Киләсәккә матур-матур уй-хыялдар менән йәшәгәндә, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Шамил Сабирйәновтың хәтеренә бер ваҡиға ныҡлап уйылған. Атаһы мейескә яғып ебәрә лә, дөрләп янған утҡа төбәлеп, тәрән уйға ҡала.
— Улым, йөрәк әрнеп тора әле. Был һуғыш мәхшәрҙәрен үҙегеҙгә генә еңеп сығырға тура килер, ахыры. Минең кеүек өлкән йәштәге кешене фронтҡа алмаҫтар, — тип ҡуя ул көрһөнөп.
Рәжәп малайҙары ла яуға юллана. Ун һигеҙ йәшен генә тултырған Шамилға ла повестка тапшыралар. Мишкәнән улар егерме дүрт кеше китә. Һыу һөлөгөләй егеттәрҙе оҙатырға тотош халыҡ сыға. Юл тоҡсайында ике-өс көнгә етерлек картуф күмәсе, сохарый, һыйыр майы. Кемдер махорка янсығы һәм, кәрәге тейер типме икән, пар-пар сабата ла һалған.
Буласаҡ һалдатты хәрби һөнәр үҙләштерергә Благовещен ҡалаһына ебәрәләр. Хәҙерге педагогия училищеһы бинаһында Көньяҡ Урал пулемет училищеһы урынлашҡан була. 1942 йылда пулеметсы Шамил фронтҡа эләгә.
Курск дуғаһында барған ҡан ҡойғос алыштарҙың башынан алып аҙағына ҡәҙәр ҡатнаша.
— Прохоровка биш километр ғына ситтәрәк ине, — тип иҫкә ала яугир. — Тимер иреһә ирене, беҙ бөгөлмәнек.
Шамил үҙенең станоклы пулеметы менән тиҫтәләрсә дошманды юҡ итә. Күрһәткән батырлығы өсөн III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә. Шунда егет ҡаты яралана. Воронеж, Златоуст, Курск госпиталдәрендә дауалана.
Ш. Сабирйәнов өсөн тыныс тормош 1947 йылда ғына башлана. Атаһы иҫән була әле, тик сәләмәтлеге ныҡ ҡаҡшаған. Тыл да фронт ише ине шул. Бында ла ауырлыҡ-михнәттәр һуғыштағынан бер ҙә кәм булмаған.
Мөстәҡим ағаһы яу ҡырынынан иҫән-имен ҡайтҡан. Тик бына Камил, Камил... Туғаны Крефельд ҡалаһындағы концлагерҙа үлгән. Был турала Сабирйәновтарға Камил менән бергә тамуҡ ғазаптарын кисереп, иҫән ҡалған мордва егете хәбәр итә.
Хисапсы булып хеҙмәт юлын башлап ебәрә Ш. Сабирйәнов. Яйлап үҙ тормошон яйға һала, өйләнә.
Ҡатыны Хәлиҙә — Мәскәү ҡыҙы. Уның атаһы Мөхәмәтйән сығышы менән Пенза яғынан, граждандар һуғышында ҙур батырлыҡ күрһәтә. Ғаиләгә Ҡыҙыл майҙандан алыҫ түгел урындан фатир бирәләр.
Ләкин Мөхәмәтйәнде 1936 йылда “халыҡ дошманы” тип ҡулға алалар. Ҡатыны Ғәзизә балалары менән Башҡортостанға килеп төпләнә.
Ҡырҡ өс йыл төрлө ойошмаларҙа хисапсы булып тырышлыҡ һала Шамил Рәжәп улы. Хәлиҙә лә хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо һөнәр буйынса эшләй, баш хисапсы вазифаһын башҡара.
Алтмыш йылдан ашыу бергә татыу ғүмер кисерә Сабирйәновтар. Ике ҡыҙ менән бер малай үҫтерәләр. Таңдарҙың тыныс атыуына, балалар бәхетенә, ейәндәрҙең уңыштарына һөйөнөп-ҡыуанып йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит. Ләкин былтыр Хәлиҙәһе яҡты донъя менән хушлашты.
Һуғыш Шамил Сабирйәновты ут-ялҡын эсенә индерҙе, һаулығын алды. Хәҙер ҙә үҙен һиҙҙерә шул йылдар: көн боҙолдомо, яралары һыҙлай башлай. Керпек тә ҡаҡмаған төндәре лә була. Ямғыр шыбырҙауы, буран дулауы, ел иҫеүе — бөтәһе лә нисектер һиҫкәндерә, уйға һала.
Бөгөн Шамил Рәжәп улына яҙмыш йомғағын һүтеү еңел түгел, ләкин дәһшәтле осорға тура килгән йәшлеге тураһында һөйләргә, шул хаҡта башҡаларға еткерергә кәрәк тип иҫәпләй яугир. Юғиһә илдә төрлө сыуалыш китте, енәйәттәр йышайҙы, әҙәм балаһы тормош, йәшәү ҡәҙерен һанға һуҡмай башланы. Яҡты киләсәк өсөн, һуғыш афәте кире ҡабатланмаһын өсөн, киләсәк быуындар тормош ҡәҙерен белеп үҫһен өсөн кәрәк һағышлы хәтирәләрҙе яңыртып тороу.
Финат ШАКИРЙӘНОВ
Мишкә районы.