“Китм-ә-ә!”Ҡарт ҡайындар — беҙҙе ҡурсалаусы олатай- өләсәйҙәр кеүек: ҡытыршыланып ҡатҡан олондары елдән, суҡтары биттәребеҙҙе наҙлап, ямғырҙан һаҡлай. Кешеләрҙең ҡайғы-хәсрәттән ошо ҡайынлыҡҡа һыйыныуы тикмәгә түгелдер, күрәһең.
Яуға оҙатыу көнөндә башҡалар күмәкләшеп ҡайғырышҡанда, йәштәр икәүҙән-икәү генә ҡалған. Сит ауылдан төшкән килендең ҡулында бәпесе йоҡлай. Ҡаршыһында ире гармун тарта. Мәңгелеккә киткәнлеген аңлағандай, боронғо көйҙәрҙе, ҡайғы-хәсрәтлеләрен һуҙа. Башҡаларҙа беҙҙең эшебеҙ юҡ, тигәндәй, күмәк кешегә әйләнеп тә ҡарамайҙар. “Ғәлиәбаныу”ҙың беренсе аккордтарынан уҡ ҡатыны күҙ йәшен тыя алмай, сеңләп илай башланы.
“По коням!” ауазы яңғырағас, ҡарт ҡайындар ҙа тертләп ҡуйғандай булды. Түҙемһеҙ аттар алға ынтылды.
Йәш ир ҙә, гармунын ергә ҡуйып, ҡатыны менән хушлашып, юлдағыларҙы ҡыуа китте.
Һөйгәне менән айырылышыуҙан ни эшләргә белмәгән ҡатын уйлап та тормаҫтан балаһын ергә һалды ла, уның артынан йүгерҙе.
Оҙатыусылар “аһ!” итте. Кемдер баланы күтәреп алды, кемдер әсәне ҡыуа төштө. Уның ҡайынлыҡты яңғыратҡан, йөрәкте өҙгөс “китм-ә-ә!” тигән ауазы ауылға ла ишетелгән.
Ҡатын фронтҡа китеүселәрҙе ҡыуып етә алмаған. Ике килен уны күрше ауылға етәрәк ҡаҡ юлға йөҙө менән ҡапланып ятҡанында барып тапҡан.
Ағас мылтыҡлы һалдатБеҙҙең атайға сират ҡыш көнө етте. Иртә таң менән уны ҡапҡа төбөнән оҙаттыҡ та, ат үрге остан урамдарҙы урап сыҡҡансы, ҡайынлыҡҡа барып та еттек. Верна исемле этебеҙ, ҡойроҡ болғап, ауылға ҡарап тик тора. Һиҙә икән хәлде. Атлылар дәррәү ҡуҙғалыуға, эт тә эйәрҙе. Күпме саҡырһаҡ та, әйләнеп тә ҡараманы. Бер нисә көндән һуң ғына ҡайтып ятты. Йонсоған, таланған этебеҙ ояһынан сығып морон күрһәтмәҫ булды.
Бер көн әсәйем атайым янына барғанда мине юлдаш итеп алды. Красноусолда икән атайҙар. Ҡалын урмандарҙы үтеп, киң яландарға сыҡҡансы ҡул санаһы тартып килә торғас, үтә йонсоғайным, баш күтәрерлек тә хәл юҡ ине.
“Ана, уйнайҙар!” — тине әсәйем. Аңламағас, төртөп күрһәтте. Аҡ ҡарға күмелгән кешеләр ҡырмыҫҡалай мәж килә. Кәүҙәләр берсә ҡалҡа, берсә бата, тигәндәй. “Окоп уйнайҙар, — тип аңлата әсәйем. — Ҡалын ҡарҙы ҡаҙып өйгәндәр”.
Атайымды белештәрҙә кис көтөп алдыҡ. Был юлы күтәреп ҡосаҡламаны. Ул миңә ағас мылтығын һәм картуф төйгөс һымағыраҡ әйберҙе һондо. Кис буйы шуны уйланым: был ағас мылтыҡ, картуф төйгөс менән һуғышып буламы икән?”
Мәскәүҙәрҙе лә күрҙекМәктәп бинаһы яңы, ҙур һәм күркәм ине. Урыҫса ғына һөйләшеүсе ят кешеләр килеп тулды. Мәскәүҙекеләр икән. Кейемдәре матур, үҙҙәре лә. Минең буйы ғына бер ҡыҙ көн дә һөткә килә. Телгә бөткән үҙе. “Молоко есть?” Мин “есть” йәки “нет” тип яуапларға өйрәндем. “Война” һүҙен дә ҡушһаҡ, урыҫса өс һүҙ беләм.
Матур йәшәнеләр мәктәптә. Ауыл халҡына кейем-һалым биреп, алмашҡа аҙыҡ-түлек алдылар. Тормоштоң мулыраҡ сағы, бал да, май ҙа етерлек.
Ҡыш етеүгә осар ҡоштарҙай, ҡайҙалыр китеп юғалдылар. Үрге оста булғас, мин күрмәй ҡалғанмын. Ләкин бер мәрйә мәктәптә уҡытырға ҡалды. Тал сыбыҡтай нескә билле, сибәр һәм яғымлы. Кейемдәре “өф” итеп кенә торорлоҡ, ләкин ҡыш көнө лә йоҡа кейемдә йөрөй. Уның ҡарлуғастай ғына һыны әле булһа күҙ алдымда: мәктәптән сыға ла йүгермәҫкә тырышып атлай, аяғында бейек үксәле туфли. Үкенескә ҡаршы, Мәскәү ҡыҙы ҡышты сыға алманы, вафат булды, тинеләр.
Эй, ул ҡатын-ҡыҙ иңендәге нужалар...Ауылыбыҙҙың исеме — Ҡотлоғужа . Красноусол быяла заводынан машина юлы менән — 25, тура юлдан — 18 саҡрым алыҫлыҡта. Завод ХIХ быуат аҙағынан быяла етештерә. Төп сеймал — кварц ҡомо. Ул Мета тауы ҡуйынында тулып ята. Элгәре — ат, утыҙынсы йылдарҙа машина менән ташығандар.
Урман, тау аша тар колеялы тимер юл һалыу башланды. Балласт һалыу күп көс талап итә. Беҙҙең ауылға ҡатын-ҡыҙ килеп тулды, араларында бабайҙар ҙа бар. Туң ерҙе соҡоп, носилка менән ташып балласт һалалар. Ҡаты ергә тештәре үтмәһә (ҡулда көрәк, кәйлә, лом, балта), усаҡ яғып, уны иретәләр. Эй, унда ҡатын-ҡыҙҙың күргән нужаһы! Аслы-туҡлы йәшәнеләр. Десятник ирҙәр норма үтәлешен соҡолған ер дәүмәленән билдәләй торғайны.
Урыҫ тауы ауылға ауып тора. Урмандың ҡуйылығы, шишмәләрҙең тулы һыулылығы, ҡош-ҡорттоң күплеге... Хайран ҡалырлыҡ күренеш ине. Юлсылар барыһын бер юлы бөтөрҙө. Яланғасланған тау тотош ҡутыр баҫҡан имәнес башҡа оҡшап ҡалды.
Бер йәй, ике ҡыш үтеп, тимер юлдан ҡом ташый башлағас, илгә быяла эшләү башланды.
Таланған байлыҡтарҮҙем буй етеп, ир ҡорона кергәс, ауылдың тәбиғи байлыҡтары тураһында яҙғайным инде. Ҡом тауы Уралда берәү икәнлеге билдәле. Уның менән йәнәшә аҡ балсыҡ ятҡылығын сафлығы һәм паклығы буйынса яҙғы аҡ сәскә менән сағыштырырға була. Үҙенән ҡаймаҡ тәме килә. Бик алыҫ ауылдарҙа йәшәгән украиндар, ҡыш ат егеп килеп, тейәп алып китер ине. Ленинградтан оҙаҡ йылдар дауамында геологтар йәй һайын тикмәгә йөрөмәгәндер.
Ә Ҡарлы нефть промыслаһы Еңеү хаҡына эшләне. Әлеге аҡ балсыҡ скважиналарҙы йыуҙыртыу шыйыҡсаһы әҙерләүгә алынып бөттө. Башҡортостан тәбиғәтенең мәңге һаҡланырға тейешле ҡомартҡылар иҫәбендә торғанын һуңынан белдем. Ғалимдар аҡ балсыҡтың бөткәнен белмәй ҡалған, ахыры. Һаман да төрлө белешмәләргә индерә баралар, ә мин “аҡ балсыҡ күптән юҡ” тип яҙа торам.
Эш тә эш...Һуғыш осороноң икенсе яҙына аяҡ баҫҡанда михнәт баҫа башланы. Бәрәңге баҡсаһын Әминә апайым менән ҡаҙыйбыҙ. Быныһы икебеҙҙең уртаҡ эш. Утын бар, ләкин ҡул арбаһы менән сыбыҡ-сабыҡ ташыйым. Үлән буйға еткәс, салғы тотоп, бесән әҙерләп маташтым.
Иртә таңдан киске ҡараңғыға тиклем эш тә эш. Әсәйебеҙ һис тынғы бирмәй. Утын ҡырҡып аҙапланғанда ҡаҡлығып киткән ағас түмәр ҡаҡ маңлайға бәрелде.
“Һыйырҙы һаҡлағыҙ, бәрәңге үҫтерегеҙ, икмәктең валсығын да әрәм итмәгеҙ”, — тип яҙа атай фронттан.
Аш-һыу нормаһы ун ике йәшлек Әминә апайым ҡулында. Хужабикә булыу үҙенә килешеп тора. Беҙ ғаиләлә дүрт малай. Бишектәге төпсөк Хәмит тә ашарға һорай.
1942 йылдың көҙөнән аслы-туҡлы тормош башланды. Кемдер һыйырһыҙ ҡалды, кемдер бәрәңге үҫтерә алманы, аҙыҡһыҙ ҡалғандарҙың яҙмышы ҡыл өҫтөндә. Яҡшы өйҙө һатып, иҫкерәгенә күсеү башланды. Шулай итеп, һуғыш иң тәүҙә ғаилә тамырын ҡоротто.
Аслыҡ фажиғәһеҠырҡ өсөнсөнөң яҙы һәм йәй башы күптәр өсөн фажиғәле булды. Иген запасы юҡ, бәрәңге ашалып бөткән. Һөт-ҡатыҡ һағынып һөйләргә ҡалған. Астар һуҙыла ла ята. Башта биттәре шешенә, күҙҙәре тоноҡлана, тауыштары һүнә. Бала-саға, ҡарт-ҡоро тауыш-тынһыҙ яҡты донъянан китә лә бара.
Атайымдың бер туғаны Фәйзрахман бабайыбыҙ ырҙын ҡарауыллай ине. Йәй көнө эш урынында үлгәнен ишеттек. Бер ҡарт ат ҡәберлегендә ҡаҙынып, ит бешереп ашаған, тип һөйләнделәр. Беҙгә яҡын күрше Ишбулды ағай ҡасандыр баҡсала күмелгән бәрәңге соҡорон эҙләп ыҙа сикте.
Ҡар аҫтында ҡышлаған иген башағын йыйып ашағандар ҡан төкөрөп үлде. Септик ангина тигән сир барлығын шунда белдек. Ошондай фажиғәләрҙе бер беҙҙең генә ауыл кисермәгәндер, бөтөн ил өҫтөнә төштө һуғыш михнәте.
Беҙ нисек йәшәнек? Баҡса ҡаҙығанда ҡышлаған бәрәңге биҙрәгә һалына бара. Уны иҙеп табала ҡыҙҙырып ашарға була. Ярап ҡала уныһы ла. Сәрҙә үләне, балтырған бигерәк тә ашҡа тәм бирә. Ауыл тирәһендә балтырған бөтһә, Ағиҙел аша сығып, урыҫ ауылдары яғында йыя торғайныҡ. Шуныһы аңлашылмай, ниңә урыҫтар аслыҡтан интекмәне икән?
Март айында “Ҡыуғанаҡ” станцияһында туң сөгөлдөр барлығын ишеттек. Сана һөйрәп киттек Әминә апайым менән. Халыҡ рәхәтләнеп туң сөгөлдөр ташый. Уны мейестә бешереп алһаң, ашарға ярай.
Йәй көнө тары кәбәге ҡайтарҙылар. Меңгә бер тигәндәй, ярмаһы осрай. Кәбәкте килелә оҙаҡ төйгөсләп иләһәң, он рәүешенә килә. Ул һис уҡмашмай, сараһын табып, күмәс бешерһәң, сәйнәп булмай. Эсте ҡатыра торған кәбәк икмәген ашап, кеше бик ыҙаланды.
Март айында малға йыла һыҙырып ашатҡанда, бер өлөшөн мейестә киптереп төйөп, тамаҡ ялғай инек. Йүкә япрағы ла шул иҫәптән. Ләкин барлыҡ үлән-ҡабыҡҡа ике ус он, аҙмы-күпме һөт һәм ҡатыҡ һалынырға тейеш.
Хоҙай аслыҡты бер кемгә лә күрһәтмәһен.
Ҡара икмәк тәмеБер еңгә, ахыр сиккә еткәс, һуғыштағы иренең иң яратҡан кейемен һатҡан да баҙарҙан бер түтәрәм икмәкте күкрәгенә ҡыҫып алып ҡайтҡан.
Ул замандағы ҡара әпәкәйҙең еҫен-тәмен мин әле лә тоям һымаҡ. Ҡап-ҡара арыш икмәге. Өҫтө ҡабарып тора, ҡарағусҡыл булып ялтырай. Яңылышмаһам, бер кило самаһы ине. Уның сүпрәле тәме әллә ҡайҙарға аңҡый. Нефть һәм быяла заводында эшләгәндәргә ул норма менән бирелә. Бер икмәк хаҡы мең һумғаса барып етә торғайны.
...Көс-хәл менән өйөнә ҡайтып еткән әлеге еңгә шешенә башлаған балаһына бер телем икмәк ҡырҡып бирә. Ас бала уны шунда уҡ ашап бөтөрә. Әммә тәмле аш ағыулы таш булып ята. Бала вафат булды.
Бөтәһе лә – фронт өсөн!Яланда көлтә ташылып бөтөүгә мәктәп балалары башаҡ йыйырға сыға. Ярты тоҡ башаҡ йыйһаң, һин — маладис! Немецтарға мылтыҡтан төбәп атҡандай булаһың, сөнки һәр башаҡ — еңеүҙе яҡынайтыусы көс.
Дәрестә “биш”ле алһаң да, немецҡа пуля булып тейәсәк. Ә бәрәңге турап, мейестә киптереп, Хөкүмәткә бирһәң, бының өсөн фронттағы яугирҙәребеҙҙең рәхмәтенә лайыҡ булаһың. Кипкән бәрәңге бик тәмле шул. Беҙҙең уны һыңар бармаҡ ҙурлығындағыһын ғына ашап ҡарағаныбыҙ бар. Ошо киптерелгән бәрәңгене туйғансы ашаһаң ине, тип хыялланырға ла ҡурҡа инек.
Яҙ етһә, өй буйлап тентеүселәр йөрөй. Кәм тигәндә ике кеше. Ат егеп киләләр. Бер көн беҙҙең иҙән таҡтаһын шар асып, баҙҙан ике тоҡ бәрәңгене алып сыҡтылар.
Әсәйебеҙ дыу килә. “Ирем һуғышта аяғын өҙҙөрөп госпиталдә ята, улым атлы гвардияла, һеҙ, эшкинмәгән мәхлүктәр, әҙерҙе талап йөрөйһөгөҙ”, — тип әрләшә.
Дөрөҫө шул ине.
“Суҡынып ҡаҙалығыҙ”, — тине лә әсәйем, баҙҙан бәрәңге сығарып, беҙҙе норманан артығыраҡ ашатты ул көндө. Ярһыуы кис буйы баҫылманы.
(Дауамы. Башы 84-се һанда). Фәрит ВАХИТОВ.