Эшһеҙлек “артҡа сигенә”08.08.2018
Мәшғүллек хеҙмәтенең һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда рәсми теркәлгән 19,2 меңдән ашыу эшһеҙ иҫәпләнә. Йыл башында улар 20,7 мең ине.

Әле республиканың вакансиялар банкында 49 меңдән ашыу эш урыны иҫәпләнә. Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников белдереүенсә, быйыл тәүге алты айҙа төбәктә мәшғүллек баҙарындағы хәлдең ярайһы яҡшырыуы күҙәтелгән.
– Йыл башы менән сағыштырғанда, республикала дөйөм эшһеҙлек кимәле 5,6-нан 5,1 процентҡа тиклем төшкән. Хеҙмәт урыны булмағандарҙың һаны 6,6 процентҡа кәмегән һәм 1 июлгә 19,3 мең кешегә еткән. Июль башына вакансиялар 26 процентҡа, йәғни 11 меңдән ашыу берәмеккә ҡәҙәр артҡан, – тип билдәләне Юрий Мельников министрлыҡ коллегияһы кәңәшмәһендә.
Төбәктә уртаса эш хаҡының күтәрелеүе дауам итә. Быйылғы ғинуар – май айҙары йомғаҡтары буйынса, ул 10,4 процентҡа артҡан һәм 32 мең һум тирәһенә еткән.


Вернуться назад