Файҙаһын һәр кем аңлаһа...08.08.2018
Сибайҙа тәүге тапҡыр скандинав йөрөшө буйынса ярыш булды
Һуңғы йылдарҙа ҡалала ғына түгел, ауылдарҙа ла ҡулдарына таяҡ тотоп иртән-кисен йөрөгәндәрҙе йыш осратырға мөмкин. Спорттың был төрөн үҙ итеүселәр Сибайҙа ла байтаҡ. Күптән түгел Ғаилә йылына бәйле ҡала хакимиәтенең физкультура һәм спорт комитеты етәксеһе Фәнил Әминевтең башланғысы менән тәүге тапҡыр скандинав йөрөшө буйынса ярыш уҙғарылды. Төрлө йәштәге халыҡтың таяҡҡа таянып атлауы тәү ҡарашҡа ҡыҙыҡ һәм бер аҙ сәйер кеүек күренһә лә, был спорт төрө һаулыҡ өсөн ифрат әһәмиәтле.



Скандинав йөрөшө йәки атлау – физик әүҙемлек сараһы, махсус таяҡтар ярҙамында атлау тех­никаһы. Ул уҙған быуаттың туҡ­һа­нынсы йылдарында бөтөн донъяға тарала. Ошо рәүешле атлағанда барлыҡ мускулдар тиерлек хәрәкәт итә, күп калория юғала.
– Үҙем һәр иртә йүгереү менән шөғөлләнәм, – ти Фәнил Ғәбдрәшит улы. – Күнекмәләр ваҡытында скандинавса йөрөүселәрҙе йыш осратам, уларҙың күбеһе – өлкән быуын вәкилдәре. Байтағы менән аралашып, спорттың был төрө һаулыҡҡа ҙур файҙа килтергәнен аңланым, һәм “Ниңә йәштәрҙе лә йәлеп итмәҫкә?” тигән уй тыуҙы. Һөҙөмтәлә скандинав йөрөшөн үҙ иткәндәр өсөн ярыш үткәреү теләге уянды.
Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тиһәләр ҙә, маҡсатҡа өлгәшелде. Ярышта ҡатнашҡандарҙың иң өлкәндәренә – 77 – 90 йәш, иң йәшенә – 35. Олораҡтар ике саҡрымға яҡын араны йәйәүләп уҙһа, йәштәр өсөн ике тапҡырға оҙонораҡ юл билдәләнде.
Туҡһанды үткән Рәшит Моратов скандинав йөрөшө менән биш йылдан ашыу шөғөлләнә. “Һаулығымды нығытыу өсөн башлағайным, хәҙер ташлай алмайым”, – ти ул. Олатайҙың шаярыу ҡатыш әйткәндәрендә ысынбарлыҡ ярылып ята: өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул үҙен яҡшы тоя, физик яҡтан ныҡ, йор һүҙле, етеҙ. Етмеш ете йәшлек Гөлдәр Мозафарова ла шундай сифаттары менән һоҡландырҙы.
– Һәр иртәлә паркта йөрөйөм, был спорт төрө менән өс йылдан ашыу шөғөлләнәм, – ти ул. – Кәүҙәмдә еңеллек тоям, ҡан баҫымым нормалләште. Паркты ике ҡат урап сыҡҡас, таяҡтар ярҙамында бер аҙ күнекмәләр эшләп, өйгә гелән күтәренке кәйеф менән ҡайтам.
Сибай педагогия колледжының физик тәрбиә һәм спорт бүлеге деканы, физкультура уҡытыусыһы Лидия Шаһиәхмәтова ла саранан ситтә ҡалмаған. “Сәләмәт тормош алып барыусы һәм шуға әйҙәүсе булараҡ, ярыш хаҡында ишетеү менән унда ҡатнашыу теләге тыуҙы, – ти бәйгесе. – Скандинав йөрөшө менән даими шөғөлләнмәһәм дә, ярышта көсөмдө һынап ҡараным. Һөҙөмтәлә, 3 700 саҡрымды ярайһы шәп үтеп, рекорд ҡуйҙым!”
Атлағанда, йүгергәндә көс башлыса аяҡҡа төшһә, скандинав йөрөшө, алда әйтелгәнсә, тәндең барлыҡ мускулдарын эшләтә. Шул уҡ ваҡытта таяҡҡа таяныу тубыҡҡа, быуындарға, умыртҡа һөйәгенә көсөргәнеште кәметеп, уларҙы таушалыуҙан һаҡлай. Атлағанда арҡаны тура тотоу мөһим, эйелергә ярамай. Ҡул алда барғанда, терһәкте бөгөргә, артта сағында яҙырға кәрәк. Таяҡ һайлағанда буйыңдың оҙонлоғон 0,68-гә ҡабатларға тәҡдим ителә.
Ҡан баҫымы менән яфалан­ғандар, быуындар һыҙлауы менән интеккәндәр, тән ауырлығынан ҡотолорға теләгәндәр өсөн был шөғөл айырыуса уңай. Даими йөрөү ҡан, йөрәк, үпкә, эсәктәр эшмә­кәрлеген яҡшырта. Ошоно күҙ уңында тотоп, әллә ни сығым һәм көсөргәнеш талап итмәгән шөғөлдө үҙ итеүселәр киләсәктә тағы ла артыр, һәр кем сәләмәтлеген нығыраҡ ҡайғырта башлар һәм киләсәктә тағы үтәсәк спорт ярыштарында әүҙемерәк ҡатнашыр тигән ышаныс ҙур. Тәү ҡарашҡа ябай ғына күренһә лә, скандинав йөрөшөнөң һөҙөм­тәһе һөйөнөслө, сөнки уның төп нигеҙе – хәрәкәт.

Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад