Әбйәлил районының Ташбулат ауылында Еңеүҙең 67 йыллығын бер генә ветеран ҡаршылай. Ул — Сабур Барый улы Хөшшәмов. Байрам алдынан олатайға Әбйәлил районы хакимиәте ҙур бүләк яһаны — ул әле “Яҡтыкүл” шифаханаһында һаулығын нығыта.
Һуғыш ветеранының алты йәшлек ейәне Руслан, ата-әсәһенән ҡалмай, олатаһының янына килеп йөрөй. Ҡәҙерлеһен Еңеү көнө менән алдан уҡ ҡотлап та ҡуйҙы. Һуғыш хаҡындағы хәтирәләрен йотлоғоп тыңланы, миҙалдарын тотоп ҡараны.
— Олатайым менән бында ҡалам! — тип үҙһүҙләнеп тә алды.
— Ейәнемдең шул ҡәҙәр ҡыҙыҡһыныусан, ихтирамлы булыуына һоҡланам, — тип Русланды һөйөп туймай Сабур Барый улы. — Балаларҙың һөйөүе йәшәтә һәм йәшәртә!
Хәлиҙә БАЯЗИТОВА.