Йыйындарҙа ырыҫ йыйып...10.08.2018
Иртәгә Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылы эргәһендә Дим буйы йәштәре йыйыны үтә. Уны урындағы мөхтәсибәт Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, район хакимиәте ярҙамында ойоштора.
Йыйындың маҡсаты – төрлө милләт йәштәре өсөн уртаҡ майҙансыҡ булдырып, уларҙың социаль берҙәмлеген нығытыу. Сарала дини тәрбиә һәм иҫкәртеү эштәре юлдары хаҡында һөйләшеү ҡаралған, был йәһәттән власть органдарының, белем биреү, йәмәғәт ойошмаларының хеҙмәт тәжрибәһе өйрәнеләсәк.
Көндөң тәүге яртыһында йәштәр төрлө майҙансыҡтарҙа фекер алышһа, икенсеһендә спорт ярыштары – көрәш, футбол, уҡ атыу, армрестлинг, йүгереү – үткәреләсәк, байрам концерты уҙасаҡ.
Мәғлүм булыуынса, төбәгебеҙҙә ошондай саралар даими ойошторола. Бының, әлбиттә, йәштәрҙе тәрбиәләү йәһәтенән әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Аралашыу, фекер алышып йәшәү Исламда юғары урында тора. Был йәштәребеҙ өсөн айырыуса мөһим. Яңылыш юлдан китмәһен тиһәк, уларҙы даими хәстәрләү, ҡыҙыҡһындырыу, күңелдәрен төшөрмәү, терәк-таяныс булыу, “етәкләп йөрөтөү” зарур.
Дингә килергә ынтылғандарҙың бер һорауын да яуапһыҙ ҡалдырмау, “Ҡөрьән Кәрим”гә, Пәйғәмбәребеҙҙең нәсихәттәренә таянып аңлатыу элек-электән дини остаздарҙың, имамдарҙың төп бурысы булған. Әгәр ҙә ки ошондай эш алып барылмай икән, йәштәребеҙҙең бөтөнләй ситкә тайпылыуы ихтимал. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табырға тырышып, интернет селтәрен гиҙеүҙең ни ҡәҙәр хәүефле икәнен оноторға ярамай, ти дини остаздарыбыҙ. Ундағы бихисап мәғлүмәттең ҡайһыһы дөрөҫ икәнен ҡайҙан белһен йәш кеше? Ә традицион булмаған ағымдар, мәғлүм ки, бындай “ҡорбан”дарҙы эләктереп алырға әҙер тора. Шуға ла ҡорҙарға йыйылып, күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыуҙарҙың әһәмиәте бөгөн айырыуса ҙур.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Йәшлек – еңеллектең бер ботағы”, – тигән. Тимәк, ошо быуынды хәстәрләүгә, яңылыш аҙымдарҙан һаҡлауға айырыуса ҙур иғтибар бүленергә тейеш, һәм быны дәүләтебеҙ ҙә, мөфтиәттәр ҙә, йәмғиәт тә аңлап ҡабул итә, маҡсатҡа ярашлы ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашыра.
Ошондай сараларҙың күбеһендә төп урындың спортҡа бирелеүе лә һөйөнөслө. Ярыш – ул көрәш, рух ныҡлығы, тән һәм йән сәләмәтлеге. Был төшөнсәләр Исламда ҙур ҡиммәткә эйә. “Иманлы, ҡеүәтле әҙәм балаһы көсһөҙгә ҡарағанда хәйерлерәк”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.
Исламда фарыз һаналған изге ғәмәлдәрҙең – намаҙ уҡыуҙың, хажға барыуҙың – нигеҙендә лә хәрәкәт ята. Уларҙың икенсеһендә, әйтәйек, әҙәм балаһы ил гиҙә, донъя күрә, физик һәм рухи йәһәттән яңырып, көс-ғәйрәт алып ҡайта. “Хәрәкәттә – бәрәкәт” тигән әйтем юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән.
Хәҙистәрҙең береһендә яҙылыуынса, бер саҡ Пәйғәмбәребеҙ хәҙрәти Ғәйшә менән йүгереп ярыша. Тәүге урауҙа ҡатын тәүге булып килһә, икенсеһендә – Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Шул саҡ Пәйғәмбәребеҙ “Был еңеүем – алдағы еңелеүемдең өлөшө” тигәнерәк фекер әйтә. Йәғни, ҡаҙаныш яулау өсөн тырышлыҡ күрһәтеү генә түгел, башҡаларға ихтирам-хөрмәт менән ҡарау ҙа мөһим. Ошондай сифат, шулай уҡ еңелеүҙе лә лайыҡлы үткәрә белеү кешене юғарыға күтәрә.
Мәғлүм ки, Ислам дине балаларҙы йөҙөргә, уҡ атырға, һыбай йөрөргә өйрәтергә ҡуша. Был спорт төрҙәре тән сәләмәтлегенә генә түгел, аң-зиһен үҫешенә лә ҙур йоғонто яһай. Мосолман, мәҫәлән, ҡайҙа ғына барып сыҡмаһын, үҙе торған урынды билдәләй белергә тейеш. Ташта үҫкән мүккә, ағастың ботаҡтарының үҫешенә һәм башҡаға ҡарап йүнәлеш алырға өйрәнһә, аҙашмаясаҡ.
Дөйөм алғанда, тормоштағы һәр төрлө осраҡта динебеҙҙең, шул уҡ ваҡытта хәрәкәттең әһәмиәте ифрат ҙур. Бөтөн донъяға билдәле бәғзе спортсыларҙың Исламды ҡабул итеүе миҫалында ла динебеҙҙең ниндәй ҙур ҡеүәткә эйә икәнлегенә йәнә бер ҡат инанабыҙ.