“Аҡса янсығы”03.08.2018
Динебеҙ тарихында бәйән ителеүенсә, борон бер уҙаман үтә һаҡсыл булыуы менән айырылып торған: мөмкинлеге бар хәлдә лә, яңынан-яңы кейем алмаған, яҡшы атта йөрөмәгән. “Аҡса янсығы” тип ҡушамат таҡҡандар үҙенә.
Әммә бер ваҡыт был уҙаман иман йорто, мәҙрәсә төҙөткән, уларҙың эргәһендә дини остаздар, шулай уҡ фәҡирҙәр өсөн өй, ҡунаҡхана һалдырған. “Ғүмер буйы һаран була тороп, нисек шулай итә алдығыҙ – тапҡанығыҙҙы халыҡ файҙаһына тотондоғоҙ?” – тип ғәжәпләнеп һорағандар унан. “Һеҙ хаҡлы, – тип яуаплаған уҙаман. – Эйе, мин аҡсаны ныҡ яратам. Шуға ла уны кәрәклегә тотонғом килде. “Әҙәм балаһының башҡаларға өйрәткән ғилеме, изгелекле балалары, мираҫ ителгән Ҡөрьәне, төҙөгән мәсете, мәҙрәсәһе, етемдәр йорто һәм бүтәндәргә файҙаһы тейер башҡа ғәмәлдәре үҙе баҡыйлыҡҡа күскәс тә рухына саҙаҡа булып барып торор”, – тигән бит пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм”.