100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы10.08.2018
Күптән түгел йәмле Ирәндек буйында урынлашҡан “Йәйләү” лагерында Ҡурай байрамы булды. Уның нәҡ Баймаҡ ерендә уҙғарылыуы юҡҡа түгел: башҡорт милли уйын ҡоралы, хәҙер халҡыбыҙҙың бренды булған ҡурайға тәүге тапҡыр һәйкәл Туғажман тауы башында ҡуйыла.
Был ер данлы ҡурайсыларға бик бай: Өфө сәнғәт училищеһында тәүгеләрҙән булып ҡурай класын асҡан Ғата Сөләймәнов, оҫта ҡурайсылар Кәрим Дияров, Юлай Ғәйнетдинов, Ришат Рәхимов, Ғиниәт Ушанов һәм башҡалар.
Баймаҡ районы хакимиәтенең “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 ҡурайсы” идеяһын хуплап, ил инәһе Мәрйәм Бураҡаева бик матур сара ойошторҙо. Байрамда ҡурайға мәҙхиә йырланды.
100 һанын кәүҙәләндереп баҫҡан ҡурайсы балаларҙың еләндәре Башҡортостан флагының өс төҫөндә күрһәтелде, ҡыҙҙар бейеүҙәре менән ҡурайҙың ете тажын һынландырҙы. Райондың төрлө ауылдарынан килгән ҡурайсы уҡыусыларҙың сығышы барыһын да һоҡландырҙы, уның үлемһеҙлеген раҫланы, данлыҡлы ҡурайсыларыбыҙҙың алмашсылары булыуы һөйөндөрҙө. Башҡорт ҡурайы булғанда, башҡорт рухы мәңге һүнмәҫ.