Шылтыратығыҙ!03.08.2018
“Мин ауылда йәшәйем. Күптән түгел атайым менән әсәйем айырылышты, быға тиклем дә йортта тынғылыҡ булманы. Дөрөҫөн әйткәндә, туҡтауһыҙ ғауғалашып, әрләшеп, атайым да, әсәйем дә балалары барлығын онотоп китә ине, шикелле. Улар икеһе лә насар кеше түгел, тырыш, беҙҙең өсөн барыһын да эшләйҙәр һымаҡ. Әммә һуңғы ваҡытта улар менән уртаҡ тел табыуы ҡыйын, айырылышыуҙарын да ауыр кисерәм. Тик күңелдәге уйҙарҙы ауылда кемгә генә һөйләйһең? Был ғәйбәт арттырыу ғына буласаҡ. Балалар өсөн “ышаныс телефоны” бармы ул? Сит кешегә серҙәремде бушатһам, бәлки, еңелерәк булыр ине.”
Алина З., Белорет районы.
Эйе, бындай мөмкинлек бар! 2010 йылдан илебеҙҙә Берҙәм балалар ышаныс телефоны эшләй. Уны Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам итеү фонды Рәсәй төбәктәре менән берлектә булдырған. Әлеге ваҡытта уға 83 төбәктәге психологик ярҙам күрһәтеүсе 229 ойошма ҡушылған. Ҡыҫҡаһы, Рәсәйҙең теләһә ҡайһы төбәгендә йәшәгән балаларға, үҫмерҙәргә, уларҙың ата-әсәһенә, тәүлектең төрлө ваҡытында
8 – 800 – 2000 – 122
номерына шылтыратып, ашығыс психологик ярҙам алырға мөмкин.
Стационар һәм кәрәҙле телефондарҙан шылтыратырға була. Балалар ышаныс телефонының төп үҙенсәлеге – уның бушлай булыуында һәм конфиденциаль, йәғни аноним ярҙам күрһәтелеүҙә. Ғәмәлдең маҡсаты – имен булмаған ғаиләләрҙе иҫкәртеү, балаларға һәм үҫмерҙәргә ауыр минуттарында ярҙам итеү, уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау.
2016 йылдан “Балалар ышаныс телефоны”ның махсус сайты ла эшләй, ул http://telefon-doveria.ru/parents/ адресы буйынса урынлашҡан.