Берләштерергә тейеш03.08.2018
Мәсет – Аллаһ йорто. Ул халыҡты берләштерергә, ғибәҙәт ҡылыу ғына түгел, фекер уртаҡлашыу, кәңәшләшеү урыны булырға тейеш. Әгәр ҙә инде иман йорто арала низағ тыуҙыра, кешеләргә хеҙмәт итмәй икән, тимәк, бурысын үтәмәй.
Ошо йәһәттән бер хәҙис. Кемдәрҙер мәсет төҙөгән дә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә килгән. “Иман йортона фатиха бирһәгеҙсе”, – тип мөрәжәғәт иткән улар. “Сәфәргә йыйынам, ҡайтышлай инеп сығырмын”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Юлда иһә Аллаһ Тәғәлә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә аят төшөргән: баҡтиһәң, фатиха биреүҙе көткән мәсет мосолмандар араһына фетнә һалыу өсөн төҙөлгән икән. Һөҙөмтәлә Пәйғәмбәребеҙ кешеләр ебәртеп, был йортто емерттергән.