Мөмкинлектәр бар!03.08.2018
Мөмкинлектәр бар!Эш проблемаһы һәр заман өсөн көнүҙәк. Тәжрибәле белгестәргә хеҙмәт баҙарында ихтыяж булһа, әле генә диплом алған, тормош юлына аяҡ баҫырға торған йәштәргә йәки мөмкинлектәре сикләнгәндәргә нимә эшләргә? Ошо йәһәттән ҡайһы бер көнүҙәк һорауҙарға Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вәкиле Роза Исмәғил ҡыҙы КУЗЬМЕНКО яуап бирҙе.


Матди ярҙам кемгә күрһәтелә

Быйыл урта профессиональ-техник лицей тамамлап, диплом алдым. Эш эҙләйем, тик һөҙөмтә юҡ, ваҡытлысаһын ғына тәҡ­дим итәләр. Мәшғүллек үҙәк­тәре ваҡытлыса эшләгән­дәргә матди ярҙам күрһәтә, тип ишеткәйнем. Шул дөрөҫмө?
Д. МӘҠСҮТОВА, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


– Әгәр ҙә урындағы мәшғүл­лек үҙәгенә мөрәжәғәт итеп, рәсми рәүештә “эшһеҙ” тигән билдәләмә алһағыҙ, башланғыс һәм урта белем биреү учреж­дениеһын тамамлап, беренсе тапҡыр эш эҙләгән 18 йәштән 20 йәшкә тиклемге йәштәргә ваҡытлыса эш табырға ярҙам итеүҙе ойоштороу буйынса дәүләт хеҙмәтенән ҡулланырға мөмкин. Уны юллап, үҙегеҙ мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, учреждение белгестәренең дә тәҡдим итеүе мөмкин.
Ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу осоронда һеҙгә эшһеҙлек буйынса пособиеның минималь күләменән кәм булмаған, шул уҡ ваҡытта уның ике күләменән артмаған матди ярҙам күрһә­телеүе ихтимал.
Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн урындағы мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.


Үҙәккә килегеҙ

Мин 3-сө төркөм инвалидымын. Эшләргә теләгем ҙур, әммә бер ерҙә лә алмайҙар. Ярҙам һорап ҡайҙа мөрәжәғәт итергә мөмкин?
Р. ЗАМАНОВ,
Краснокама районы.


— Халыҡтың мәшғүллек үҙәктәре, ҡану­ниәткә ярашлы, был йәһәттән ярҙам күрһәтә ала.
Эш эҙләүсе булараҡ тер­кәлер өсөн урындағы мәшғүллек үҙәгенә түбәндәге документ­тарҙы килтерергә кәрәк:
паспорт, хеҙмәт кенәгәһе йәки уларҙы алмаштыра алған документ;
һөнәри квалификацияны раҫлаған документ;
һуңғы эш урынынан аҙаҡҡы өс айға уртаса эш хаҡы тураһындағы белешмә.
Тәүге тапҡыр эш эҙләгән­дәрҙән (быға тиклем бөтөнләй эшләмәгәндәрҙән), һөнәре булмағандарҙан паспорт һәм белем алыу тураһындағы документ талап ителә.
Шулай уҡ хеҙмәт шарттары аныҡ билдәләнгән, ниндәй хеҙмәт төрө рөхсәт ителгән инвалидты реабилитациялауҙың индивидуаль программаһын һәм инвалидлыҡ тураһындағы белешмәне килтереү фарыз.

Күңелеңә ятҡан эшең булмаһа...

Әле эшһеҙмен. Кәйефем насар, үҙ-үҙемә ышанмай башланым. Ошондай ва­ҡыт­та психологик ярҙам юллап ҡайҙа мөрәжәғәт итергә мөмкин?
Әлиә С.,
Өфө ҡалаһы.


— Теге йәки был психологик, шәхси, һөнәри проблемалар арҡаһында күңеленә ятҡан эш таба алмай йонсо­ған эшһеҙ граждандар урын­дағы мәшғүллек үҙәгенең психологына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала.
Учреждениела индивидуаль психологик консультация ла, айырым төркөм өсөн ойошторолған психологик тренинг та үткәрелеүе ихтимал. Тренингтарҙы квалификациялы психологтар ойоштора. Тулыраҡ мәғлүмәтте урындағы мәшғүллек үҙә­гендә, шулай уҡ bashzan.ru. сайтында алырға мөмкин.


Вернуться назад