Үҙ өйөң бит был, үҙеңдеке!10.08.2018
Үҙ өйөң бит был, үҙеңдеке!Эшкә дәртле, сәмле йәштәр күп беҙҙә. Тик улар быны, кем әйтмешләй, әллә ни ҙур эшкә һанамай. Һәүетемсә генә донъя көтөп, балалар үҫтереп, үҙҙәренсә йәшәп яталар.

Яй ғына ишеккә туҡылдатабыҙ. Өндәшкән кеше юҡ. Эстә шат балалар тауышы ғына ишетелә. Бар­маҡтар нығыраҡ туҡылдай. Бына танау төбөндә генә тигәндәй ишек шар асылып китте. Бәләкәй генә малай ауыҙын йыра. Беҙҙе танырға тырышып, сәйер ҙә, балаларға ғына хас ҡыҙыҡһыныусан да ҡараш ташлай.
– Мин – Павел, – ти ул. – Ә һеҙ кем?
Уныңса булмай, аш бүлмәһе яғынан алъяпҡыс быуған хужабикә лә сыҡты. Тағы ике ҡыҙыҡайҙың башы күренде.
– Инегеҙ, ин, – тип, уңайһыҙ­ланғандай, үтергә саҡыра хужабикә Екатерина. – Мин хәҙер, үтә тороғоҙ…
Төпкө бүлмәнән ҡулына сүкеш тотҡан хужа ла күренде.
– Беҙ ни, эш менән булышып, ишетмәгәнбеҙ ҙә, – тине Константин да уңайһыҙланғандай. – Яңы йорт бит: шаҡылдарға, ҡағырға, юнырға тура килә.
Яңы йорт. Ниндәй матур, әйтеп аңлата алмаҫлыҡ, ғорурлыҡ тойғоһо уйнатҡан һүҙ. Бигерәк тә йәш ғаиләләр өсөн. Был төшөнсәгә барыһы ла һыйған: сирәм үҫкән ергә нигеҙ һалыныуы, пилорама еҫе лә бөтмәгән бурсалар, балта эҙен һаҡлаған бүрәнәләр, яңы буяу еҫе аңҡыуы, яңы кисерештәр, яңы хистәр, өмөттәр – барыһы-барыһы…
Екатерина менән Константин Иҙиәтовтарға, йәш ғаилә булараҡ, “өй төҙөү өсөн ер биләмәһе бирәләр. Тәүге шатлыҡтар – үҙҙәренә нигеҙ ҡорасаҡтар! Ошо нигеҙҙе ҡороп бөтөүгә, Әсәлек капиталын алып, үҙҙәре эшләгәнен ҡушып, стеналарын күтәрәләр, әлегә тәҙрәһеҙ булһа ла, башын ябып ҡуялар. Өсөнсө балалары тыуғас, күп балалы булараҡ, тағы ла бер миллион 260 меңлек дәүләт ярҙамы алалар. Шунан инде тәҙрәләр ҙә асыла, эске эштәр башлана, электр йылытҡысы менән генә булһа ла (оҙаҡламай газ үтергә тейеш) өйҙәрен йылыталар, эске эштәрҙе башҡаралар.
Йәштәр үҙҙәре лә тырышып эшләй. Иҙиәтов Константин – “Победа” хужалы­ғының алмаштырғыһыҙ водителе, Екатерина Дмитриевна – урындағы “Виктория” магазинында һатыусы. Сабрина, Татьяна исемле ике ҡыҙ, Павел исемле ул үҫте­рәләр. Константин ошо Шүдек ауылыныҡы булһа, Екатерина Пермь крайынан.
– Нисек таныштығыҙ һуң, ара яҡын түгел бит, – тип шаяртып һорайым.
– Киске уйындарға 45 километрҙа ятҡан ҡасабаға йөрөй торғайным, шунда “эләктерҙем”, – тип көлә Константин.
Бына шулай, бер йәш ғаиләнең бәләкәй генә тарихы. Ә ундайҙар күпме беҙҙә!
Шүдек ауыл хакимиәте башлығы Миңзилә Вәлихан ҡыҙы Минлекәйева әйтеүенсә, Шүдек ауылының ошо урамында ғына ла 112 өй һалынасаҡ икән. Барыһы ла йәш ғаиләләрҙеке! Күптәре “Победа” асыҡ йәмғиәтендә эшләй. Бында балалар баҡсаһы, спорт майҙансыҡтары төҙөләсәк. Ҡыҫҡаһы, бар шарттар тыуҙырыла­саҡ. Ауыл биләмәһендә әле күп балалы 17 ғаилә иҫәпләнә. Бынан тыш, башҡа урамдарҙы оҙонайтып, мохтаждар өсөн 45 социаль өй һалырға ер майҙаны бүленгән. Яңауыл ҡалаһы 15 саҡрымда ғына булһа ла, күпселек бында төпләнергә тырыша. Тиҙҙән 112 өйгә тәбиғи газ үткәре­ләсәк.
Йәшермәйем, мин һандар менән эш итергә яратмайым. Тик быларҙы Иҙиә­товтар һымаҡ ғаиләләргә булған ярҙамды күрһәтеү өсөн генә килтерәм. Нәҡ ошондай ярҙамдар, программалар арҡаһында бөгөн бик күп йәш ғаилә торлаҡлы була, үҙ нигеҙен ҡора. Ә беҙҙә программалар етерлек, бигерәк тә ауылда төпләнгән йәштәр өсөн. Иҙиәтовтар – быға асыҡ миҫал.
Хушлашҡан саҡта Павел кескәй генә ҡулын һуҙа. “Тағы килегеҙ”, – тип йылмая ул, һөт тештәрен сағылдырып. Киләбеҙ, тим, саҡырған ергә бармайынса булмай. Ул саҡта һин дә, һинең һымаҡ башҡа малай, ҡыҙҙар ҙа үҙегеҙҙең урамда ғына төҙөлгән балалар баҡсаһына йөрөгән булырһығыҙ. Асфальт юлдан!

Яңауыл районы.


Вернуться назад