Егерменсе быуаттың алтмышынсы йылдарында СССР ауыр һуғыштан һуң аяҡҡа баҫа. Тап ошо осорҙа ил буйлап Бөтә Союз төҙөлөштәре киң ҡолас ала. Меңләгән йәштәр илдең төрлө мөйөштәренә, шул иҫәптән союздаш республикаларға эшкә китә. Атайым Заһретдин Амурҙаҡов та шундай йәштәрҙең береһе була. Совет Армияһы сафында хеҙмәтен тултырғас, яҙмыш уны ҡояшлы Тажикстанға илтә. Атайым Урта Азияла ГЭС төҙөлөшөндә ҡатнаша, төбәкте электрлаштырыу эшенең алғы сафында була. Уға СССР-ҙың энергетика отличнигы исеме бирелә.
Яҙмыш атайымды тыуған яғынан алыҫ йөрөтһә лә, ул үҙенең башҡортлоғон бер ҡасан да онотмай, беҙгә лә, балаларына, милли тамырҙарыбыҙ тураһында һәр саҡ иҫләтеп торҙо.
Атайым Ҡариҙел районында донъяға килә. Уның ата-әсәһе Миңлебаныу Сабирәхмәт ҡыҙы менән Һаҙый Оморҙаҡ улы Оморҙаҡовтар, өлкән улдары Ҡаҙыйхан, ҡыҙҙары Миңлеямал утыҙынсы йылдарҙағы сәйәси золомда кулак мөһөрө тағылып, һөргөнгә ебәрелә. Ҡаҙыйхан бабайыбыҙ үҫеп еткәс, эҙәрлекләүҙән ҡотолоу өсөн, фамилияһын бер аҙ үҙгәртергә мәжбүр була. Был мәғлүмәттәрҙе бәләкәйҙән үк атайымдан ишетеп үҫтек. Уның һөйләүе буйынса, беҙҙең олатайҙар хәлле булған, Ҡыйғы районындағы Иҫке Мөхәмәт, Ҡолбаҡ, Иҙрис, Юныс ауылдары ерҙәрен эшкәрткән, кешеләрен хеҙмәт урыны менән тәьмин иткән.
Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында Советтар Союзы тарҡалғас, бөтөн ғаиләбеҙ менән Тажикстандан Башҡортостандың Ҡариҙел районына ҡайтып төпләндек. Яңы тормош ҡороу мәшәҡәте менән ғүмер үтә торҙо, әммә олатайҙарҙың төп төйәген барып күреү форсаты теймәне. 2008 йылда атайым Заһретдин Һаҙый улы баҡыйлыҡҡа күсте.
Ағас тамырһыҙ йәшәй алмаған кеүек, әҙәм балаһы ла килеп сығышын онотһа, рухи бөлгөнлөккә төшә. Был хәҡиҡәтте иҫтә тотоп, мин олатайҙар төйәгендәге нәҫел-ырыуҙар менән бәйләнеш булдырыу юлын эҙләй башланым. Хәйер, хәҙер интернет селтәре аша бөтә донъяға сығырға мөмкин. Мин дә замана уңайлыҡтарынан файҙаланып, фамилиялар, ауыл исемдәре буйынса “Бәйләнештә” сайтынан эҙләнә торғас, Иҫке Мөхәмәт ауылында йәшәгән туғаныбыҙҙың ҡатыны Гөлнур Фәрит ҡыҙы Фәхретдинованы, Ҡолбаҡтан Айбулат ағай Ҡолбаҡовты таптым. Шылтыратып, улар менән таныштым, һөйләштем. Айбулат Ҡолбаҡов эҙләнеүҙәрем тураһында Иҙрис ауылында йәшәгән туғаны, нәҫел-ырыу тураһында мәғлүмәт йыйыусы Вирнат ағай Хужинға әйтте. 2017 йылда ул Ҡариҙел районына килеп, быға тиклем үҙенә лә билдәле булмаған, минең өсөн дә ҡиммәтле мәғлүмәттәрҙе ҡулға төшөрҙө.
Һәм бына, ниһайәт, быйыл йәй атайымдың Маһинур исемле бер туған апаһының улы, отставкалағы полковник, химия фәндәре докторы Альберт Фән улы Кирәев һәм уның ҡатыны Рауза Үмәр ҡыҙы менән бергә тәүге тапҡыр Ҡыйғы районының Иҙрис ауылына – Вирнат ағай Хужин менән осрашыуға юлландыҡ.
Ысын мәғәнәһендә ҡан ҡәрҙәштәр күрешеүе булды был. Вирнат ағайыбыҙ, Таңһылыу еңгәбеҙ, башҡа туғандар яҡты йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршыланы беҙҙе олатайҙар төйәгендә.
Радим АМУРҘАҠОВ,
БДПУ студенты.