Мин — Урманкүл ауылы малайы. Уға күрше Иҫке Ҡаҙансы ауылынан бүленеп сығып нигеҙ һалғандар. Тау янындағы урман ситендә йәйрәп ятҡан күл бар. Ауылдың атамаһы шунан килеп сыҡҡан.
Тыуған төйәгемдең тәбиғәте бик матур. Ҡуйы урман, бейек тау, йылғалар ҡуйынында урынлашҡан ул. Ата-баба исемләгән атамалы урындар байтаҡ. Мәҫәлән, элек Урманкүл тирәһендә Ямаш-Павлово ауылының ерҙәре булған. Уның урыҫтары беҙҙекеләргә бер урманды үлсәп тормайынса биргән. Был урынды халыҡ әле булһа “Бүләк” тип йөрөтә.
Ауылдан йыраҡ түгел урынлашҡан бер тауҙа Ҡаҙансы ауылының Әхмәтша исемле кешеһе йыл да бесән эшләгән. Шуға ла был урынды “Әхмәтша тауы” тип атағандар.
Айнур ФӘТХИЕВ,
Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе уҡыусыһы.
Асҡын районы