Күсей мәктәбенең 100 йыллығына әҙерлек бара
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары — халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевты һәм халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованы үҫтергән Күсей урта мәктәбе быйыл үҙенең 100 йыллығын билдәләй. Хәйер, белем усағында тәрбиәләнгән күренекле шәхестәр улар менән генә сикләнмәй.Күсейҙәр хаҡлы рәүештә Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов, “Әлифба”ның тәүге авторы, педагогия фәндәре кандидаты Абдрахман Ғәлләмов, Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙин һәм башҡалар менән дә ғорурлана ала.
“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы”нда ауыл халҡы икенсе тапҡыр ҡатнаша. Тәүгеһендә күсейҙәр тракторлы булһа, быйыл белем усағының тәҙрәләрен яңыртыу өсөн тауыш бирә. Күсей тулы булмаған белем биреү мәктәбе директоры Ҡунаҡбай Уйылданов әйтеүенсә, проекттың дөйөм хаҡы — 1 миллион 115 мең һум. Халыҡ 230 мең һум аҡса йыйып тапшырған.
— Проектта еңеп сығыуға бар көстө һалдыҡ, тотош ауыл халҡы ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтте. Ошо мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлаусылар ҙа үҙ өлөшөн индерҙе. Шулай ҙа иң ҙур сумманы үҙебеҙ, мәктәп коллективы, тупланы. Уҡытыусылар коллективы, концерт ҡуйып, район буйынса сығыш яһаны, күрше Әбйәлил районына ла сыҡтыҡ. Һөҙөмтәлә кәрәкле сумманы тултырҙыҡ, — ти мәктәп директоры Ҡунаҡбай Шәриф улы.
Әле төҙөлөш эше өсөн тендер иғлан ителгән, унда еңеп сыҡҡан ойошма уҡыу йылы башланғанға тиклем ике ҡатлы бинаның тәҙрәләрен алмаштырасаҡ. Шулай уҡ “Аныҡ эштәр” программаһы сиктәрендә белем усағының ҡыйығын да яңыртыу ҡаралған. Мәктәптең бер быуатлыҡ юбилейын күсейҙәр лайыҡлы ҡаршыларға йыйына, уҡыу йорто һәм уның тирә-яғы тулыһынса төҙөкләндереләсәк.