Туҡһан йәшлек олатайҙың 100 мең һумлыҡ ярҙам күрһәткәне
Ҡайһы саҡта ишеткән-күргән яңылыҡтарҙы байҡап, кемгәлер, ҡайҙалыр ярҙам күрһәтеүҙәре хаҡында йыш һөйләйбеҙ, әммә үҙебеҙҙең арала булған изге йәнле, оло йөрәклеләр хаҡында онотоп ҡуябыҙ. Ҡаратал ауылынан 90 йәшлек Мөхәмәт Юлыев тотҡан да 100 мең һум аҡсаһын туған мәктәбенә бүләк иткән! Олатаһының исемен йөрөткән белем усағына капиталь ремонт өсөн аҡса кәрәклеген белгәс, күп уйлап тормаҫтан, 100 меңен килтереп тапшырған.— Олатайым Батыргәрәй Юлыев исемен йөрөткән Беренсе Этҡол мәктәбенә ремонт талап ителгәнен ишеткәс, матди ярҙам күрһәтергә булдым, — ти Мөхәмәт олатай. – Әйҙә, балалар уңайлыҡтары булған уҡыу йортонда белем алһын, үҙемдең бала сағым ауырлыҡта үтте. Ун ике йәштән етем ҡалдым, тормош ауырлыҡтарын күрергә, бик иртә эшкә егелергә тура килде. Шулай ҙа тормошома үкенмәйем, бәхетле ғүмер кисерҙем. Ҡарсығым менән 67 йыл татыулыҡта бәхетле тормош кисерҙек, туғыҙ балаға ғүмер бирҙек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, инәйегеҙ мине ташлап китеүгә лә биш йылдан ашыу ваҡыт үтеп китте.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Мөхәмәт Юлыев үҙен яҡшы тоя, зиһене теүәл. Мостай Кәрим шиғырҙарын яттан һөйләй, үҙе лә шиғырҙар яҙа. Бөгөн уның 53 ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәһе бар.
“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы”на ярашлы, Беренсе Этҡол мәктәбенең ремонт эштәрен башҡарыу проектының дөйөм хаҡы — 1 миллион 259 мең һум. Бағыусылар менән берлектә ауыл халҡы был сумманың 270 мең һумын йыйырға тейеш. Мәктәп директоры Миңлегөл Моталлапова һүҙҙәренә ҡарағанда, был сумма тулыһынса тупланған. Ветерандың аҡсаһын алмаҫҡа ла мөмкин ине, әммә олатай матди ярҙамдан баш тартмауыбыҙҙы үтенде, уҡыусылар өсөн мәктәпкә кәрәкле әйбер алыуҙы һораны. Ауыл аҡһаҡалының күрһәткән ярҙамына мәктәп коллективы экран, проектор һәм телевизор һатып алырға иҫәп тота. Әйткәндәй, был Мөхәмәт Юлыев белем усағына күрһәткән тәүге генә ярҙам түгел, яңыраҡ ул мәктәп музейына олатаһының шәхси әйберҙәрен тапшырған.
Ауылдарҙа Мөхәмәт олатай кеүек меценаттар барында, район мәктәптәре яңы уҡыу йылына тулы әҙерлек менән уҡыусыларҙы ҡаршы алыр, күптәр Мөхәмәт Юлыевтың башланғысын дауам итер.
Баймаҡ районы.