Умырзаялай ҡыҫҡа моңло ғүмер...08.05.2012
Умырзаялай ҡыҫҡа моңло ғүмер...Дәһшәтле һуғыш йылдары йырағая барһа ла, Ватан өсөн ҡорбан булған ауылдаштарыбыҙ, яҡташтарыбыҙ хаҡында иҫтәлектәр күңелдәребеҙҙән китмәй.
Минең әлеге яҙмам — Балтас районының Түбән Ҡарыш ауылында тыуып үҫкән Фаҡай Ғәйетов тураһында. Уның бер туған һеңлеһе, медицина фәндәре кандидаты, оҙаҡ йылдар Һаулыҡ һаҡлау министрлығында эшләгән Хәҙисә апай Абдуллина менән осрашып һөйләшеү ҡулыма ҡәләм алырға мәжбүр итте.
Фаҡай Ғәйетов егерме йыл ғына йәшәп ҡала.
“Ағайым нескә күңелле, шиғри йәнле кеше булып хәтеремә һеңеп ҡалған. Ул әле лә йөрәк түрендә: яҙған шиғырҙарын уҡып, беҙҙе бөгөн дә шатландырыр кеүек”, — ти Хәҙисә апай, хәтирәләргә бирелеп.
Күңелле йәшлек йылдары... Ауылдың аҡһаҡалдары әле булһа Фаҡайҙың ауыл урамынан тальян гармунда уйнап үткәнен һағынып хәтергә ала. Ағаһы Ғизетдин йырлап, Фаҡай гармунда уйнап үткәндә, ҡыҙҙарҙың ғына түгел, өлкәндәрҙең йөрәгендә лә хис-ялҡын тоҡана. Уларға эйәреп, йәш-елкенсәк тә клубҡа йүнәлә... Тәҙрә ҡорғандарын асып, атаһы Шәбетдин ағай менән әсәһе Мәғрифә апай улдарына һоҡланып, шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа күҙ ҡараштары менән оҙатып ҡала торған булған.
Ана шул йылдарҙа уҡ инде Фаҡай ҡәләм тирбәтә башлаған.
Тыныс тормошто немец-фашист илбаҫарҙары боҙғас, йөҙләгән яҡташы кеүек, Шәбетдин ағайҙың өлкән улы Ғизетдин дә ҡулына ҡорал тотоп, Тыуған илен илбаҫарҙарҙан һаҡларға китә. Хаттар бик һирәк килә. “Көн дә ут эсендәбеҙ, күп яҙырға ваҡыт юҡ”, — тип хәбәр ебәрә тәүҙә. Һуңынан улары ла туҡтай. Ә бер аҙҙан уның хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хат килә. Өҙөлөп яратҡан ағаһының билдәһеҙ юғалыуы егеткә айырыуса ауыр тәьҫир итә.
Әҙәбиәткә ғашиҡ егет район гәзитенә хәбәрҙәр, шиғырҙар ебәреп тора. Уның шиғырҙары фронтовик-шағир Фәтих Кәрим ижадын иҫкә төшөрә. Ватаныбыҙға ҡарата патриотик хистәр, илдәге дәһшәтле ваҡиғалар Фаҡайҙы ошондай шиғыр юлдары яҙырға рухландыра:
Кәрәк икән, саҡыр мине, илем,
Мин бөгөндән әҙер
Ҡорос сафтарыңда атларға,
Атам-әсәм кеүек Ватанымды
Күҙ ҡараһы кеүек һаҡларға.
Әле 17 йәше лә тулмаған егет ағаһына алмашҡа китеп, дошманға ҡаршы һуғышта ҡатнашыу теләге менән янып йәшәй. 1943 йылда үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Ата-әсәһен, туғандарын, һөйгән йәрен, бала саҡтан аунап үҫкән йәшел хәтфә болондарын, хуш еҫле иген баҫыуҙарын ҡалдырып китеү Фаҡайға еңел булмағандыр. Ләкин егеттең күңелендәге дошманға ҡарата нәфрәт хисе барыһын да еңә.
Халҡыбыҙҙың азатлығын бөгөн
Тапатмаҫҡа анттар бирәмен.
Илем өсөн, атам-әсәм өсөн,
Һинең өсөн үлһәм-үлермен!
...Саф күңелле ауыл егетенең йөрәгенән урғып сыҡҡан был шиғри юлдар уның Тыуған иленә биргән анты булып яңғырай. Һуғыштың иң ауыр ваҡыттарында ла күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй ул. Бөйөк Еңеү көнөнөң килеренә, дошмандың еңелеренә ышанып йәшәй. Һуғышсылар араһында үҙен ҡурҡыу белмәҫ һалдат итеп таныта.
Ата-әсәһе командирҙарҙан бер нисә тапҡыр Фаҡайҙы маҡтап яҙған хат ала. Хәҙисә апай уларҙы бик ҡәҙерләп һаҡлай. Ҡайһыһын ғына уҡып ҡараһаҡ та, һәр береһенең Бөйөк Еңеүгә тәрән ышаныс, ата-әсәһен өҙөлөп һағыныу хистәре менән һуғарылғанын күрәбеҙ.
“Хатығыҙҙы алдым. Күңелем тулып, йомшарып киттем. Ғизетдин ағайымдың хаты килмәүе бик аяныслы, тик шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелә күрмәгеҙ инде. Ә, бәлки, хат яҙырға ваҡыты юҡтыр. Тиҙерәк дошманды ғына дөмөктөрәйек, барыбыҙҙың да йыйылып, һайрашып ултырыр көндәребеҙ алда әле. Ул көн һис шикһеҙ килер! Хәҙисә һеңлем, олимпиадала уңышлы сығыш яһауың өсөн молодец! Был хәбәрҙе уҡығас, сикһеҙ шатландым. Һинең менән ғорурланам. Ә һин, Фәнәүи энем, гармунды минең өсөн дә уйна. Атай, һиңә үтенесем бар: бер-ике район гәзитен һалып ебәрһәң, бик шат булыр инем. Ҡайнар сәләмдәр менән, һеҙҙең Фаҡай. 1944 йыл, 28 ғинуар”.
Хаттан күренеүенсә, Фаҡайҙы туғандарының яҙмышы ғына түгел, хатта район тормошо, яҡташтарының эштәре лә ҡыҙыҡһындырған. Шиғри юлдар менән яҙылған хаттарҙың береһен ҡулға алам.
“Уҡы, атай, һағынып яҙған хатын
Һуғыштарҙа йөрөгән балаңдың.
Ваҡытың булған һайын
йышыраҡ яҙ,
Һинән хаттар көтөп ҡаламын”.
Яҡташыбыҙ яуыз дошманға ҡаршы ҡорал менән дә, ҡәләм менән дә көрәшә.
Шағир булам, тип яҙмайым мин,
Яҙам бары йөрәк ҡушҡанға.
Ватаныма булһын һөйөү һүҙем,
Ҡайнар нәфрәтлемен — дошманға.
Ул ғәжәйеп шиғри күңелле шәхес булараҡ, һуғыштағы иң ауыр шарттарҙа ла матурлыҡты күрә-тоя белгән. Быны раҫлау өсөн хаттан бер өҙөк килтереп үтәм.
“Украина далаларынан алып, зәңгәр Дунай буйҙарына килеп еткәнсе, ниндәй генә матур тәбиғәтле ерҙәр үтелмәне! Их, шул һоҡланғыс матур тәбиғәт ҡосағында, Таҡташыбыҙ әйтмешләй, “ҡулды артҡа ҡуйып”, рәхәтләнеп йөрөһәң ине! Балаларса аунап-тәгәрәп, тәкмәс атып алһаң ине...
Бына бер нисә көн инде беҙ юлда. Паровоз, бышҡыра-бышҡыра, сихри гүзәллеккә сумған Балҡан тауҙарын аралап саба. Сентябрь ҡояшы үҙенең һуңғы ҡыҙыл нурҙарын сәсеп, тауҙар артына йәшенергә йыйына. Тәҙрә аша ингән йомшаҡ, йылы ел битте, сәстәрҙе һыйпап уҙа. Ә башта, күңелдә осһоҙ-ҡырыйһыҙ, сикһеҙ уйҙар, уйҙар. Һеҙҙе уйлайым, тыуған яҡты, тыуып үҫкән ауылым Ҡарышты, уҡыған мәктәбемде, уҡытыусыларымды иҫкә төшөрәм. Ағайым Ғизетдинде күҙ алдына килтерәм. Тәҙрәнән ҡарап, тирә-йүнде күҙәтеп, әкрен генә үҙем гармунда уйнаған ауыл көйҙәрен көйләп барам. Ни өсөндөр, бер аҙ моңһоу ҙа, яманһыу ҙа. Төн ауышҡас, хеҙмәттәштәрем берәм-берәм йоҡоға китте. Ә мин, вагонда шәм ҡабыҙып, ошо юлдарҙы яҙам:
Балҡан тауҙарының араһынан
Боролмалы тимер юл буйлап
Мин еләмен Көнбайышҡа табан,
Һеҙҙе уйлап, яманһыулап.
Уй-хистәргә бирелеп паровозда
Моңһоу көйҙәр йырлап үтәмен.
Фашистарҙан үсте ала-ала,
Берлин ҡалаһына етәм мин.
1944 йыл, 15 октябрь”.
Түбән Ҡарыш егете сержант Фаҡай Ғәйетов бер ваҡытта ла блокнот һәм ҡәләменән айырылмаған. Тыуған иленә, халҡына булған йылы хистәрен, дошманға булған сикһеҙ нәфрәтен шиғыр юлдары аша белдерергә ынтылған. Рәхимһеҙ һуғыштан иҫән-имен ҡайтҡан булһа, һис шикһеҙ, матур шиғырҙары менән күптәрҙе шатландырыр, моңландырыр ине. Ләкин һуғыш ҡорбанһыҙ булмай. Фаҡай Ғәйетов та — беҙҙең киләсәгебеҙ, бөгөнгө тыныс тормошобоҙ өсөн ғүмерен биргән миллиондарҙың береһе.
Ул бөгөн арабыҙҙа булмаһа ла, яҡташтары, ауылдаштары, туғандары, дуҫтарының күңелендә йәшәй. Шиғри хисле яҡташыбыҙҙың умырзаялай ҡыҫҡа ғына ғүмере моңло бер йырға тиң.
Мулланур ТИМЕРӘЕВ,
хеҙмәт ветераны.
Дүртөйлө районы.


Вернуться назад