“Бөгөнгө менән йәшәйбеҙ, үткәндәрҙе онотмайбыҙ”08.05.2012
“Бөгөнгө менән йәшәйбеҙ, үткәндәрҙе онотмайбыҙ”Тәтешле районы үҙәгендә йәшәүсе һуғыш ветераны Хәйрулла Шәйхуллиндың йортона барып инеү менән аптырашта ҡалдыҡ. Күсенәләр икән. Унда — төйөнсөк, бында — әйбер.
– Бәй, ҡунаҡтар килгән! Беҙ бабай менән әйбер барлап йөрөгән булабыҙ. Ҡалай уңайһыҙ булды. Үтегеҙ, хәҙер сәйемде яңыртам, – тип Мәймүнә инәй етеҙ баҫып өйгә инеп китте. Ул арала Хәйрулла олатай ҙа ҡаршы алырға сыҡты.
– Оло кешенең күңелен күреп, Еңеү алдынан хәл белергә килгәнегеҙгә рәхмәт. Бына яңыраҡ Нефтекама ҡалаһынан фатир алдыҡ, ҡайһы бер әйберҙәрҙе шунда күсермәксе булып йөрөйбөҙ, – тип өйгә саҡырҙы ул. Мәймүнә инәй йүгереп йөрөп сәй әҙерләй ине инде.
Табын артында ветерандан һуғыштағы батырлыҡтары тураһында һорашабыҙ. 85 йәшен ашатлаған Хәйрулла ағай ул йылдарҙы хәтерләргә яратмай. Һүҙҙе ситкә бороп, һуғыштан һуң илде нисек аяҡҡа баҫтырыуҙары тураһында һөйләй башлай.
– Ҡан-ҡойоштоң ни ҡыҙығы бар инде, балам. Ҡот осҡос юғалтыуҙар, үкһеү-илау. Беҙҙең быуынға төшкән ҙур һынау булды ул. Хоҙай ҡурсалағанмы, маңлайға яҙылғанмы, белмәйем, шул мәхшәрҙән иҫән ҡайттым. Бөгөн ҡыуаныстар менән генә йәшәйбеҙ, шулай ҙа үткәндәр тураһында ла онотмайбыҙ, – тип ауыр һуланы сәстәре күптән салланған ветеран. Һуңынан төйнәлгән әйберҙәр араһынан ҡалын фотоальбом килтереп сығарҙы. Унда – йыл һайын үткәрелгән 9 Май байрамынан һуң райондан һуғышта ҡатнашҡан ветерандар йыйылышып төшкән фотолар. Йылдан-йыл уларҙың рәте һирәгәйгәне шунда уҡ күҙгә ташлана. Ҡыҙғаныс…
Хәйрулла олатай һәр яугирҙе телгә алды. Айырыуса һуғышҡа бергә алынған, һалдат һурпаһын бергә эскән яуҙашы, дуҫы Мәснәүи Шәйҙуллин тураһында һағынып һөйләне. Һәр ветерандың ҡайҙа хеҙмәт итеүе, ниндәй наградалары бар – ул барыһын да һанап үтте. Шулай яйлап ҡына хәтер ебе лә һүтелде һәм беҙҙе ветерандың йәшлек йылдарына алып китте.
Хәйрулла олатай Кәлтәй ауылында урмансы ғаиләһендә тыуған. 1939 йылда Өфө урман техникумына уҡырға ингән. Аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ арҡаһында оҙон-оҙон сираттар барлыҡҡа килә. Бер киҫәк икмәк алырға торған йоҡа ғына кейенгән ауыл малайы һыуыҡ тейҙерә. Оҙаҡ ауырый ул. Һауыға алмағас, академик ял алып, тыуған ауылына ҡайта. Ауырыуҙан, аслыҡтан хәлһеҙләнгән улын әсәһе бер килке таный алмай тора.
Йәйгеһен ул аяҡҡа баҫа. Әммә уҡырға барырлыҡ хәле булмай әле. Кәлтәй ауыл Советына хисапсы булып эшкә урынлаша. Унан, Бөйөк Ватан һуғышы башланғансы, Ҡаҙансы урман хужалығында эшләй.
Һуғыштың беренсе айҙары. Сентябрҙә райондан биш кешене Украинанан Мейәс ҡалаһына эвакуацияланған Васильковск авиация механиктар әҙерләү мәктәбенә ебәрәләр. Улар араһында Хәйрулла ла була. Яңы техника килеү сәбәпле алты айлыҡ курс бер йылға тиклем оҙайтыла. Һөнәрҙе үҙләштергән йәш егеттәрҙе 1942 йылда Калининград фронтының 91-се гвардия авиация штурмлау полкына ебәрәләр. Һалдаттың һуғыш юлы ошонда башлана.
1943 йылдың июлендә уларҙың полкын Курск дуғаһына ташлайҙар. “Был мәхшәр әле һаман күҙ алдынан китмәй. Күпме кешенең ғүмере өҙөлдө! Юғалтҡан яуҙаштарымдың йөҙҙәрен һаман хәтерләйем”, — тип һөйләй Хәйрулла ағай. Курск дуғаһынан һуң Киев, Житомир, Львов ҡалаларын дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша. Һуңынан II Украина фронты составында Румыния, Венгрия, Австрия ерҙәрендә һуғыша. Еңеү көнөн Чехословакияла ҡаршылай. Рейхстаг өҫтөнә Еңеү байрағы ҡаҙалһа ла, хәрби самолеттар 9, 10, 11-се майҙа ла осош яһай әле.
– Еңеү тураһында иғлан иткәс нисек шатланғаныбыҙҙы һүҙ менән аңлатырлыҡ та түгел. Кискеһен, табын ҡороп, Еңеү көнөн байрам итергә һүҙ ҡуйыштыҡ. Ләкин хыялыбыҙ тормошҡа ашманы. Дошман һаман ҡаршылаша ине. Бәхеткә күрә, ошо өс көн эсендә берәү ҙә һәләк булманы. Шуға әле һаман ҡыуанам, – ти ветеран.
Һуғыштан һуң шунда уҡ Тыуған иленә ҡайта алмай Хәйрулла. Ул 1948 йылдың мартына тиклем хеҙмәт итә.
Ҡайтҡас, техникумда уҡыуын тамамлап ҡуя. Шунан йүнәлтмә буйынса уны Асҡынға эшкә ебәрәләр. Тик тыуған яҡтың тартыу көсө көслөрәк була. Ҡайтып, башта урмансы булып эшләй, һуңынан һөнәренә яуаплы ҡараған Хәйрулланы урман хужалығына етәксе итеп ҡуялар. Хәйрулла Шәйхулла улы — һуғыштан һуң илде аяҡҡа баҫтырыуға лайыҡлы өлөш индергән шәхес. Быны күп һанлы Маҡтау грамоталары дәлилләй. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған урмансыһы, БАССР Юғары Советының Маҡтау грамоталарына лайыҡ була. Парад кителендә Ҡыҙыл Йондоҙ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, бихисап миҙалдар сыңлай.
Мәймүнә менән Хәйрулла Шәйхуллиндар өс балаға – Флүзә, Гүзәлиә, Айратҡа ғүмер биргән. Уларҙың барыһы ла юғары белем алып, үҙ аллы донъя ҡорған. Улдары Айрат атаһы һөнәрен һайлаған.
Шәйхуллиндар оҙон һәм маҡтаулы ғүмер юлы үтеп, күптәргә үрнәк булып, гөрләтеп йәшәй. Былтыр алтын туйҙарын үткәргәндәр.
– Хөкүмәткә рәхмәт уҡып бөтә алмайбыҙ. Иркен, яҡты фатир алып ҡыуандыҡ. Хәҙер Тәтешлеләге “дачаға” йәй генә килеп йөрөрбөҙ инде.Ҡасандыр шығырҙап торған ҡарағайҙан һалынған йортобоҙ иҫкерҙе. Нигеҙе сатнаны. Ҡышын өйҙә һыуыҡ була. Донъяны ташлап, күсенеп китеүе лә ҡыйын һымаҡ. Тик барыбер ҡышын йылы, бөтөн уңайлыҡтары булған ҡала фатирында беҙгә яҡшыраҡ. Шуға йәйҙе ауылда үткәрербеҙ ҙә көҙгөләккә Нефтекамаға юлланырбыҙ тип уйлайбыҙ. Тик әлеге лә баяғы ауыл кешеһенә баҡсаһы, йорт-ҡураһы йәл инде, – тип тороп ҡалды Мәймүнә менән Хәйрулла Шәйхуллиндар.
Лилиә НУРЕТДИНОВА
Тәтешле районы,
Үрге Тәтешле ауылы.


Вернуться назад