Колледжға – грант08.08.2018
Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы “Мәғариф үҫеше. Һөнәри белем биреү ойошмаларының матди-техник базаһын яңыртыу һәм модернизациялау” дәүләт программаһы сараларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә федераль бюджеттан гранттар бүлеү конкурсына йомғаҡ яһаны. Илдең 41 төбәгенән һайлап алынған 62 һөнәри белем биреү учреждениеһы араһында Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы ла бар.

Конкурсҡа Рәсәйҙең 78 субъектынан 413 ғариза ҡабул ителгән. Уларҙың проекттары бер нисә этапта ентекле тикшереү һәм һайлап алыу үтеп, иң-иңдәр генә грантҡа лайыҡ тип табылған. Дөйөм алғанда, әлеге маҡсатҡа Рәсәй Хөкүмәтенең резерв фондынан 1,48 миллиард һум аҡса бүленгән.
Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы конкурстың “Мәғлүмәти һәм коммуникацион технологиялар” йүнәлеше буйынса еңеүселәр рәтендә билдәләнеп, 41 миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды.
– Уға дәғүә итеү өсөн һәр уҡыу йортоноң тәҡдим иткән проектына шәхси иҫәбенән дә аҡса бүлеү мөмкинлеге булырға тейеш ине. Шулай уҡ төбәк бюджетынан да ярҙам күрһәтелеүе шарт. Беҙ үҙ иҫәбебеҙҙән 1,2 миллион һум бүлеүҙе күҙаллаһаҡ, республика 20 миллион һум күләмдәге сумма вәғәҙәләне. Конкурс еңеүсеһе булараҡ, федераль бюджеттан 19,9 миллион һум алдыҡ, – ти колледж директоры Игорь Нуйкин.
Дүрт тиҫтә миллион һумдан ашыу аҡса, конкурс шарттарына ярашлы, уҡыу йортоноң матди-техник хәлен нығытыуға йүнәлтеләсәк. “Мәғлүмәти хәүефһеҙ­лек, IT-технологиялар буйынса махсуслашҡан 10 лабораторияны тулыһынса үҙгәртеп ҡорорға, заманса ҡорамалдар һатып алырға ниәтләйбеҙ”, – ти Игорь Вячеславович.


Вернуться назад