Разведчик Сәйфулла08.05.2012
Разведчик СәйфуллаҠыҙыл Армия частарына дошмандың тын алышын, ҡайҙа хәрәкәт итергә тейешлеген, көсө күпмелеген хәбәр итеп тороусы төркөмдәр, отрядтар була. Улар үҙәккә кәрәкле мәғлүмәт еткереп кенә ҡалмай, ә фашистарҙың техникаһын һәм һалдаттарын юҡ итеп һиҙелерлек зыян да килтерә. Разведка төркөмдәренә иң сос, ҡыйыу, ауыр мәлдә юғалып ҡалмаҫлыҡ егеттәрҙе генә һайлап алалар. Шулар араһында беҙҙең данлы яҡташыбыҙ, Ғафури районының Яңғыҙҡайын ауылында тыуып үҫкән Сәйфулла Хәмит улы Мәжитов та була.
Үҙенең һуғыш йылдарында күргән-кисергәндәрен һөйләп ул: ”Барыһын бергә туплаһаң, бик шәп кинофильм килеп сығасаҡ”, — ти. Ысынлап та, уның һөйләгәндәре үҙе бер тарих, кисергәндәре, яҙыусы Әмир Әминев яҙғанса, “мең дә бер ғазап”. Эйе, яҡташ яҙыусыбыҙ уның хаҡында тап ошондай исемле документаль повесть ижад итте. Күренекле журналист Дәүләт Мәһәҙиевтең дә уның тормош юлына бағышланған “Яҙмыш ҡәләмдәрен ҡулға алып” исемле документаль повесы бар. Шулай уҡ КГБ полковнигы Николай Лешкин, татар яҙыусыһы Рафаэль Мостафин да күләмле әҫәрҙәр, мәҡәләләр яҙҙы. Уның хаҡында бар мәғлүмәт тә халыҡҡа еткерелгән, яҙыр нәмә лә ҡалмаған кеүек. Тик ветерандың хәтер йомғағы яңынан шул йылдарға әйләнеп ҡайта.
…1943 йылдың яҙында С. Мәжитов Белоруссияның кеше үткеһеҙ һаҙлыҡлы Беловеж урмандарын үтеп, Барановичи районында Советтар Союзы Геройы Г. М. Линьков етәкселегендәге “Бати” партизандар берләшмәһенә барып ҡушыла. Тиҙҙән ул үҙе теләп Көнбайыш Украинаға юллана. Бында подполковник С. Каплун етәкселегендәге партизан отряды Сарны-Лунинец йүнәлешендәге поезд составтарын үткәрмәҫкә тейеш була. “Бати” партизандар берләшмәһенә ҡараған С. Каплун етәкселегендәге отряд ябайҙарҙан булмай. Уларҙың отряды туранан-тура Үҙәккә буйһоноп, махсус заданиеларҙы үтәй. Яугирҙәргә дошман хаҡында күберәк мәғлүмәт туплап, Мәскәүгә хәбәр итеп тороу бурысы ла йөкмәтелә. Бер йылға яҡын ошо отрядта булыу осоронда Сәйфулла Хәмит улы дошмандың алты эшелонын шартлата, немецтарҙың “Юнкерс-88” бомбардировка самолетын атып төшөрә.
Ошондай хәл ветерандың хәтеренә айырыуса уйылып ҡалған. Бер мәл шулай дошмандың тимер юлы составын шартлатҡандан һуң, ни ғиллә менәндер, ике вагон рельста килеш ултырып ҡала, һәм унан бер-бер артлы немец автоматсылары һикереп төшә башлай. Партизандар ҙа юғалып ҡалмай, уларға ҡарап ут аса. Алышта бер генә дошман һалдаты ла тере ҡалмай. Беҙҙең арала ла юғалтыу күп була. Был алышта ҡыйыу һуғышсы, оҫта ойоштороусы, взвод командиры, лейтенант Федор Василевскийҙы юғалттыҡ, тип хәтер йомғағын һүтә ветеран.
Тиҙҙән Сәйфулла Хәмит улы майор М. Глумов етәкселегендә көнбайышҡа – Польшаға йүнәлә. Бында уларға тик разведка эше менән генә шөғөлләнергә, дошман менән асыҡтан-асыҡ бәрелешкә инмәҫкә ҡушыла. Бер мәл шулай майорға дошман яғында әсиргә эләккән татар-башҡорт яугирҙәренән торған, ирекһеҙҙән үҙебеҙҙекеләргә ҡаршы һуғышыусы легионер отряды барлығы хаҡында хәбәр итәләр. Был немецтар тарафынан ойошторолған 829-сы “Волга-татар батальоны” була. Сәйфулла Хәмит улы уларға үҙебеҙҙең яҡҡа сығырға тәҡдим итә. М. Глумов был эште Мәжитовҡа ышанып тапшыра, һәм ул төнө буйы мөрәжәғәт формаһында татар телендә тегеләргә хат яҙа. Иртәгәһенә немец формаһында ғы, баштан-аяҡ ҡоралланған 82 татар-башҡорт егете, фашист һаҡсыларын үлтереп, үҙебеҙҙең яҡҡа сыға.
— Уларҙың береһе Әлшәй районынан ине. Һуғыштан һуң мине табып, рәхмәт әйтте, аралашып йәшәнек, хәҙер мәрхүм инде, — ти ветеран. Үҙе лә фашист әсирлеген татыған кеше булараҡ, ул ватандаштарын ҡоллоҡтан азат итергә тырышҡандыр.
Һуғышҡа тиклем ветеран бер йылға яҡын Белоруссия ерендә, ил сигендә, Брест крепосы районында 21-се ОСБ-ла хеҙмәт итә. Һуғыштың беренсе сәғәттәрен ил сигендә ҡаршылап, тәүге көндө үк контузия ала.
— Һуғыш-һуғыш инде, дошмандың баштан-аяҡ ҡоралланған һәм Европала күп илдәрҙе баҫып алыу һынауҙарын үткән фашистарҙың ҡамауын йырып, Минск — Смоленскта әсиргә эләгеп, фашистарҙың ҡот осҡос Белоподляска-Демблин крепосы һәм Варшава ҡалаһы эргәһендәге Седлеце лагерҙарында булып, татар яҙыусыһы Муса Жәлил ойошторған йәшерен ойошма ярҙамында март айында ҡасып, Висланы һәм Бугты, эреле-ваҡлы башҡа йылғаларҙы кисеп сығып, партизандарға барып ҡушылғансы 40 көн буйына урманда ағас ҡайырыһы, үлән тамыры менән туҡланып, Белоруссияның Барановичи районында партизандарға осрағанға тиклем мең михнәт күрергә тура килде, — ти ул, хәтәр ҙә, хәүефле лә йылдарҙы хәтерләп. Тотҡонлоҡтан улар һигеҙ кеше ҡасҡан булһа, тик дүртәүһе генә тере ҡалып, партизандарға ҡушыла.
1944 йылдың декабрь айында үҙебеҙҙең регуляр ғәскәрҙәргә ҡушылғас, 6-сы гвардия дивизияһының 4-се полкында, беренсе батальондың разведка взводы командиры булараҡ Эльба ярҙарына тиклем ара үтеп, 1945 йылдың 25 апрелендә Дрезден ҡалаһы тирәһендә яраланып, госпиталгә инә яугир. Бөйөк Еңеү көнөн госпиталдә ҡаршы алғандан һуң, һауығып аяҡҡа баҫа һәм көҙ көнө тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Һуғышҡа тиклем үҙе эшләп киткән Мәсетле районының Теләш ете йыллыҡ мәктәбендә эш башлай. 27 йыл — Мәсетле, 13 йыл Салауат районы мәктәптәрендә завуч, мәктәп директоры, роно инспекторы вазифаларын башҡарып хаҡлы ялға сыға. Персональ пенсияға лайыҡ булған ветеран тыуған яғы – Ғафуриға ҡайтып, 13 йыл роно-ла инспектор-методист булып эшләп, 53 йыллыҡ педагогик стаж менән хаҡлы ялға туҡтай.
Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Сәйфулла Хәмит улы III дәрәжә Дан, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендарына, 14 миҙалға лайыҡ була. Ул айырыуса “Белоруссия партизаны” миҙалын ҡәҙерләп һаҡлай. 2006 йылда Ғафури районы Советы ҡарары менән беренсе булып уға “Райондың Почетлы гражданы” тигән маҡтаулы исем бирелә. Ветеран, разведчик С. Мәжитов бөгөн дә сафта, һәм ул һәр тыныс атҡан таңға ҡыуанып, булғанына шөкөр итеп, тормошонан ҡәнәғәт булып йәшәй.
— Оҙон-оҙон һикәлтәле юл үтеп, бөгөнгө көндә 94-се йәшемде ваҡлауға хатта үҙем дә ышанмай торам. Һуғыштан һуңғы һәр төрлө йөрәк яраһы үҙенең ауыр эҙен ҡалдырһа ла, күрәһегеҙ, йәшәү дауам итә. Иншалла, тик тыныслыҡ булһын! — ти ҡарт яугир.
Самат Ғәлиуллин.
Ғафури районы.


Вернуться назад