“Ерҙә барығыҙ ҙа – көтөүсе”03.08.2018
“Ерҙә барығыҙ ҙа – көтөүсе”...Иртән төрлө ваҡытта һауылып, бер-бер артлы утлауға юлланған һыйыр малдары һис ҡайҙа ашыҡмай. Хужаһы ҡыуып килтергән урында өйөлөшөп торалар, ятып алалар, һыу ятҡылыҡтарын, яр буйҙарын бысраҡҡа батыралар... Ҡояштың ҡыҙыуы һүнә башлағас ҡына тамаҡтары иҫенә төшөп, утлауға ашығалар. Аҙаҡ хужалары уларҙы ҡараңғы төшкәнсе эҙләп йонсой.

Бөгөнгө байтаҡ ауылға хас күренеш был. Сәбәбе – көтөү юҡ. Шуға ла тарҡаулыҡ, ғәмһеҙлек, моңһоҙлоҡ, яуапһыҙлыҡ... “Көтөү” төшөнсәһенең юғала барыуы әҙәм балаһы тормошона ауырлыҡ һала, уның бәрәкәтен ебәрә – үҙ-үҙебеҙгә “соҡор ҡаҙабыҙ”.
Көтөүсе хеҙмәте һис тә ябай түгел. Уның мәғәнәһе ифрат киң. “Ерҙә һәр берегеҙ – көтөүсе һәм үҙ көтөүе өсөн ҙур яуаплы”, – тигән мөбәрәк хәҙисендә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәм­бәребеҙ имамдың – өммәтен, ир-аттың – ғаиләһен, ҡатын-ҡыҙҙың – йорт усағын, баланың атаһы тапҡан малды һаҡларға тейешлеген белдергән. Тимәк, көтөүсе һүҙе етәксе, юл күрһәтеүсе, ҡурсалаусы, яҡлаусы мәғәнәләренә эйә.
Динебеҙ тарихына күҙ һалғанда, пәйғәмбәрҙәрҙең күбеһе көтөүсе булған. Мәҫәлән, Муса ғәләйһис-сәләм. Уның ошо хеҙмәтенә бәйле хикәйәт тә бар. Муса ғәләйһис-сәләмдең көтөүендә 15 меңләгән һарыҡ булған. Кис һанаһа, бер бәрәс тулмай икән. Төн буйы шуны эҙләп сәхрә ҡыҙырған пәйғәмбәр. Таңға ҡарай саҡ тапҡан. “Бер бәрәс өсөн ниңә шул ҡәҙәр ыҙаларға?!” – тип аптыраған башҡалар. Пәйғәмбәр иһә шулай яуаплаған: “Көтөүҙә һәр йән эйәһе ҡәҙерле. Уларҙың барыһының да айырым урыны бар. Аҙашҡан мал ҡыйын хәлдә ҡалмаһын, ауырлыҡ кисермәһен тип, уны эҙләп таптым”. Ошо һүҙҙәргә ҡарап фекер йөрөткәндә, йәмғиәттәге етәкселәр ҙә халыҡ араһында булырға, һәр кем өсөн яуаплылыҡ тойорға, уларҙы аңларға, эйәртә, “ҡыуа” белергә тейеш. Ә кешеләр, мәғлүм ки, төрлө-төрлө: береһе етеҙ, икенсеһе һәлкәү, өсөнсөһө хәйләкәр, дүртенсеһе сирле һ.б. Етәксе, йәғни “көтөүсе”, һәр кемгә яҡынайыу юлы табырға, ҡулайлы тәрбиә ысулы ҡулланырға тейеш – бының өсөн уға Аллаһ Тәғәләнән айырым һәләт бирелгән.
Алда әйтелгәнсә, хәҙер байтаҡ ауылда көтөү юҡ, был хеҙмәтте башҡарыр ке­шене табыу ауыр. Сәбәбе, бәлки, кешеләрҙең еңеллек эҙләүендә, аҡсаны рәхәт юл аша табырға тырышыуындалыр. Тәғәйен көтөүсе булмағас, ҡайһы бер урындарҙа эште сиратлап башҡаралар. Был да, әйтеүҙәренсә, бигүк һәйбәт түгел. Ни өсөн тигәндә, бер-ике көн эсендә айырым кеше малдарҙы таный аламы, холоҡтарын өйрәнәме, үләндең ҡайҙа яҡшыраҡ икәнен беләме? Ғөмүмән, етәксене аҙ ғына ваҡытҡа һайлап ҡуйыу, даими алмаштырып тороуға тиң был. Башлыҡ үҙ эшен белергә, аҡыллы, ғилемле, тәрбиәле, хәстәрлекле булырға, донъяға ҡарашының киңлеге менән һоҡлан­дырырға тейеш. Был сифаттар көтөүсе өсөн дә хас. Бәлки, шуға ла күптәр был эштән ҡурҡалыр.
Аллаһ Тәғәлә тарафынан әҙәм балаһына файҙа өсөн бирелгән малды күмәкләп ҡайғыртыу, хәстәрләү, һис шикһеҙ, тормошобоҙға йәм, бәрәкәт өҫтәй. Көтөүле ауыл – киләсәкле, тип юҡҡа ғына әйтмәй өлкәндәр.


Вернуться назад