Шулай тип ҡыуана Троицкий ауылы мәктәбе уҡыусылары
Оҙайлы йәйге каникул тамамланыуға бер айҙан аҙыраҡ ваҡыт ҡалды. Тиҙҙән мәктәп коридорҙары балаларҙың шат тауышына күмеләсәк, дәрестәргә саҡырып ҡыңғырау сыңлаясаҡ. Әле белем усаҡтарында – ҡыҙыу осор, һәр урында яңы уҡыу йылына әҙерлек бара. Благовар районының Троицкий ауылы мәктәбендә лә беҙ барғанда эш гөрләй ине. Бында Өфө ҡалаһының “Энергосистемс” йәмғиәте көсө менән йылылыҡ системаһы тулыһынса яңыртылған. Йәмғиәт эшсәндәре иҫке торбаларҙы, йылытыу ҡорамалдарын алмаштырып ҡына ҡалмаған, уҡыу бүлмәләрендәге радиаторҙарҙы ап-аҡ итеп буяп та ҡуйған. Әлеге эштәрҙе электр һәм газ менән иретеп йәбештереүселәр Әсәт Әбделназаров, Финат Фәхретдинов һәм слесарь-монтажсы Камил Әбделназаров өс аҙна эсендә башҡарып сыҡҡан.
– Ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ. Ниһайәт, мәктәпте йылытыуға бәйле ҙур мәшәҡәттәрҙән ҡотолабыҙ. Ремонт эштәрен ҡыҫҡа ваҡытта башҡарып сыҡҡан йәмғиәт уңғандарының хеҙмәтенән ҡәнәғәтбеҙ, – ти мәктәп директоры Антонина Харченко.
Троицкий урта дөйөм белем мәктәбе уҙған быуаттың 80-се йылдарында төҙөлгән. Шунан алып йылытыу системаһына бер тапҡыр ҙа ремонт яһалғаны булмаған. Быйыл башҡарылған эштәрҙең дөйөм суммаһы – 450 мең һум.
Ҡасандыр украиндар күсеп ултырып нигеҙ һалған ауылда бөгөн төрлө милләт кешеләре дуҫ, татыу көн итә. Урта мәктәптә 86 бала белем ала. Уҡытыу рус телендә алып барылһа ла, уҡыусыларҙың барыһы ла дәүләт теле булараҡ башҡорт телен өйрәнә. “Был йәһәттән беҙҙә бер ниндәй ҙә аңлашылмаусанлыҡ булманы. Мәктәп етәкселеге лә, ата-әсәләр ҙә мәсьәләгә берҙәй ыңғай ҡарашта. Башҡорт теле уҡытыусыһы Венера Зиннурованың эшенән дә ҡәнәғәтбеҙ”, – ти директор.
Мәктәп әллә ни ҙур белем усаҡтарынан һаналмаһа ла, яулаған уңыштары тос ҡына. Мәҫәлән, “Башҡортостандың 100 шағиры” район конкурсында – беренсе, “Иң яҡшы яҙыу дәресе” республика бәйгеһендә икенсе урынды яулағандар. Мәктәптә украин халыҡ фольклор түңәрәге эшләй. Унда шөғөлләнгән балалар йыл һайын Петр Яцик исемендәге халыҡ-ара бәйгелә, Шевченко көндәрендә уңышлы сығыш яһай. Инглиз теле уҡытыусыһы Татьяна Әҙеһәмова етәкселегендә шөғөлләнгән уҡыусылар ижади уңыштары менән ҡыуандыра. Уларҙың шиғыр-хикәйәләре “Бельские просторы” республика әҙәби журналында ла донъя күргән.
Мәктәп яны участкаһында уҡытыусылар һәм уҡыусылар көсө менән үҫтерелгән йәшелсә-емеш – ашханаға ҙур ярҙам. Йыл һайын картуфтан мул уңыш алалар. Әйткәндәй, Троицкий мәктәбендә балаларҙы йылы аш менән тәьмин итеү күрһәткесе – 100 процент.
Быйыл урта мәктәпте алты уҡыусы тамамлаған. Уларҙың барыһы ла Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, төрлө юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттарын һайлаған. 11-селәргә алмашҡа биш 1-се класс уҡыусыһы киләсәк. “Киләсәккә өмөт менән ҡарайбыҙ. Берҙәм маҡсат менән янып эшләгән коллективҡа һәм һәр башланғысыбыҙҙы хуплап ҡаршы алған, мөмкин булғанса ярҙам иткән ата-әсәләргә рәхмәтлемен. Мәктәп – ул ауылға йән өрөүсе усаҡ, мәктәп – ул эш урындары. Әле ошондай ҙур күләмле ремонт эштәрен атҡарып сығыу алдағы көндәргә ышанысты арттыра, эшебеҙгә дәрт өҫтәй”, – ти Антонина Федоровна.
Благовар районы.