Исламда ир-аттың мәртәбәһе шул ҡәҙәр ҙур. Ул – өммәтте тотоп тороусы көс. Бөгөн динебеҙҙең ниндәй кимәлдә үҫеш кисереүе тәү сиратта ир-атҡа бәйле. Аллаға шөкөр, йәмғиәткә, өммәткә терәк-таяныс булырҙай көслө зат вәкилдәре бихисап. Араларында, мәҫәлән, Илфат хажи Шәйбәков атлы замандашыбыҙ бар. Ул күптән түгел тыуған төйәгендә мәсет төҙөттө.Балтас районының Иҫке Ҡарғалы ауылында ишле ғаиләлә буй еткергән Илфат Зәүи улы әле Нефтекама ҡалаһында ғүмер итә. “Бала сағым бөтөн малайҙарҙыҡы кеүек “йүгереп” үтте, уйнарға ла, атай-әсәйгә ярҙам итергә лә өлгөрә инек, – ти ул. – Бәләкәйҙән өлкәндәрҙән ниндәйҙер кимәлдә дини тәрбиә алған кеше булараҡ, күңелдә “Ә ниңә ауылда мәсет юҡ икән?” тигән аптыраулы уй ҙа бар ине. Әммә уға аныҡ яуап биреүсе булманы. Эйе, был йәһәттән һүҙ әйтергә ҡурҡҡан яҡындарыбыҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, әл-хәмдү лил-ләһ, Ислам нигеҙҙәрен, әҙәп-әхлаҡ ҡанундарын белеп үҫтек. Дин күңелдә йәшәй бит. Ҡан аша күсә килгән рухи ҡиммәттең ҡеүәте шул ҡәҙәр юғары, уның тамырына “балта сабыу” мөмкин түгел”.
Күркәм тәрбиә алып үҫкән Илфат Шәйбәков өлкәнәйә барған һайын дингә нығыраҡ яҡыная: намаҙ уҡырға өйрәнә, Нефтекамала мәҙрәсәлә белем ала. 2007 йылда иһә хаж ҡылыу бәхетенә өлгәшә.
– Изге сәфәр күңелемде тағы ла яҡтыртты, иманға нығыраҡ яҡынайтты, – ти ул. – Исламдың бөтөн матурлығын йөрәгем менән тойҙом, үҙемдең тормоштағы бурыстарымды тәрән аңланым. Һөҙөмтәлә тәүге маҡсатым шул булды – тыуған ауылымда мәсет асыу.
Әлбиттә ки, бындай ғәмәлде тиҙ арала тормошҡа ашырыу мөмкин түгел – эше, мәшәҡәттәре бихисап. Шулай ҙа бер ни алдында ла туҡталып ҡалмай уҙаман. Тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ үҙ емешен бирә: 2015 йылдың майында Иҫке Ҡарғалы мәсетенә нигеҙ һалына. Башланғысты дәррәү күтәреп алған ауылдаштар ҙа ихлас ҡушылғас, иман йорто төҙөлөшө яйлап, әммә тотҡарлыҡһыҙ алға китә. Һәр кем изге эшкә мөмкинлегенә ҡарап өлөш индерергә тырыша.
– Ауылдаштарыма ҙур рәхмәт, – ти Илфат Зәүи улы. – Эштең һөҙөмтәһе бит ниәткә бәйле: изге маҡсатта берләшеп, әл-хәмдү лил-ләһ, оло ғәмәл атҡарҙыҡ. Ауылыбыҙҙың шундай матур ерендә урынлашҡан мәсетебеҙ, иншаллаһ, киләсәктә тағы ла нығыраҡ берләшеү мөмкинлеген асһын, Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә татыулыҡта, бәрәкәттә йәшәргә яҙһын.
Иман йортон асыу тантанаһында халыҡ шул ҡәҙәр күп булды. Урындағы халыҡтан тыш, ситтә йәшәгән ауылдаштар, райондаштар ашҡынып килгәйне уға. Күҙ йәштәре, тулҡынланыу, рәхмәт һүҙҙәре... Барыһы бергә бәйләнеп, тантананы ғәжәп йылы, ихлас байрамға әйләндерҙе.
– Иҫке Ҡарғалыға яңы һулыш биргән иман йортоноң ишеге бер ҡасан да ябылмаҫ, уға илткән юл гелән таҡыр булыр – кеше өҙөлмәҫ тигән ышаныстабыҙ, – ти Балтас районының имам-мөхтәсибе Рәшит хәҙрәт Шәйхәйҙәров. – Был беҙҙең төбәктә 35-се мәсет. Әл-хәмдү лил-ләһ, иман йорто булмаған ауылдарыбыҙ бик аҙ ҡалып бара. Хатта ки халыҡтың күпселеген ҡатнаш ғаиләләр тәшкил иткәндәрендә лә мәсет бар һәм уңышлы эшләй. Был, әлбиттә, төбәгебеҙҙәге төрлө милләт вәкилдәренең татыу йәшәүенә аныҡ дәлил. Әйткәндәй, беҙҙең Балтаста киң билдәле иман йорто – Иҫке Яҡшый мәсете бар. 270 йыл дауамында туҡтауһыҙ эшләгән ғибәҙәтхана ул! Ауыр, ҡатмарлы йылдарҙа ла ябылмай, төбәгебеҙҙең төньяҡ өлөшөндәге 18 районға хеҙмәт иткән берҙән-бер мәсет. Ул, шөкөр, һаман да сафта, әле бинаһында яңыртыу эштәре бара. Дини яҡтан ошондай көслө, ҡеүәтле төбәгебеҙҙә иман нуры һис ҡасан да һүнмәҫ, иншаллаһ.
Балтас районы.