Нух пәйғәмбәр һабағы03.08.2018
Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаларын хаҡ юлдан алып барһын өсөн пәйғәмбәрҙәрен ебәреп торған. Араларында бик мәшһүрҙәрҙең береһе – Нух.
Уның заманында халыҡ Аллаһ Тәғәләне онотоп, поттарға ғибәҙәт ҡыла башлаған була. Нух пәйғәмбәр кешеләрҙе төрлөсә өгөтләй, әлеге ғәмәлдәренең сикһеҙ ҙур гонаһ икәнен аңлатырға тырыша. Халыҡты бөтөн ғаләмде яралтҡан Аллаһ Тәғәләне танырға, Уға ғына ғибәҙәт ҡылырға әйҙәй. Ләкин барыһы ла һөҙөмтәһеҙ була. Халыҡ Нухты тыңламай, әйткәндәрен ҡолағына элмәй, хатта ки көлә, мыҫҡыл итә.
Оҙаҡ йылдар хаҡ юлға әйҙәп тә, кешеләрҙе үҙ артынан эйәртә алмай пәйғәмбәр. Шуға ла Аллаһ Тәғәлә халыҡты һыу менән һәләк итергә була. Нух ғәләйһис-сәләмгә ифрат ҙур кәмә яһарға, һыу таша башлағас, шунда ғаиләһен индерергә, үҙ янына ҡоштарҙан, януарҙарҙан берәр пар алырға ҡуша. Пәйғәмбәр эшкә тотона. Үткән-һүткән кеше унан мыҫҡыллы көлөп китә.
Бына кәмә әҙер. Ҡоштар һәм януарҙарҙан берәр пар ҙа туплана. Шул саҡ күк йөҙө ҡара болоттар менән ҡапланып, көслө ямғыр ҡойорға тотона. Ерҙән шишмәләр атылып сыға. Ташҡын башлана. Нух пәйғәмбәр ғаиләһен, януар-ҡоштарҙы алып кәмәгә ултыра. Быға тиклем уға ышанмаған, мыҫҡыллы көлгән кешеләр шаҡ ҡатып ҡарап тора. Әммә һаман да өмөтөн өҙмәй әле улар: һыуҙан тауҙарға менеп ҡотолорбоҙ тип уйлайҙар. Ләкин ташҡын иң юғары ҡалҡыулыҡтарҙы, таш-ҡаяларҙы ла ҡаплап ала.
Бына шул ваҡытта ер йөҙөндәге барлыҡ халыҡ һәләк була. Нух пәйғәмбәрҙең кәмәһе тауҙар бейеклегендәге тулҡындар өҫтөндә сайҡала-сайҡала йөрөй. Бер аҙҙан Аллаһ Тәғәләнең әмере буйынса ямғыр туҡтап, һыу тарала башлай. Кәмә Джуди тигән тау башына килеп туҡтай. Пәйғәмбәр ергә төшөп, ҡош-януарҙарҙы ебәрә, үҙе ғаиләһе менән әүәлгесә көн итергә тотона.
Был ҡурҡыныс туфандан һуң әҙәм балалары тағы үрсей башлай. Нухтың өс улынан тарала улар.
* * *
Раббыбыҙҙың берлегенә саҡырғанда Нух ғәләйһис-сәләм: “Аллаһ Тәғәләгә иман килтерегеҙ, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡаһын өсөн Уға тәүбә ҡылығыҙ, – тиер булған. – Шул ваҡытта Хаҡ Тәғәлә күктән ямғыр ебәрер, һеҙҙе бала, баҡса, мал менән байытыр”.
Аллаһ Тәғәлә бөтөн тереклекте һыуҙан яралтҡан, ерҙе шифалы ямғырҙарын ебәреп терелткән. “Беҙ һеҙгә һыуҙы күктән индерҙек, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. – Бер өлөшөн ерҙә һаҡлап ҡалдыҡ. Ямғырҙы туҡтатырға ла көсөбөҙҙән килә”.
Мәғлүм ки, иң кәрәкле ваҡытта яуым-төшөм булмау сәбәпле, ҡайһы бер йылдарҙың ҡоро килгәне бар. Ошондай мәлдәрҙә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм ямғыр теләү намаҙы уҡырға ҡушҡан. Был ғибәҙәткә әҙәм балалары түбәнселек менән барырға, балаларын да алырға тейеш. Бергәләп намаҙ уҡыла, ямғыр һорала. Аллаһ Тәғәләгә теләген еткергән әҙәм балаларының күңелендә насар хис-тойғо, үпкә булмаҫҡа тейеш.
Пәйғәмбәребеҙ яуын мәлендә: “Эй, Раббым, был ямғырҙы хәйерлегә, шифаға, бәрәкәткә генә бир”, – тип айырым доға ҡылыр булған. Шул уҡ ваҡытта, әлбиттә ки, һәр нәмәнең самаһы булырға тейеш. Ямғыр үҙ миҡдарында яуһа ғына ергә шифа, бәрәкәт килә. Ғөмүмән, һыуҙың көсөн аңлап бөтөү мөмкин дә түгел. Мәҫәлән, ул үҙенә бөтөн мәғлүмәтте ҡабул итә. “Бисмилләһ” әйтелһә, яҡшы уй-ниәт менән ҡулланылһа, шифалыға әүерелә. Насар, ауыр мөхиттә иһә ярһып китеп, ташып, әллә күпме һәләкәткә килтереүе ихтимал.