Йылы усаҡ янында03.08.2018
Йылы усаҡ янындаУлар күрше Ҡоръятмаҫ ауылынан. Ишетеп-күреп белһәм дә, яҡындан танышыуыбыҙға ун йыллап бар. Хәҙер улар миңә бер туғандарым кеүек. Был балҡып торған пар илле биш йылға яҡын бергә бер-береһен тулыландырып, бер иш булып, туған-тыумаса, яҡындарын һөйөндөрөп йәшәй. Йөҙҙәренән нур, йылылыҡ бөркөлөп тора. Һүҙем – Рауза Шәкүр ҡыҙы менән Фәнүр Миңлейәр улы Низаметдиновтар тураһында.

Икеһе лә Ҡоръятмаҫ ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, Фәнүр ағай, баянсыға уҡып, тыуған ауылында, күрше Алғала клуб мөдире булып эшләп ала. Училищеға уҡырға инеп, слесарь-ремонтлаусы һөнәрен үҙләштереп, 1962 йылда пароходта эш башлай. Унда эш миҙгелле булыу сәбәпле, ауылға әйләнеп ҡайта егет. Шунда Раузаны осратып, өйләнешергә ҡарар итә ике йәш йөрәк.
1964 йылдың апрелендә никахҡа кереп, район үҙәгенә күсәләр. Башта фатирҙа торалар. Автобазала механика заводында слесарь булып эшләй Фәнүр ағай. Раузаһы Стәрлетамаҡ педагогия институтының башҡорт теле факультетын тамамлап, уҡытыусы һөнәрен үҙләштерә. Интернатта, балалар баҡсаһында эшләй. Татыу, матур итеп йәшәп китә йәштәр. Фәнүр ағай өҙҙөрөп баянда уйнай, Раузаһы уға ҡушылып йырлай. Ғүмерҙәре буйы моң оҙата бара уларҙы.
Яҙмыш еле 70-се йылдар башында Ишембай тарафтарына ташлай йәштәрҙе. Фәнүр ағай Ишембай шифаханаһына мәҙәниәт хеҙмәткәре булып урынлаша. Рауза апай ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлегенә методист итеп тәғәйенләнә. Бында ла йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша улар. Фәнүр ағай – фольклор түңәрәге ағзаһы, академик хорға ун йыллап йөрөй.
“Ишембайнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығының 50 йыллығына ҙур концерт менән сығыш яһағандан һуң, ошо компанияға эшкә күсә, цехта бригадир булып эшләй, слесарҙарға етәкселек итә. Ҡайҙа ғына барһа ла, ҡулынан баяны төшмәй уның. Мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Осоп бейеп, матур итеп йырлап, таҡмаҡтар әйткән Раузаһы менән ғүмер юлын бер-береһенә оло терәк-таяныс булып үтә улар.
Ишембайҙа алдынғы йәштәргә фатир ҙа бирәләр. Тик тыуған яҡ тарта уларҙы. Асылыҡай буйын, туғандарын, яҡындарын һағынып, үҙ яҡтарына ҡайтырға булалар. 1994 йылда, фатирҙарын Дәүләкәнгә алмаштырып, йәнтөйәккә күсенәләр. Фәнүр ағай Йылытыу селтәренә эшкә урынлаша һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләй. Рауза апай балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып урынлаша.
Дәүләкән ҡалаһында Әхиәр Хәкимов музейында эшләп килгән “Дим” әҙәби берекмәһенең әүҙем ағзаһы Фәнүр ағай. Әҙәби берекмә сығарған дүрт йыйынтыҡта ла уның шиғырҙары урын алған. Унан тыш айырым баҫма итеп өс китабын сығарыуға өлгәшкән ул. Тыуған яҡ тәбиғәте, ауыл кешеләре, тормош фәлсәфәһе – ижадының төп темалары.
Берекмәлә уҙған һәр сара уның ҡатнашлығында уҙа. Баянда уйнай, үҙ шиғырҙарына көйҙәр яҙып башҡара. Ә инде хәләле – район мәҙәниәт йортоноң “Әхирәттәр” фольклор ансамбленең әүҙем ағзаһы Рауза Шәкүр ҡыҙы һәр ваҡыт уның янында.
Әйткәндәй, ошо ансамбль өсөн Фәнүр Миңлейәр улы 25-ләп йыр яҙған. Улар төрлө райондарҙа уҙған фольклор байрамдарында яңғырай. Ә инде беренсе шиғырҙары 2007 йылда “Салауат күпере” йыйынтығында донъя күргән. Бәләбәй ҡалаһында “Илһам шишмәләре” конкурсында ҡатнашырға насип булған уға.
Шундай татыу, һоҡланғыс пар улар. Икеһе лә ярҙамсыл. Уларҙың йылы усағына кемдәр генә һыйынмай. Әйткәндәй, Рауза Шәкүр ҡыҙын районда “Мать Тереза” тип тә, “МЧС” тип тә йөрөтәләр, сөнки ул һәр кемгә, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Ошо бәләкәй генә ҡатында шундай оло йөрәк тибә. Уның йылыһын тирә-йүнгә, туғандарына, яҡындарына, бөтөнләй ҡәрҙәш булмаған, ярҙамға, аңлауға мохтаж кешеләргә һибеп йәшәй.
Ҡул эштәренә лә оҫта Рауза апай. Шәлдәрен дә, косынкаларын да бәйләй. Төрлө башлыҡ, түбәтәйҙәрҙе кемдәргә генә бәйләп бүләк итмәне. Ә ойоҡбаш, тапочкалар, бирсәткәләр…
Фатирына килеп керһәң, музей һымаҡ. Мендәрҙәрҙә — сигелгән япмалар, стена, дивандарҙа — ҡорама әйберҙәр, иҙәндә – балаҫтар. Ҡасан өлгөрәһең, тип һораһаң, ихлас йылмая ла: “Минең ярҙамсым бар бит – Фәнүрем”, — тип көлә. Улар Фәнүр ағай менән ҡорама конкурсында ла ҡатнашҡан.
Тормоштоң ҡәҙерен белеп, һәр яңы тыуған көнгә ҡыуанып, бер-береһенә матур, иркә һүҙҙәр әйтеп кенә тора улар. Ишектәре ябылмай ҙа тиерлек. Кемдер ярҙам, кемдер кәңәш һорап, кемдер аңлау эҙләп, күңелен бушатырға килә. “Башта тәмләп сәй эсеп алайыҡ, һуңынан һөйләшербеҙ”, – тип йылмайып ҡаршылай Рауза апай. Фәнүр ағай баянын күтәреп сыға, моңло көйҙәре менән йыуата, кәйефте күтәрә, донъя мәшәҡәттәрен оноттора. Уларҙың ғаилә усағы янында йылы, рәхәт. Күңел ял итә.

Дәүләкән ҡалаһы.


Вернуться назад