов.
Ишембай районының Биксән ауылынан Сәйфулла Дилмөхәмәтовтың хатын да тыныс ҡына уҡып булмай. 9 Май байрамы — шатлыҡ, тантана ғына түгел шул, күптәр өсөн ул һуғыш яраларын яңыртыу, яҡындарыңды иҫкә алыу...
“Бына йәнә Еңеү байрамын һағышланып, атайҙарыбыҙҙы юҡһынып ҡаршылайбыҙ. 1941 йылдың декабрендә атайыбыҙҙы һуғышҡа алғанда мин сәңгелдәктә ятып ҡалғанмын. Бик күп ҡайғы-хәсрәт кисерҙем, шатлыҡлы көндәргә һаран булды ғүмер юлы. 1943 йылда 17 йәшлек оло ағайым фронтҡа китә. 1945 йылдың ҡышында апайым, аҙағыраҡ ҡустым Сөнәғәтулла аслыҡтан шешенеп вафат була. Ашарға бер тәғәм ризыҡ юҡ. Әсәй, бахыр, самауырҙы йыла онона алмаштырҙы, аҙаҡ ҡаҙанһыҙ ҙа ҡалдыҡ.
Мине ниндәй мөғжизә менән аслыҡтан һаҡлап алып ҡалғандыр, белмәйем. Тәүҙә атайымдың, бер аҙҙан ағайымдың һәләк булыуы тураһында ҡағыҙ алдыҡ. Ул ҡәҙәре ҡара ҡайғыны, нужаны әсәйҙәр нисек кенә күтәргәндер, тип әле лә хайран ҡалам. Ҡарҙан ер асылыу менән баҡсала серек бәрәңге йыябыҙ, беҙ ашамаған бер үлән дә ҡалмағандыр.
Аталы бала — арҡалы, тип юҡҡа әйтмәй халыҡ. Һуғыштан иҫән-һау ҡайтҡандарҙың уландары тарафынан да йәберләнеп-кәмһенеп үҫтек. Үҙеңде башҡаларҙан түбәнерәк, көсһөҙөрәк тойоу, кәм күреү ғүмер буйы оҙатып йөрөнө. I кластан башлап утын һөйрәп ташый башланым, һаман да ҡулдан эш төшмәй.
Ғәҙеллек беҙҙә булманы инде. Иҫән-һау ҡайтҡандарға Хөкүмәт тарафынан ҙур пенсия, бушлай фатир бирелеүенә лә тарлығым юҡ, балаларының да май эсендәге бөйөр кеүек рәхәт, атайлы-әсәйле булып йәшәүенә лә көнләшмәйем. Тик ни өсөн Хөкүмәт беҙҙең кеүек етешһеҙ йәшәгән, үҙ көсөнә генә таянып балалар үҫтергән, хәҙер инде ҡартайып яңы йорт һалырға ла ҡулынан килмәгән “һуғыш балалары”ның хәленә инмәй?”
Сәйфулла ағайҙың хаты “Башҡортостан” гәзите биттәрендә күтәрелгән “һуғыш балалары” мәсьәләһе менән ауаздаш. Алтын бала саҡтарын ҡәһәрле һуғыш урлаған, етемлекте башынан кисергән быуындың үпкәләүен, йөрәк әрнеүен, ауыр кисерештәрен аңламау мөмкин түгел. Атайһыҙ үҫкән быуындың балалары бөгөн олатайһыҙ буй еткерә, һуғыш яралары һаман да күңелгә бер үк ут һәм һыҙланыу һала.
Сәләмәтлеге ҡаҡшауға, йәшәү шарттарына зарланған Шәмсетдинова кеүек апайҙарыбыҙ, һуғыш шаңдауын тотош тормош дауамында татыған Сәйфулла Дилмөхәмәтов, тыл ҡаһармандары өсөн иҫтәлекле һәйкәл ҡуйыу уйы менән янған 83 йәшлек хеҙмәт ветераны Мөхәммәт Рәшитов кеүек ағайҙарыбыҙ аңлауға, оло хөрмәткә лайыҡ. Йылы һүҙебеҙҙе йәлләмәй, кәрәккәндә ярҙам ҡулы һуҙыу, иғтибар итеү ҙә, Оҙондар аҡһаҡалы әйтмешләй, барыбыҙҙың да намыҫ эше.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.


Вернуться назад