Шарттар артһа, сир кәмер08.08.2018
Шарттар артһа, сир кәмерБашҡортостандың йөҙ йыллығына ҡарата сафҡа инәсәк 100 объект араһында “Республика клиник онкология диспансеры” дәүләт бюджет һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының хирургия корпусына төкәтмә лә бар. Был дауахананың һуңғы йылдарҙа эреле-ваҡлы яңы биналары барлыҡҡа килгәнен күреп торабыҙ. Әлеге корпустың да республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың башланғысы менән юбилей объекттары исемлегенә индерелеүе юҡҡа түгел.


– Мохтажлыҡ бар, сөнки хирургия корпусы үткән быуат урталарында төҙөлгән ятаҡхана бинаһын ҡулай­лаштырып көн итә, – ти диспансерҙың баш табибы Руслан Солтанов. – Яңы бинала сирлеләр өсөн 250 койка урынлаштырыласаҡ, компьютер томографияһы, эндоскопия, рентген, маммограф һәм башҡа ҡоролмалар ҡуйыласаҡ. Поликлиниканы ла ошо яңы бинала урынлаштырыу беҙгә сменаһына 450 кеше ҡабул итеү, ғәмәлдә бөтә республиканы хеҙмәтләндереү мөмкинлеге бирәсәк.
Бөтә донъяла, шулай уҡ беҙҙең республикала ла, яман шеш бар­лыҡҡа килеү осраҡтары арта. Башҡортостанда ул, Республика онкология диспансеры мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һәр 100 мең кешегә 324 осраҡ тура килә икән. Рәсәй буйынса уртаса алғандан был аҙыраҡ, ләкин тынысланырға сәбәп була алмай.
Шунлыҡтан яңы корпус төҙөү ҡәтғи көн талабы булып тора. Бында артабан сирлеләрҙе күберәк ҡабул итә аласаҡтар, яңы ҡорамалдар артасаҡ, табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына хеҙмәт шарттары яҡшырасаҡ. Эште “10-сы төҙөлөш идаралығы” фирмаһы” алып бара. Былтыр августа бинаның нигеҙе барлыҡҡа килде, стеналары күтәрелә башланы. Фирманың етәкселеге әйтеүенсә, сығым тәүҙәрәк 1,7 миллиард һум тәшкил иткән, һуңыраҡ һаҡсыл тотоноу юлдарын табып, 500 миллион һум самаһына кәметелгән. Нигеҙҙә уға проектта киткән хаталарҙы һәм инженер-геологик эҙләнеү күрһәт­кес­тәренең төҙөлөш урынына тура килмәүен төҙәтеү, проектты ҡайта­нан эшләтеү һөҙөмтәһендә мөмкин булған. Был бинаны төҙөү ваҡытын да ҡыҫҡарта. Йәмғиәттең етеште­реүҙе әҙерләү бүлеге етәксеһе Тәбрик Ниғмәтуллин раҫлауынса, коллектив билдәләнгән графиктан алда бара. Объектты төҙөү тулыһынса республика ҡаҙнаһынан финанслана.



Вернуться назад