“Егет кеше Ватанына хеҙмәт итергә тейеш!” — ти “Тамыр” вокаль ансамблендә шөғөлләнгән Данил Сәлихов, Рөстәм Төхбәтов менән Руслан Әминев.
Туған телеканалының 20 йыллыҡ юбилейына ҙур бүләк яһаны улар — “Арғымаҡ” төркөмө егеттәре менән берлектә “Любизар” йырын башҡарҙылар. Рухлы ике быуын осрашҡан сығыш ифрат шәп килеп сыҡты! Йырлап ҡына түҙмәне малайҙар, иҙәнде һелкетә баҫып бейеп тә күрһәтте. Афарин!
Дилбәр Ишморатова