“Башҡортостан” гәзитенең 75-се һанында (2018 йыл, 29 июнь) “Инйәр ағинәйҙәренән өйрәнегеҙ” тигән мәҡәлә донъя күргәйне. Унда һүҙ буҙа эшләү серҙәре тураһында бара. Ошо яҙманы уҡығас, ҡулыма ҡәләм алырға булдым.Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың шифалы эсемлектәренең береһе – буҙаға иғтибар бермә-бер артты. Был – бик мәслихәт күренеш. Әммә мине икенсе нәмә борсой: күптәр, айырыуса йәштәр, буҙа эшләүҙең үтә еңелләштерелгән, заманға ҡулайлаштырылған ысулдарына таяна, уларҙы интернет, матбуғат аша киң ҡатлам халыҡҡа тарата. Ошо арҡала халҡыбыҙ борон-борондан ҡулланған, быуындан быуынға тапшырған милли рецепттарыбыҙ юғалып ҡалмаҫмы? Уларҙың төп асылына хилафлыҡ килмәҫме? Мәҫәлән, ысын буҙаға бер ваҡытта ла аҡ май, һатыуҙағы сүпрә ҡушылмай. Әлеге маҡсатта гәзит уҡыусыларға әсәйем өйрәткән, ғөмүмән, Әбйәлилдә элек-электән ҡулланылған буҙа ҡойоу өлгөһөн тәҡдим итәм.
Әсәйем гел буҙа ҡоя торғайны. Эсемлек әҙер булғас, әхирәттәрен саҡыра, бишбармаҡ, бәлеш бешерә. Башта табында “Ашҡаҙар”, “Сәлимәкәй”, “Уйыл” кеүек мәшһүр йырҙарыбыҙ яңғырай. Артабан таҡмаҡ әйтеп бейергә төшөп китәләр, бер-береһенә күңелдәрен асып, серҙәрен уртаҡлашалар. Балалар өлкәндәр эргәһенә инеп ҡамасаулап йөрөмәй. Уның өсөн әсәйем ҡунаҡ килер алдынан мотлаҡ беҙҙе туйғансы ашатып ҡуя ине. Табында ололар янына сығып йөрөү – әҙәпһеҙлек билдәһе. Һуңынан әсәйем миңә лә әхирәттәремде саҡырырға ҡуша, уларҙы ла һыйлай ине.
Анау яҡтан берәү килә,
Таяғына таянып.
Килә торғас, бейеп китә
Бөйөрөнә таянып, –
тип таҡмаҡ әйтеп бейетәләр, йырлаталар ине беҙҙе.
Аҙаҡтан, үҙ ғаиләм булғас, әсәйемдән алған тәрбиә дәрестәрен йыш ҡына иҫемә төшөрҙөм. Байрамдарҙа буҙа ҡойоу минең өсөн дә изге йолаға әүерелде. Әле бына ейәндәремде, бүләләремде лә был шифалы эсемлек менән һыйлайым.
Шулай итеп, әбйәлилсә ҡойолған буҙа өсөн 10 литр һыуға 900 грамм һоло ярмаһы, 500 грамм арыш оно, 200-300 грамм малдың эс майы, 1 стакан шәкәр, әсетер өсөн 1 литр буҙа (ҡомалаҡ әсеткеһе йә ҡымыҙ менән алмаштырырға мөмкин) кәрәк.
Боронғоса әҙерләгәндә эш тәртибе шулай: һоло ярмаһын мейестә (духовкала) талғын ғына утта ҡурмас кеүек ҡурабыҙ, көймәһен өсөн болғап торабыҙ. Ул матур ғына көрән төҫкә инергә тейеш. Шунан килелә төйәбеҙ ҙә елгәрәбеҙ, был саҡта сүбе оса. Таҙарған һоло ярмаһын ҡул тирмәненән үткәрәбеҙ. Хәҙерге заманда киле менән тирмәнде табыу еңел түгел, шуға ҡурылған ярма өсөн ҡәһүә тарттырғысты ҡулланырға йә булмаһа ит турағыстан бер нисә ҡат үткәрергә мөмкин. Һоло тапмаһағыҙ, “Геркулес” ярмаһын алығыҙ.
Ҡаҙанды эс майы менән майлайбыҙ ҙа ҡайнаған һыу ҡоябыҙ. Төбөнә йәбешеп бармаһын өсөн шулайтабыҙ. Тирмәндән үткәрелгән һоло ярмаһына бер аҙ һалҡын һыу һалып бутайбыҙ ҙа уны ҡайнап торған һыуға аҙ-аҙлап ҡына төшөрәбеҙ, болғатабыҙ – был төйөрсөктәр булмаһын өсөн эшләнә. Талғын ғына утта сәғәт ярым (“Геркулес” ярмаһын 40 минут самаһы) ҡайнатабыҙ. Төбөнә йәбешмәһен, ташмаһын өсөн йыш-йыш болғатырға кәрәк.
Һыйырҙың эс майын табала иретеп һөҙөп, әлеге ҡайнап торған массаға һалабыҙ, шәкәр өҫтәйбеҙ. 10-15 минут ҡайнатабыҙ ҙа уттан алабыҙ.
Бүлмә температураһына тиклем һыуынғас (боронғоса бармаҡ менән билдәләргә мөмкин), баш (элеккенән ҡалған буҙаны) һалып болғатабыҙ ҙа, үҙ һауытында ғына көпләп, йылы урынға бер-ике көнгә ултыртып ҡуябыҙ. Ул бызмырлай башлай, күперә. Шул саҡта алабыҙ ҙа, болғатып, он иләге аша үткәреп һөҙәбеҙ. Был оҙаҡ һәм мәшәҡәтле эш, байтаҡ ҡына ҡул көсө талап итә. Иләк өҫтөндә ҡалған “буҙа бутҡа”һын киләһе буҙа ҡойоуға әсетке итеп ҡалдырырға була.
Һөҙөнтөнө ағас йә үң йүгертелгән (эмалләнгән) һауытҡа һалып, тағы йылы урынға ултыртабыҙ. Бер нисә сәғәттән (ваҡыты бүлмә йылылығынан да тора, ярты тәүлеккәсә һуҙылыуы бар) буҙа әҙер була. Әҙерлеген тәмләп ҡарайбыҙ. Әскелтем генә, шифалы буҙаны тәмләп эсәбеҙ. Татлыраҡ булһын өсөн шәкәр һалып бирергә лә мөмкин. Буҙа оҙаҡ һаҡланмай, һыуытҡыста аҙна-ун көн тоталар.
Буҙа менән һыйлау ҡунаҡҡа айырыуса хөрмәт күрһәтеү билдәһе лә булған. Витамин һәм минералдарға бай был ризыҡ ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервылар системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта. Шундай файҙалы, туҡлыҡлы милли эсемлегебеҙҙе эшләү ысулын боҙмаһаҡ ине, уны яһау рецебын бар тулылығында һаҡлайыҡ, йәш быуынға тапшырайыҡ.
Өфө ҡалаһы.