Ярты быуаттан ашыулыҡ бай тарихы булған Сибай педагогия колледжы – көньяҡ-көнсығыш төбәккә генә түгел, ә бөтөн республикаға уҡытыусылар әҙерләгән алдынғы мәғариф учреждениеларының береһе. 1963 йылда асылған белем усағы асылына бөгөн дә тоғро ҡалып, йәш быуынға һөнәр генә биреп ҡалмай, ә тормошта үҙ урынын табырға ярҙам итә.Әле колледжда бик тығыҙ осор: ҡабул итеү бара. Комиссия рәйесе Гөлнара Шакирова әйтеүенсә, “Башланғыс кластар уҡытыусыһы”, “Физик тәрбиә”, “Мәктәпкәсә белем биреү”, “Өҫтәмә белем биреү педагогы”, “Ғәмәли информатика” йүнәлештәре буйынса белем алырға киләләр бында.
– Йәштәр элек-электән беҙҙең уҡыу йортона ҙур теләк менән килә, – ти Гөлнара Мөхәррәм ҡыҙы. – Уҡыуҙы тамамлағас, улар тырышып, намыҫлы эшләй. Беҙҙекеләр – хеҙмәт баҙарында ҙур ихтыяж менән файҙаланған белгестәр. Бының нигеҙе, әлбиттә, уҡытыуҙың сифатында һәм йәшәү шарттарында. Беҙҙең студенттарға һәр яҡлап уңайлыҡтар тыуҙырылған, педагогик коллектив көслө. Төбәктә шундай һүҙ ҙә йөрөй: “Сибай педагогия колледжында уҡығанһың икән, тимәк, кеше буласаҡһың”. Дөрөҫтөр. Бында студенттарға, ысынлап та, төплө белем бирелә, заманса мөмкинлектәр тыуҙырылған, һәләттәрҙе үҫтереү, өҫтәмә шөғөлләнеү өсөн шарттар етерлек. Ситтән килгәндәргә дөйөм ятаҡтан урын тәҡдим ителә, буфет эшләй. Планға ярашлы, быйыл көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәренә 150 кеше алырға тейешбеҙ. Абитуриенттар күберәк “Ғәмәли информатика”, “Башланғыс кластар уҡытыусыһы”, “Физик тәрбиә” йүнәлештәрен һайлай.
Әйткәндәй, уҡыу йортонда “Мәктәпкәсә белем биреү” бүлегендә ситтән тороп уҡырға мөмкин, әле уға документ тапшырыу бара.
Сибай педагогия колледжында белем алғандар араһында көньяҡ-көнсығыш райондарҙың ғына түгел, хатта Силәбе, Ырымбур өлкәләренең йәштәре лә бар. Тимәк, мәғариф учреждениеһының даны республиканан ситтә лә таралған. Ярты быуаттан ашыулыҡ данлы һәм шанлы тарихы булған, меңдәрсә уҡытыусы әҙерләп сығарған уҡыу йортон һайлаусылар бында килеүенә һис ҡасан үкенмәй.
Сибай ҡалаһы.