Балалар мәнфәғәтендә08.08.2018
Киләһе йыл Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итеү айҡанлы республикала йөҙҙән ашыу объект төҙөлә. Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты коллегияһы ултырышында хәбәр ителеүенсә, әле уларҙың 16-һы файҙаланыуға тапшырылған.
Араларында Өфөнөң Дим районындағы “Дим-8” биҫтәһендә, Киров районындағы “Колгуев” биҫтәһендә мәктәптәр бар. Шулай уҡ баш ҡаланың Октябрь районындағы Нуғай ауылында урта мәктәптең тәүге сираты сафҡа инде, Бүздәктә, Красноусол, Дәүләкән, Үрге Тәтешле һәм Яңауылда балалар баҡсалары төҙөлгән. Бынан тыш Иҫке Шах ауылы эргәһендә Стәвәнжи йылғаһында һыу һаҡлағыс төҙөлөшө тамамланды. Туймазыла иһә универсаль спорт боҙ комплексы файҙаланыуға тапшырылды.
* * *
Ҡыйғы районының Дүшәмбикә ауылы мәктәбендә ремонт бара. Уға 430 мең һум күләмендә аҡса “Реаль эштәр” проектына ярашлы бүленгән.
1968 йылда төҙөлгән бинала иҙән тулыһынса туҙған булған, уны тиҙ арала алмаштырыу талап ителгән. Әле ошо маҡсат тормошҡа ашырыла, сентябрҙә уҡыусылар яңы шарттарҙа белем ала башлаясаҡ. Әйткәндәй, был тулы булмаған урта мәктәптә өс ауылдан 80-гә яҡын бала уҡый.
* * *
Нефтекама белем биреү учреждениелары тәҙрәләрен алмаштырыу, ҡыйыҡтарҙы, спорт залдарын ремонтлауға ҡала ҡаҙнаһынан 2 миллион 108 мең һум бүленгән.
Өҫтәүенә урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса был эшкә ун миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү планлаштырылған. Әле 6-сы, 13-сө урта дөйөм белем биреү мәктәптәрендә тәҙрә блоктары алмаштырылған, икенсеһендә шулай уҡ түбә капиталь ремонтланған, 10-сы мәктәптең “Мәғариф үҙәге” уҡыу корпусында ҡыйыҡ яңыртылған. Йәнә балалар һәм йәштәр ижады һарайындағы бассейн йүнәтелә.
“Ҡаланың белем биреү учреждениеларын йыл да яңыртып торорға тырышабыҙ. Быйыл да район-ҡалалар буйынса мәғариф кәңәшмәһе алдынан эште уңышлы тамамлау күҙ уңында тотола”, – тиҙәр урындағы хакимиәттә.